Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 349


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АСЫЛ
Алсаҡ, көләс, эсендәге тышында. □ Открытая душа, душа нараспашку ■ Был асыҡ-ярыҡ алабарман егет [Батыргәрәй] шул арала йомошон да әйтеп ташланы. Р. Солтангәрәев.
АСЫҠЛАМА (Р: объяснение; И.: explanation; T.: açıklama) и.
Берәй нәмәгә ҡарата бирелгән йәки яҙылған аңлатма. □ Объяснение, разъяснение. Асыҡлама индереү.
АСЫҠЛАНЫУ (асыҡлан ) ҡ. 1. төш. ҡар. асыҡлау, страд, от асыҡлау.
АСЫҠЛАТЫУ (асыҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. асыҡлау, понуд. от асыҡлау.
АСЫҠЛАУ (асыҡла-) (Р: выяснить; И.: clear; T.: anlaşmak ) ҡ.
Берәй эш-хәлдең асылын билдәләү. □ Выяснить, уточнить, уяснить. ■ Күҙәтергә кәрәк уларҙы [саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы] тағы ла, маҡсаттарын асыҡларға. Р. Байымов. Уның тел төбөндә ни барлығын асыҡлағансы Шәрғиә сиселмәне, көттө. Ә. Хәкимов.
АСЫҠЛЫҠ I (асыҡлығы) (Р: открытое место; И.: open space; T.: açık alan) и.
1. Ҡапланмай ҡалған асыҡ ер. □ Открытое место. ■ [Крәҫтиәндәр] яҙғы ҡояш яҡтыһы менән яҡтырған тау битендәге асыҡлыҡта туҡталалар. Я. Хамматов.
2. Ағас менән ҡапланмаған асыҡ урын; аҡлан. □ Поляна. ■ Тау ҡырлатып ятҡан берләм һуҡмаҡ менән бер-ике саҡрым үткәс, алда асыҡлыҡ күренде. Ә. Вахитов.
АСЫҠЛЫҠ II (асыҡлығы) (Р: ясность; И.: clarity; T.: açıklık) и.
Ниҙеңдер сәбәбенә, мәғәнәһенә, торошона ҡарата булған аңлайышлыҡ. □ Ясность, чёткость, определённость. Мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү. ■ [Сәлих] утлыҡса кәртәһенә ултырҙы ла, ерән ҡашҡаның ялын тарай-тарай, моронлап килгән аяуһыҙ ниәтенә асыҡлыҡ индерергә, үҙенең ҡыласағына аңлатмамы, аҡланыумы табырға тырышты. Ә. Хәкимов. Үмәрҙең тәбиғәте шулай: ул ғазаплы икеләнеүҙә оҙаҡ ҡала алмай, уның натураһы асыҡлыҡ талап итә.
М. Минһажетдинов. Был егеттәр күпмелер мәғлүмәт бирҙе биреүен, әммә асыҡлыҡ индерә алманы. Б. Ноғоманов. Әгәр ҙә мәгәр кешенең сихырсы булыуы үлгәндән һуң ғына асыҡланһа, убыр йәне кешене ыҙалата башлаһа, уның ҡәберен асып, күкрәгенә йыла ҡаҙыҡ ҡағалар. Ф. Хисамитдинова.
АСЫҠТАН-АСЫҠ (Р: ясно; И.: clearly; T.: açık) р.
1. Асыҡ, аныҡ. □ Ясно, чётко, отчётливо. Асыҡтан-асыҡ күренеп тороу.
2. Йәшереп тормай, йәшерен-бошоронһоҙ. □ Откровенно, открыто. Асыҡтан-асыҡ эшләү. Асыҡтан-асыҡ йөрөү. ■ [Алтынбай] был ярлыҡауҙың ни хаҡҡа төшәсәген асыҡтан-асыҡ һөйләп бирә алмай, әлбиттә.
3. Ураҡсин. Асыҡтан-асыҡ йыйылырға рөхсәт итмәйҙәр. Р. Камал.
АСЫҠ-ТИШЕК (Р: дырявый; И.: hole-ridden; T.: delik) с.
Тишелеп, туҙып бөткән; бөтөн түгел; тишек-тошоҡ. □ Дырявый, весь в дырках. Асыҡ-тишек һарай.
АСЫҠТЫРЫУ (асыҡтыр-) (Р: морить голодом; И.: starve; T.: açlıkla yok etmek) ҡ.
1. Ас тотоу, аслыҡ кисертеү. □ Морить голодом, вынуждать голодать. Кешене асыҡтырыу. Ашатмай асыҡтырыу.
2. эйһ. ф. ҡар. асығыу.
АСЫЛ I [ғәр. ‘ ысын, тәбиғи’]
(Р: суть; И.: essence; T.: esas) и.
I. Ниҙеңдер төп мәғәнәһе, төп нигеҙ. □ Суть, сущность. ■ Повесть-памфлеттың художество асылы тап ситуацияның кө-төлмәгәнсә хәл ителеүенә ҡоролған да инде. Ж. Кейекбаев. Марат хәрби хеҙмәттән, асылда иһә госпиталдән ҡайтҡас, бауырмал әсәһе ҡош булып талпынды, йомғаҡтай тәгәрләне. Ә. Хәкимов. Мәҙинәнең аңына әле ишеткән хәбәренең асылы барып етмәй. Т. Ғарипова.
АСЫЛ II (Р: чистый; И.: pure; T: temiz) с.
Сифаты буйынса таҙа; саф, ысын. □ Чистый, настоящий. ■ Ҡаш ҡараһы асыл ҡара, һиңә бирһәм, әҙ ҡала. Халыҡ йырынан.
349