Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 352


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АСЫУ
4. Ябыҡ булған нәмәне асыҡ хәлгә килтереү. □ Открывать, раскрыть. Китап битен асыу. Шаршауҙы асыу. Юрғанды асыу.
5. Нимәнеңдер тауышын көсәйтеү.
□ Открывать (громкость) чего-л. Телевизорҙың тауышын асыу.
6. Йомоҡ хәлдән асыҡ хәлгә килтереү.
□ Раскрыть, открывать. Ауыҙҙы асыу. Күҙҙе асыу. ■ Ғөбәй эш тураһында ауыҙ асыуға Волком секретары: «Шуны аңла, Килмәтов, хәҙер заман башҡа, эш ысулдары икенсе. Наган болғаусылар кәрәкмәй!» — тип йөҙ йыртты. Ә. Хәкимов.
7. Бороп, нимәгәлер үтергә, хәрәкәт итергә юл биреү. □ Открывать. Газды асыу. Канауҙы асыу. Кранды асыу. һыуҙы асыу.
8. Ниҙеңдер эшмәкәрлеген башлап ебәреү. □ Открывать, начинать что-л. Лавка асыу. Мәктәп асыу. Ашхана асыу. Күргәҙмә асыу. Йыйылышты асыу. Олимпия уйындарын асыу. ■ Башҡорт халҡы һис ҡасан башлап ҡорал тотманы; тиктомалдан ҡалҡынып батшаға яу асманы. М. Ямалетдинов.
9. Нимәнеңдер өҫтән ҡаплаған ҡыртышын, ҡатламын аҡтарыу, әрсеү. □ Снимать верхний слой чего-л. Сиҙәм асыу. Ырҙын асыу.
10. Берәй нәмәнең төҫөн асыҡ итеү, таҙартыу. □ Сделать ярким что-л. Келәмдең төҫөн асыу.
11. Берәй нәмәнең барлығын белеү, табыу. □ Открывать что-л. ■ Каланан алтмыш километр төньяҡтараҡ, тауҙар араһында, күптән түгел яңы ҙур нефть ятҡылығы астылар. Д. Исламов.
12. күсм. Билдәле итеү, асыҡлау, фаш итеү. □ Открывать, разоблачать, раскрывать. // Открытие, разоблачение, раскрытие. ■ Галәмдәрҙең серен асҡан һайын, тартылыу ҙа уға юғала. М. Ямалетдинов. Уның [Сәлимдең] төп маҡсаты — Мәхмүт Бәкеровтың ысын йөҙөн асыу. С. Повари-сов. Таҡыр башлы, оҙонса һары йөҙлө под
полковник үҙ штабы серен асыуға үкенде булһа кәрәк. Я. Хамматов.
АСЫУ III: ҡарын {йәки ҡорһаҡ, тамаҡ) асыу. ҡ. ҡар. асығыу.
АСЫУ IV (асы-) ҡ. ҡар. әсеү.
АСЫУАТ (Р.: солончак; И.: alkali soil; T.: solonçak) и. диал.
1. Тупрағы татырлы ер. □ Солончак.
2. бот. Әсе, татырлы ерҙә үҫә торған ҡаты үлән. □ Трава, растущая на солончаке.
АСЫУҒА ТЕЙЕҮ (асыуға тей-) (Р.: сердить; И.: make angry; T: kızdırmak ) к.
Асыуҙы ҡуҙғатыу; ҡыҙҙырыу. □ Сердить, рассердить. ■ Айыу — аҡыллы йыртҡыс. Әммә юҡҡа-барға асыуына тейһәң, холҡо боҙолоп китә, дыуамаллана башлай. С. Кулибай.
АСЫУ(ҘЫ) АЛЫУ (асыу ал-) (Р: сорвать зло на ком’, И.: take it out on smb; T.: kendini tutamamak) ҡ.
Булған асыуҙы кемгә йәки нимәгәлер төшөрөү. □ Сорвать зло на ком, на чём. ■ Бик эҫтәре көйә малайҙарҙың, шунлыҡтан улар асыуҙарын Тимерҙән ала башланы. Б. Бикбай.
АСЫУ ИТЕҮ (асыу ит-) (Р: делать назло; И.: do smth to spite smb; T: inadına yapmak ) ҡ.
Асыу менән, үс менән ниҙер ҡылыу.
□ Делать назло, в отместку. ■ Ғәләүҙе шулай койләп тормаһаң, асыу итеп йә инспекторға ошаҡлар, уға ышаныс бармы ни. Т. Йәнәби.
АСЫУ КИЛЕҮ (асыу кил-) (Р: возмущаться; И.: be indignant; T: öfkelenmek) ҡ.
Асыу тәьҫирендә булыу, асыулы булыу.
□ Возмущаться. ■ Асыуы килгән солтан тош юраусыны зинданға ябырға бойора. Р. Хажиев.
АСЫУ ҠАБАРЫУ (Р: гневаться; И.: be angry (with); T: kızmak) ҡ.
Бик ныҡ асыуланыу. □ Гневаться, злиться. ■ Колморҙа старшинаның асыуы сиктән тыш ҡабарҙы. Ул тештәрен
352