АСЫЛҒА ҠАЙТЫУ
АСЫЛҒА ҠАЙТЫУ (Р.: стать самим собой; И.: become by oneself; T.: esasa gelmek) ҡ.
1. Ысын, тәбиғи хәлгә ҡайтыу. □ Стать самим собой. ■ [Насир хәҙрәт] үҙенең һөйгән мәсетенә мулла булды. Үҙ һуҙе менән әйткәндә, асылына ҡайтты. И. Насыри.
2. Вафат булыу, үлеү. □ Умереть, погибнуть.
АСЫЛДА (Р.: в сущности; И.: actually; T.: aslında) р.
Ысынында, ғәмәлдә. □ В сущности, по сути, по существу. Асылда эш шулай тора. ■ Асылда улар [эпизодтар] Ташбатҡан ауылындағы социаль-синфи ҡаршылыҡтарҙың киҫкенләшә барыуын күрһәтеүсе факттар. Ж. Кейекбаев. Заман үҙгәргән, ҡоролош үҙгәргән, кеше асылда үҙенең тәбиғәте менән шул көйө ҡалған. Р. Солтангәрәев.
АСЫЛМА и. диал. ҡар. асма.
АСЫЛТЫУ (асылты-) (Р: привыкнуть к темноте (о глазах)', И.: get used to the darkness; T.: karanlığa alışmak) ҡ. диал.
Күҙ алды асылыу, ҡараңғыға эйәләшеү.
□ Привыкнуть к темноте (о глазах). ■ Һәҙиәнең күҙҙәре әкренләп ҡараңғылыҡты һөҙөп асылтты. Г. Яҡупова.
АСЫЛЫ I (Р: солончак; И.: alkali soil; T.: solonçak) и. диал.
Татырлы ер. □ Солончак. Малдар асылыла йөрөй.
АСЫЛЫ II инш. диал. ҡар. ахыры.
АСЫ Л ЫҠ I (ас ы л ығы) и. диал. ҡар. татырлауыҡ.
АСЫ Л ЫҠ II (асылығы) и. диал. ҡар. әсетке.
АСЫЛЫУ (асыл-) (Р: открываться; И.: open; T.: açılma) ҡ.
1. төш. ҡар. асыу II. страд, от асыу II.
2. Ябыҡ, бикле хәлдән асыҡ хәлгә килеү.
□ Открываться, распахиваться, растворяться. Ишек асылды. ■ Вагондың ишеге асылыу менән Сафия проводницаны ситкә этте лә вагон эсенә йомолдо. Т. Ғиниәтуллин. Әйтерһең, уның [Раяның] инеүен генә көтөп
ултырғандар, ишек асылыу менән бөтәһе лә был яҡҡа борола. Р. Солтангәрәев.
3. Йәйеп тағатылыу, асыҡ булыу, турайыу. □ Открываться, раскрываться, разворачиваться. Ҡулсатыр асылды.
4. Ҡаплап, кәртәләп торған нәмәнән әрселеү, таҙарыныу. □ Открываться, показаться, предстать взору. Ҡаршыла ғәжәп күренеш асылды. ■ Ике эҙлексе егет абына-һөрлөгә йыйын ҡаршыһына йүгереп килде лә, бер-береһен бүлдереп, тарлауыҡтың бөтәүен, алда киң дала асылыуын һөйләргә кереште. Ә. Хәкимов.
5. Баҙыҡ, яҡты хәлгә күсеү (төҫкә ҡарата). □ Становиться ясным, ярким. Көн асылды. ■ Йыуған керҙәрем асылыр микән, был ҡайғыларым баҫылыр микән. Халыҡ йырынан.
6. Ишетелеш яғынан яңғырауыҡлы, саф, таҙаға әйләнеү. □ Открываться; звучать ясно, чётко (о голосе, звуках).
7. Эшләй башлау. □ Открываться, начинать работать. Яңы ҡунаҡхана асылды. Мәктәп асылды. Театр сезоны асылды. ■ Түҙемһеҙлек менән конференция асылыуын көтә башланылар. И. Насыри.
8. күсм. Күренеү, билдәле булыу. □ Открываться, раскрываться, обнаруживаться. Алдыҡ асылды. Сер асылды. ■ Ят яҡтар, күҙ өйрәнмәгән юлдар. Аҙым һайын тиерлек яңы донъя асыла. Р. Низамов.
9. күсм. Ихласланыу (һөйләшкәндә).
□ Становиться искренним, относиться с душой к кому-л. Асылып китеү. Асылып һөйләшеү.
+ Тел асылыу 1) һөйләшә башлау. □ Начинать говорить, заговорить (о ребёнке). ■ [Алиса:] Телем шулай асылғас, нисек онотаһың инде. Б. Ноғоманов. 2) ихласлап, күңелеңдәген йәшермәй һөйләй башлау.
□ Начинать откровенничать, разговориться. Асылмаҫ ҡара томан бик тәрән, ауыр ҡайғы. □ Тяжёлое горе, горе горькое.
АСЫЛЫШЛЫ БУЛЫУ (асылышлы бул-) (Р.: разругаться; И.: quarrel with smb.; T.: kavga edip bozuşmak) ҡ.
350