Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 353


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АС-ЯЛАНҒАС
шығыр-шығыр иттереп бер-береһенә игәй. Т. Хәйбуллин.
АСЫУЛАНДЫРЫУ (асыуландыр-) (Р.: злить; И.: anger smb.; T.: kızdırmak) ҡ.
Кемдеңдер йәки нимәнеңдер асыуын ҡуҙғатыу □ Злить, сердить, озлоблять, возмущать кого-л. Халыҡты асыуландырыу. ■ Буре: «Асыуландырһағыҙ, мин икегеҙҙе лә ашап ҡуйырмын, бир һөйәкте!» — ти. Әкиәттән.
АСЫУЛАНЫУ (асыулан-) (Р: сердиться; И.: be angry; T.: kızmak) ҡ.
1. Асыу тойғоһонда булыу, асыу килеү.
□ Сердиться, злиться. Шаян балаға асыуланыу. ■ Ире иҫтәлегенә хыянат итергә теләмәгән әсә, Шафиҡҡа асыуланып, үҙҙә-ренә килеп йөрөмәҫкә ҡушты. Я. Хамматов.
2. Кемгәлер асыу белдереү, үсегеү, үпкәләү. □ Злиться, обижаться на кого-л. Асыуланып сығып китеу. ■ [Вәсилә] был көндәрҙә һис кенә лә һуҙ кутәрмәй башланы. Юҡ ҡына һуҙгә лә хәтере ҡала, тиктомалдан асыуланып, упкәләп бара. Ф. Әсәнов.
АСЫУЛАНЫШЫУ (асыуланыш-) ҡ. урт. ҡар. асыуланыу, взаимн. от асыуланыу. ■ [Хисмәтулла — Михаилға:] Шунан бирле һаман асыуланышаһығыҙмы? Я. Хамматов.
♦ Асыуланыштан булмаһын ‘асыуланышмайыҡ’, ‘яманлашмайыҡ’ тигән мәғәнәлә әйтелә. □ В значении ‘давай, не будем ссориться’. N [Дубов:] Ул ваҡытта, иптәш Байрамғолов, асыуланыштан булмаһын: мин урындағы партия ойошмаһынан ярҙам һорайым. К. Мәргән.
АСЫУЛЫ (Р: злобный; И.: malicious; T.: kindar) с.
Асыу тойғоһо булған, асыуланған.
□ Злобный, озлобленный, сердитый, рассерженный, гневный. Я [Мәғәфур] асыулы тауыш менән Талхаға: «Куҙең ботаҡ урынымы ни! Карамай киләһең! Ниңә боролоп юл бирмәйһең?» — тип ҡысҡырҙы. Ж. Кейекбаев.
АСЫУСАН (Р: раздражительный; И.: irritable; T.: asabi) с.
Тиҙ генә асыуланып барыусан. □ Раздражительный, гневливый. Асыусан булыу. Асыусан кеше.
АСЫУ ТӨШӨРӨҮ (асыу төшөр-) (Р: сорвать зло на ком’, И.: take it out on smb; T: kendini tutamamak) ҡ.
Асыу тойғоһон кемгәлер йүнәлтеү. □ Сорвать зло на ком. ■ Рауил өйҙәгеләргә булған асыуын башҡаларға төшөрөп, йөрәген бер аҙ баҫа, буғай. Б. Бикбай.
АСЫШ (Р: открытие (в науке, литературе и т.д.); И.: discovery; T: açılma ) и.
Фән, әҙәбиәт әлкәһендә табылған яңылыҡ. □ Открытие (в науке, литературе и т.д.). Ғилми асыш. Асыш яһау. ■ Үҙ темаңды табыу художестволы асыштарға килтерә, дөйөм әҙәбиәт үҫешенә бер этәргес, ҡеуәт бирә. Ә. Вахитов.
АСЫШ ЯҺАУ (асыш яһа-) (Р: сделать открытие; И.: invent; T: keşfetmek) к.
Фән, әҙәбиәт әлкәһендә яңылыҡ уйлап табыу. □ Сделать открытие. ■ Бына ул [Әхмәҙулла] көтмәгәндә ҙур асыш яһай. Кайҙа барма, тик уның эше тураһында ғына һөйләйҙәр. Р. Солтангәрәев.
АСЫШЫУ (асыш-) ҡ. урт. ярҙ. ҡар. асыу II. взаимн. вспом. от асыу II.
АС ЭСӘК (Р: тонкая кишка; И.: small intestine; T.: ince bağırsak) и. анат.
Эсәктең ашҡаҙан менән туҡ эсәк араһындағы иң оҙон өлөшө; нәҙек эсәк. □ Тонкая кишка.
АС-ЯЛАНҒАС (Р: крайне бедный; И.: utterly poor; T.: çok yoksul ) с.
Ашҡа, кейемгә бик мохтаж. □ Крайне бедный, голодный и нищий. Ас-яланғас ҡалыу. ■ Шул саҡтарҙа, мине ас-яланғас итмәйем тип, күпме яфа сиккән [әсәйем]. Н. Мусин. Һуғыштың һуңғы ауыр йылы ине. Ас-яланғас саҡтар. Д. Бүләков. [Сәлих:] Янғындан элек кенә атымды әллә урланылар, әллә бүре, әллә айыу ашаны. Мин шул килеш йөклө ҡатыным менән ас-яланғас тороп ҡалдым. Ғ. Хәйри.
353