АСКЕТЛЫҠ
2. Бер-береһенә ҡара-ҡаршы. □ Противоположные. ■ Шунан асамай ишектән инә торған фатирҙа йәшәүсе икенсе күрше ҡатыны килеп инде. К. Мәргән.
3. диал. Саталы, айырсалы. □ Раздвоенный, развилистый. ■ Ҡосаҡлашып, донъялар имен булғас мотлаҡ осрашырға һүҙ ҡуйышып, бер-береһенең адрестарын күңелдәренә беркетеп, асамай юлда айырылышты ике дуҫ. Ә. Хәкимов.
АСАМАЙ III (Р.: крестообразно; И.: crosswise; T.: çaprazlama) р.
Бер-береһенә арҡыры. □ Крестообразно, крест-накрест. Асамай ҡағыу. Асамай тоташтырыу.
АСАМАЙЛАУ I (асамайла-) (Р: ставить стропила; И.: put rafter; T: çatı kirişiyı dikmek) ҡ.
Өй башына асамай ҡуйыу. □ Ставить стропила. Асамайлап ябыу.
АСАМАЙЛАУ II (асамайла-) (Р: располагать что-л. крестообразно; И.: place crosswise; T.: çaprazlama koymak) ҡ.
Бер нәмәгә икенсе нәмәне арҡыры ҡуйыу. □ Располагать что-л. крестообразно, крест-накрест. Асамайлап тоташтырыу.
АСАН (Р: хилый; И.: sickly; T.: cılız) с. диал.
Ҡаҡса, сандыр, сибек. □ Хилый, тощий. Асан булыу.
АСАННАР (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әйле ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-айлинцев.
АСАРБАҠ I (Р: полуголодный; И.: halfstarved; T.: yarı aç yarı tok) с.
1. Аслы-туҡлы йәшәүсе. □ Полуголодный, живущий впроголодь.
2. диал. Ҡарун, бирән. □ Жадный, обжора.
АСАРБАҠ II (асарбағы) (Р: бомж;
И.: person with no fixed abode; T.: serseri) и.
Йортһоҙ-ерһеҙ ил ҡыҙырып йөрөгән кеше; ҡыҙырас. □ Бомж. ■ Иртәгәһен дә,
бер нисә көн үткәс тә был асарбаҡ ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай шул ерҙә һерәйә ине. X. Тапаҡов.
АСА ТАРАҠАН и. диал. ҡар. айыры-ғойроҡ.
АСА ТОЯҠЛЫ с. диал. ҡар. айыры тояҡлы.
АСБЕСТ [рус. < гр. asbestos ‘һүнмәҫ’] (Р: асбест; И.: asbestos; T: yanmaztaş) и. мин.
Утҡа һәм кислотаға сыҙамлы минерал; тау етене. □ Асбест.
АС БЕТ (Р: гнида ; И.: stinker; T.: sirke) и. әрл.
Аслы-туҡлы йәшәгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Гнида. ■ «Ҡабат аш-һыу тирәһенә был ас беттәрҙе яҡын ебәрмәм», — тип ҡыҙышты ул [Мырҙаш]. 3. Ураҡсин.
АСКАРИДА [рус. < гр. askaris] (Р: аскарида; И.: ascaris; T: bağırsak solucanı) и. зоол.
Кеше һәм хайуандарҙың эсәк буйында тереклек итә торған оҙон йомро селәүсен. □ Аскарида. ■ Ғәҙәттә, улар кешенең нәҙек эсәгендә урынлашалар, шунда үрсейҙәр, йомортҡа һалып ишәйәләр. В. Ғүмәров.
АСКЕРНӘ (Р: прожорливый; И.: insatiable; T.: doymaz) с.
Күпме ашаһа ла туя белмәгән мәскәй, асҡаҡ (1), убыр. □ Ненасытный, прожорливый; жадный на еду. Аскернә булыу. ■ [Иҫә-кәй] уландарына иҫән-һаулыҡ теләүҙән, аскернә урыҫтарҙы ҡәһәрләүҙән ары китә алмай. Н. Мусин. [Ғәбит:] Ниндәй ваҡ йәндәр, тик үҙегеҙҙе генә ҡайғыртҡан ниндәй аскернәләр һеҙ, әфәнделәр, ә?! Ә. Әминев.
АСКЕТ [рус. < гр. asketes] и. ҡар. дәрүиш.
АСКЕТЛЫҠ и.
1. ҡар. дәрүишлек.
2. Ниндәйҙер ижтимағи маҡсаттарға йәки үҙ-үҙеңде камиллаштырыуға өлгәшеү хаҡына кешеләргә донъяуи бәхет һәм рәхәтлектәрҙән ваз кисергә, енси тойғоларҙы тыйырға ҡушыусы әхлаҡи принцип. □ Аскетизм. Аскетлыҡ идеяһы. ■ Был аскетлыҡ билдәләрен шәхси ихтыяждарҙы ижтимағи мәнфәғәттәр өсөн ҡорбан итеү тигән үтә
341