АСЫҠ
2. Аслыҡ кисереү, ас хәлдә йәшәү. □ Голодать. ■ Көҙгө байлыҡта бер аҙ көрәйеп ҡалған халыҡ ҡабат асыға башланы. Ф. Иҫәнғолов. Тау-таш, уткеһеҙ ҡуйы урман эсенән барған кешеләр, асығыуҙан да бигерәк, өҙлөкһөҙ һөжум иткән аҡтар менән һуғышыуҙан йонсоно. Я. Хамматов.
АСЫҠ I (Р.: открытый; И.: open; T.: açık) с.
1. Асып ҡуйылған, асыулы; киреһе — ябыҡ. □ Открытый, раскрытый. ■ Урал буйҙары хәҙер ишектәре шар асыҡ әрпеш ҡатын өйөнә оҡшай башланы тугелме? Тәртип юҡ, кем теләй шул килә, хужа булып утәнән-утә йөрөй. Р. Байымов. Асыҡ тәҙрәләрҙән — о, ни ғәжәп! — «Сыңрау торна» көйө тарала. Р. Шәкүр. [Фазыл:] Ҡана, рәхим итеп документтарыңды курһәт әле, — тине лә асыҡ тәҙрәне барып япты. Ә. Хәкимов.
2. Бикһеҙ, йоҙаҡһыҙ. □ Открытый, отворённый. Асыҡ келәт. Асыҡ магазин.
3. Бер ни менән дә ышыҡланмаған, ағас, ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланмаған. □ Открытый, оголённый, обнажённый. Асыҡ ялан. Асыҡ тән. ■ Алдан сыҡҡан хәрбиҙәр асыҡ аҡланда бер аҙ туплана бирә лә арттағыларын көтөп тә тормайынса, ары китә. Р. Байымов.
4. Болот менән ҡапланмаған; аяҙ. □ Ясный, безоблачный. Асыҡ кук йөҙө.
5. Теләүселәргә ҡатнашырға мөмкин булған. □ Открытый, гласный, публичный. Асыҡ дәрес. Асыҡ лекция.
6. Яҡшы ишетелгән, күренгән, аныҡ булған. □ Ясный, понятный, разборчивый, отчётливый, внятный. Асыҡ тауыш. Асыҡ итеп яҙыу. И Зәки Вәлиди эшмәкәрлегендә лә был асыҡ куренә. Башҡорт дәуләте төҙөгәндә лә, башҡорттарҙың этник бөтөнлөгөн юғалтмау маҡсатында, телде һәм динде һаҡлауҙы төп факторҙар тип билдәләй. Г. Ситдиҡова. Мәусилә өләсәһенең бер йырын асыҡ хәтерләй әле. Д. Бүләков.
7. Төҫө йәһәтенән баҙыҡ, яҡты. □ Яркий. Асыҡ зәңгәр. Асыҡ ҡыҙыл.
8. кусм. Күренеп, һиҙелеп торорлоҡ; йәшерен түгел. □ Явный, нескрытый. Асыҡ текст менән әйтеу. ■ Аҫабалыҡ өсөн булған был ыҙғыш тора-бара асыҡ дошманлыҡҡа илтеп еткергән. Б. Бикбай.
9. кусм. Кешегә яҡшы мөғәмәләле; алсаҡ, көләс. □ Приветливый, радушный. Асыҡ ҡыҙ. Асыҡ сырай. ■ [Тәлимовтың / ҡуйы ҡара ҡаштарымы, асыҡ сырайымы уҙен ысын йәшенән купкә йәш һәм сибәр итеп курһәтә. Р. Камал.
♦ Асыҡ ауыҙ мәшәү, ебегән. □ Разиня, ротозей, зевака. ■ [Сураман:] Егет өсөн егерме лә еткән, алтмыш та аҙ асыҡ ауыҙға. Б. Бикбай. Прокофий ҡарт уны яңынан ҡыҙға әуерелдерер тип уйлаймы икән? Асыҡ ауыҙ. 3. Ураҡсин. Асыҡ күңелле алсаҡ мөнәсәбәтле, илгәҙәк. □ Приветливый, радушный.
АСЫҠ II (асығы) (Р: поляна; И.: glade; T: alan) и. диал.
Аҡлан. □ Поляна. ■ Бер асыҡта донъя йөҙөн ҡаплап мал ята, ти. Әкиәттән.
АСЫҠ ДӘРЕС (Р: открытый урок; И.: model lesson; T: gösterme dersi) и.
Тәжрибә уртаҡлашыр өсөн уҡытыусылар алдында үткәрелгән дәрес. □ Открытый урок. ■ [Мәстурә:] Бөгөн бер нисә ауылдан йыйылған уҡытыусылар өсөн минең класымда асыҡ дәрес булды. Ш. Янбаев.
АСЫҠ ИЖЕК (Р: открытый слог; И.: open syllable; T: açık hece) и. лингв.
Һуҙынҡы өнгә тамамланған ижек (мәҫәлән, ба-ла, ҡа-ла, бө-рө һ.б.) □ Открытый слог.
АСЫҠ ХАТ (Р: открытое письмо; И.: open letter; T: açık mektup) и.
Кемгәлер тәғәйенләнеп гәзит йәки журналда баҫылған хат. □ Открытое письмо. Асыҡ хат яҙыу.
АСЫҠ-ЯРЫҠ (Р: открытая душа; И.: in harmony; T: iliksiz) c.
348