АСА
АСА III (Р.: промежуток между пальцами; И.: interval between fingers; T.: parmak arası) и. диал.
Бармаҡ араһы. □ Промежуток между пальцами.
АСАБАҒАН (Р.: развилистый столб; И.: forked pole; T.: direk) и. диал.
1. Саталы бағана (төҙөлөштә түбә япҡанда өрлөк һалыу өсөн ҡулланыла). □ Развилистый столб (применяется в строительстве).
2. Һауыт-Һаба элә торған саталы ҡаҙыҡ.
□ Развилистый столб для развешивания посуды.
АСАБАЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Өпәй башҡорттары аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-упейцев.
АСАБАЛАН и. диал. ҡар. миләш.
АСАҒАС (Р: шест с развилкой; И.: forked pole; T.: sırık) и.
Тирмәнең сағарағын асыу өсөн ҡулланыла торған аса башлы ҡолға. □ Шест с развилкой, применяется для открывания отдушины верхнего ободка юрты.
АСАҒОЙРОҠ (асағойроғо) (Р: уховёртки; И.: earwig; T: kulağakaçan) и. зоол.
Асаланып торған ҡойроҡло, ҡара йәки ҡара-көрән төҫтәге тараҡан һымаҡ бөжәк (өйҙөң еүеш ерҙәрендә, иҙән аҫтарында була)', айрығойроҡ. □ Уховёртки (лат. Der-maptera).
АСАЙЫШ [фарс. cAabJ] (р: всеобщий мир; И.: commonwealth; T.: genel barış) и. иҫк.
Дөйөм тыныслыҡ, именлек. □ Всеобщий мир, всеобщее благополучие.
АСАҠАЙ и. зоол. диал. ҡар. асағойроҡ.
АСАЛАҒОЙРОҠ (асалағойроғо) и. зоол. диал. ҡар. асағойроҡ.
АСАЛАҠ (асалағы) (Р: лезвие ножниц; И.: scissor’s blade; T: makas ağızı) и.
Ҡайсының бер йәбе. □ Лезвие ножниц.
АСАЛАҠ-ЙОМАЛАҠ (Р: полуприкрытый; И.: screwed up; T: yarım açık) c.
Асылыр-асылмаҫ (куҙгә ҡарата). □ Полуприкрытый, прищуренный (о глазах). ■ Иләҫләнеп уянған һалдат, бер ни төшөнмәй, күҙҙәрен асалаҡ-йомалаҡ итеп ултырҙы... Д. Юлтый. Суминов, аңына килеп, үҙенең ҡайҙалығын, тамағы нилектән кибеп, башы ниңә сатнап барыуын аңлай алмай, күҙен асалаҡ-йомалаҡ итеп, тирә-яғына ҡаранды. Ә. Хәкимов. Мохаянов бер ни тиклем ваҡытҡа аптырап ҡалды, күҙен асалаҡ-йомалаҡ итеп өндәшмәй торҙо. Н. Мусин.
АСАЛАНЫУ (асалан-) (Р: раздваиваться; И.: bifurcate; T: ikiye ayrılmak) ҡ.
Асаға айырылыу. □ Раздваиваться, разветвляться. // Раздваивание.
АСАЛЫ (Р: раздвоенный; И.: forked; T.: çatal) с.
Асаланып, тармаҡланып торған; саталы. □ Раздвоенный, развилистый. Асалы юл. Өс асалы һәнәк. ■ һабы ун метрлы, өс йә дүрт йәпле һәнәк эшләрлек матур асалы ҡайын табыу өсөн әллә ни ҡәҙәрлем урман гиҙеп тә буш ҡул менән ҡайталар. Н. Мусин. Мотой эргәләге ҡыуаҡтан бармаҡ йыуанлыҡ ике асалы сыбыҡ әҙерләй. Д. Шәрәфетдинов. Ике асалы нәҙек телен ауыҙын асмайынса ғына сығарып-сығарып ала икән йылан. Ж. Кейекбаев.
АСАЛЫҒОЙРОҠ (асалығойроғо) и. ҡар. асағойроҡ.
АСАМАЙ I (Р: стропила; И.: rafter; T.: çatı kirişi) и.
Остары бер-береһенә киртеп кейҙерелеп, ҡыуышлап ултыртылған ҡыйыҡ терәүе. □ Стропила. ■ Ғатаулла ҡарт .. өрлөк өҫтөндә асамай ояһы соҡоп ултыра. Й. Солтанов.
АСАМАЙ II (Р: крестообразно пересекающиеся; И.: cruciform; T.: çaprazlama kesişmiş) c.
1. Береһе икенсеһенә арҡыры. □ Крестообразно пересекающиеся. Асамай юл. Асамай һаплы ҡылыс.
340