АЯУҺЫҘЛЫҠ
ҫөң һәм фатихаң булып бәлә-ҡазаларҙан аяп торор. Ф. Туғыҙбаева. • Ат аяған ат менер, тун аяған тун кейер. Мәҡәл.
АЯУ КӨН (Р.: обережный день; И.: protection Day; T.: koruma günü) и.
Йәйҙең яҡшы килеүен, бала-сағаға, мал-тыуарға именлек теләп йылға-күлдәргә етмеш ете төрлө сәскә һалған көн. □ Обережный день. ■ Аяу көндәрҙә йылға-күлдәргә етмеш ете төрлө сәскә һалғандар. Халыҡ ижадынан.
АЯУЛЫ (Р.: дорогой; И.: close; T: değerli) с.
Йәлләү, ҡыҙғаныу хисе уятырлыҡ; ҡәҙерле. □ Дорогой, милый, близкий. • Һәр кемдең үҙ балаһы үҙенә аяулы. Әйтем. Аяулы күҙгә сүп төшә. Әйтем.
АЯУЛЫ-АРҘАҠЛЫ с. диал. ҡар. атаҡлы.
АЯУҺЫҘ (Р: безжалостный; И.: merciless; T.: acımasız) с.
Ҡыҙғана белмәгән, ҡаты бәғерле. П Безжалостный, жестокий, беспощадный. Аяуһыҙ көрәш. Аяуһыҙ тәнҡит. ■ Бойҙай уңманы. Ул башаҡланып һутлана ғына башлағанда көн уртаһында аяуһыҙ ҡыҙҙырған ҡояш эҫеһенә сыҙамай бөрөштө. Я. Хамматов. Аяуһыҙ була һуғыш, күҙ күрер киңлектәрҙә ер өҫтө меңләгән мәйет менән ҡаплана. Р. Байымов.
АЯУҺЫҘЛАНЫУ (аяуһыҙлан-) (Р: стать безжалостным; И.: become merciless; T: acımasız olmak) ҡ.
Аяуһыҙға әйләнеү, ҡаты бәғерләнеү; аяуһыҙ ҡыланыу. □ Быть, стать безжалостным, беспощадным, жестоким. Дошман аяуһыҙланған.
АЯУҺЫҘЛЫҠ (аяуһыҙлығы) (Р: жестокость; И.: savageness; T: katı yüreklilik) и.
Рәхимһеҙлек, шәфҡәтһеҙлек, ҡанһыҙлыҡ. □ Жестокость, беспощадность. Аяуһыҙлыҡ ҡылыу. Аяуһыҙлыҡ күрһәтеү. Дошмандың аяуһыҙлығы.