АСЫУ
Кем йәки нимәлер өсөн үҙ-ара һүҙгә килеү, яманлашыу. □ Разругаться, испортить отношение, быть в ссоре с кем-н. ■ [Сәлим өсөн] асылышлы булмаған кеше ҡалманы ла баһа. Эй бала! Яр. Вәлиев.
АСЫНЫУ I (асын-) ҡ. ҡайт. ҡар. асыу II. возвр. от. асыу II.
АСЫНЫУ II (асын ) ҡ. ҡар. әсенеү.
АСЫРҒАЛАНЫУ (асырғалан-) ҡ. ҡар. асырғаныу.
АСЫРҒАНЫУ (асырған-) (Р.: напрягаться; И.: strain; T.: ıkınmak ) ҡ.
Асыу менән ярһыу. □ Напрягаться, тужиться, упорствовать, стараться сверх силы. Асырғанып ҡысҡырыу. ■ Ҡарт-ҡоро, бала-саға ғына тимә әле һин уларҙы. Ауыр булған һайын асырғанып теш ҡыҫа улар. К. Кинйәбулатова. Халыҡ тынып ҡалған, көрәшселәрҙең асырғаныуҙан ах та ух килгәне генә ишетелеп ҡала. Н. Мусин.
АСЫРҒАНЫП! (Р: мучение; И.: suffering; T.: azap) и.
Кешене физик яҡтан ныҡ интектергән ауырлыҡ; әрнеш, ғазап. □ Мучение, страдание. ■ Ҡылыстар ҡылысҡа, ҡалҡанға бәрелгән саң-саңдар, аттар кешнәүе, ергә гөрһөлдәп ауған кәүҙәләр асырғаныштар менән бергә буталған. Ғ. Хөсәйенов. Ул [Йосоп] ниндәйҙер асырғаныш менән: «Китәм, китәм бынан!» — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Н. Мусин.
АСЫРҒАНЫШЛЫ (Р.: азартный; И.: excitable; T.: coşkun) с.
Сәмле. □ Азартный. ■ Асырғанышлы көс таша ине уның тамырҙарында. Г. Яҡупова.
АСЫРТ (Р: прояснение; И.: clearing up; T.: açıklama) и.
Көндөң асылған сағы. □ Прояснение. Иртәнге асырт. Киске асырт.
АСЫ ТОРМА и. бот. ҡар. торма. Асы торманы һәр кем баҡсаһында үҫтерә ала.
АСЫРТЫУ (асырт-) ҡ. диал. ҡар. аяҙытыу. ■ [Алдарбай:] Улайһа, көн асыртып ебәрһә, иртәгәнән үк күмәкләшеп солоҡтарҙы ҡарарға сығып китәбеҙ. Н. Мусин.
АСЫРЫ Л ЫУ (асырыл-) ҡ. диал. ҡар. һығылыу.
АСЫУ I (Р: гнев; И.: wrath; T.: öfke) и.
Ныҡ нәфрәтләнеп, йән көйөп, ярһыу хисе. □ Гнев, злоба, негодование, ярость. ■ Таштимер, асыуы килеп, аяҡ аҫтындағы кирбес киҫәген тибеп осорҙо. Д. Бүләков. Ҡарт эшселәрҙең асыуы ҡайнаны, улар өндәшмәҫ булдылар. Ж. Кейекбаев. Егор Николаевич асыу менән тибеп ебәрһә лә, ҡаршы ел әлеге ҡамғаҡты аяҡ араһына йәнә ҡыуып индерҙе. 3. Ураҡсин. • Айыуҙы еңгән — ярты ир, асыуҙы еңгән — бөтөн ир. Мәҡәл. Асыуыңды ат ит, аҡылыңды теҙген ит. Мәҡәл.
♦ Асыуым да килмәһә нимәгәлер йән көйгәндә, кәмһетеп әйтелә. □ Не во гневе будет сказано. Ул да йөрөй кеше булып, асыуым да килмәһә. Йән асыуы йөрәктән сыҡҡан ҡаты асыу. □ Страшный гнев. ■ [Абдрахман ] биленән һуңғы бомбаны алып, йән асыуы менән уратып алған аҡтарға ташлаған. Ә. Вахитов.
АСЫУ II (ас-) (Р: открывать; И.: open; T.: açmak) ҡ.
1. Ишекте, ҡапҡасты ябыҡ түгел хәлгә килтереү. □ Открывать. // Открытие. ■ Шамилов ғәрлегенән ҡапҡаны тибеп асыуға, сылбырын сылтыратып, Һарыбай лауылдап килеп сыҡты. Ә. Хәкимов. Шалтыр-шолтор килеп, кемдер берәү тыштан асты тимер ишекте. М. Ямалетдинов.
2. Йоҙағын, биген алып, инерлек итеү. □ Отпирать, отомкнуть, открывать. // Отпирание, открытие. Мунсаны асыу. ■ Хасбулат олатай һандыҡтың бик күптән бирле бикле тороп тутыҡҡан йоҙағына кәрәсин тамыҙа-тамыҙа көскә асты. 3. Биишева. Бер көтөү малай барып асыр баҫыуҙың ҡапҡаһын, ырғытыр ҡунаҡ уларға, күстәнәс тип, аҡсаһын. Ш. Бабич.
3. Ниҙеңдер ауыҙын кәпләп, ябып торған нәмәне алыу. □ Открывать, вскрывать, откупоривать. Банканы асыу. Посылканы асыу.
351