Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 347


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АСЫҒЫУ
астроном булам, тип хыяллана инем. Р. Солтангәрәев.
АСТРОНОМИК [рус.] (Р: астрономический; И.: astronomy; T.: astronomi) с.
Астрономияға мөнәсәбәтле. □ Астрономический.
АСТРОНОМИЯ [рус. < гр. astron ‘йондоҙ’ + nomos ‘закон’] (Р: астрономия; И.: astronomy; T.: astronomi) и.
Күк есемдәренең килеп сығышын һәм уларҙың барлыҡҡа килеүен, төҙөлөшөн, үҙгәрешен, хәрәкәт ҡанундарын, химик составын өйрәнә торған фән. □ Астрономия. Астрономия дәреслеге. Астрономия менән шөғөлләнеу.
АСТРОФИЗИКА [рус. < гр. astron ‘йондоҙ’ + физика] (Р: астрофизика; И.: astrophysic; T.: astrofizik) и.
Физиканың күк есемдәренең физик хәлен һәм составын өйрәнә торған бүлеге. □ Астрофизика.
АСТРОФИЗИК I [рус. < гр. astron ‘йондоҙ’ + физика] (Р: астрофизик; И.: astrophysic; T.: astrofizik) и.
Астрофизика буйынса белгес. □ Астрофизик.
АСТРОФИЗИК II [рус. < гр. astron ‘йондоҙ’ + физика] (Р: астрофизический; И.: astrophysical; T.: astrofiziksel) с.
Астрофизикаға мөнәсәбәтле. □ Астрофизический.
АСФАЛЬТ [рус. < гр. asphaltos] (Р: асфальт ; И.: asphalt; T.: asfalt) и.
1. Юлдарға, тротуарға түшәү өсөн ҡулланылған һорғолт ҡара төҫтәге, ыҫмала һымаҡ, тәбиғи һәм яһалма төҙөлөш материалы. □ Асфальт. Асфальт — минерал ыҫмала. Ул шыйыҡ нефть ҡороу ы һөҙөмтәһендә хасил була. К. Тимерғазин. Гудрондан асфальт эшләнә, ә асфальт иһә юл һәм тротуар тө-ҙөу эшендә киң ҡулланыла. Д. Бураҡаев.
2. Шул материалдан түшәлгән юл. □ Асфальт. Асфальттан атлау. ■ Урамдары көҙгөләй асфальт. Р. Янбулатова.
АСФАЛЬТЛАУ (асфальтла-) (Р: асфальтировать; И.: asphalt; T.: asfaltlamak) ҡ.
Асфальт түшәү. □ Асфальтировать. Юлды асфальтлау.
АСФАЛЬТ ЙӘЙГЕС (Р: асфальтоукладчик; И.: asphalt spreading machine; T.: asfaltlayım makina) и. тех.
Асфальт йәйеү ҡоролмаһы. □ Асфальтоукладчик.
АСФАЛЬТ ТҮШӘГЕС и. ҡар. асфальт йәйгес.
АСФИКСИЯ [рус. < лат. asphyxia] (Р: асфиксия; И.: asphyxia; T.: boğulma) и.
Ҡанда һәм туҡымаларҙа газдың күп булыуы һәм кислородтың әҙәйеүе сәбәпле кешенең быуылыуы, тыны ҡыҫылыуы, тон-соғоуы. □ Асфиксия. Механик асфиксия. Ҡорһаҡтағы баланың асфиксияһы. Травматик асфиксия.
АСТЫРЫУ (астыр) ҡ. йөкм. ҡар. асыу I. понуд. от асыу. ■ Ата-әсәләр мәктәп астырыуҙы куптән һорайҙар ине. Р. Солтангәрәев.
АСЫ I с. ҡар. әсе.
АСЫ II и. диал. ҡар. ағыу.
АСЫҒАЙЫУ (асығай-, асығая) ҡ. ҡар. асыҡланыу.
АСЫҒАУЫҘ (Р: открытый беляш; И.: kind of round fried meat pie; T.: etli ekmek çeşiti) и. кул. һөйл.
1. Өҫтөн асыҡ итеп бешергән ваҡ бәлеш. □ Открытый беляш. ■ [Сәрбиямал] иттән бик тәмле итеп асығауыҙ бешерҙе. 3. Биишева.
2. диал. ҡар. асыҡ ауыҙ.
АСЫҒЫУ (асыҡ ) (Р: проголодаться; И.: grow hungry; T.: acıkmak) ҡ.
1. Ас хәлгә килеү, ас булыу. □ Проголодаться. Бала асыҡҡан. ■ [Амуров] көн кискә ауышҡас, уҙендә бик ныҡ арыу һәм асығыу һиҙеп, «Восток» ресторанына инде. Н. Мусин. Эш эҙләу тағы ла нығыраҡ арыу, асығыу менән генә тамамланып тора. 3. Биишева. • Асыҡҡандан ҡаныҡҡан яман. Мәҡәл.
347