Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 410


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЯҠ ЯЛЫ
АЯҠ ЯЛЫ (Р.: что-либо преподнесённое за выполненное поручение; И.: something given for running errands; T.: görev için verilen bir hediye) и.
Йомошҡа барған өсөн бирелә торған берәй нәмә. □ Что-л., преподнесённое за выполнение поручения. Унда барыуҙың аяҡ ялы ла сыҡманы.
АЯЛАУ (аяла-) (Р.: расчёсывать на гребне пух; И.: comb down; T.: yünü taramak) ҡ.
Ая аша үткәреү (дебетте). □ Расчёсывать на гребне пух, шерсть. ■ Кескәй Йәнеш йоҡлай, Тайба әбей дебет аялап ултыра ине.
3. Биишева.
АЯН [ғәр.-фарс. (Р: известно;
И.: it is known; T.: belli) р. иҫк.
Билдәле, cep түгел. □ Известно, определённо. • Ҡырмыҫҡаның баҫҡаны тәнрегә аян. Мәҡәл.
АЯНЛАУ (аянла-) (Р: бежать мелкой рысью (о лошади); И.: at a small trot; T.: tırıs koşmak) ҡ.
һәләт-һәләт баҫып, юрта яҙып атлау (атҡа ҡарата). □ Бежать мелкой рысью (о лошади). Ат аянлап бара.
АЯНСЫЛ (Р: быстрый; И.: fast; T.: hızlı) с.
Йылдам аяҡлы, йөрөшлө (атҡа ҡарата).
□ Быстрый, ходкий (о лошади). Аянсыл ат.
АЯНЫС (Р: жалкий; И.: poor; T.: acınacak) с.
Йән әсеткес; ҡыҙғаныс. □ Жалкий, плачевный, жуткий, горестный. Аяныс яҙмыш. Аяныс тормош. ■ Шул арала Сарыбай йәйләүендә һис уйламағанда аяныс бер хәл килеп сыға. Әкиәттән.
АЯНЫСЛЫ (Р: трагический; И.: sorrowful; T.: acı) с.
Фажиғәле, афәтле, ауыр ҡайғылы. □ Трагический, горестный, жалостный. Аяныслы күренеш. Аяныслы аҙым. Аяныслы үлем.
АЯНЫУ (аян-) (Р: чувствовать жалость; И.: sympathize with; T: acıma göstermek) ҡ.
1. Аяу, йәлләү тойғоһо кисереү. □ Чувствовать жалость, выражать сочувствие
кому. Балаға аянып ҡарап торҙом. ■ Әмир аянып ҡул һелтәне лә, .. районға шылтыратты. X. Ғиләжев.
2. диал. ҡар. йәлләү.
АЯТ [ғәр. (Р: аят; И.: verse from the Quran; T: ayet) и. дини.
Ҡөрьән сүрәһенең айырым бер структур өлөшө. □ Аят (мельчайшая структурная единица Корана). Аят уҡыу. ■ Корь-әндең торло олөштәргә бүленеүе лә бик үҙенсәлекле: ундағы һүҙҙәр ритмға эйә булған төркөмдәргә берләшәләр. Улар аяттар тип атала. Д. Шиғаев.
АЯТ АШЫ (Р: ритуальное угощение; И.: ritual treatment; T: ritüel yemek) и. дини.
Әруахтарҙы иҫкә алып йәки тереләр һаулығына Ҡөрьәндән аят уҡып, мулланы һәм яҡын туғандарҙы саҡырып һыйлау мәжлесе. □ Ритуальное угощение, сопровождающееся употреблением мяса, жертвенного скота и молитвой — аят, на которое обычно приглашают близких родственников, аксакалов, муллу. ■ Әсәйем йыл да атайыма тип, аят ашы үткәрә торғайны. Башҡорт мифологияһынан.
АЯТ УҠЫТЫУ (аят уҡыт-) (Р: поминки; И.: wake; T.: anma yemeği) ҡ. дини.
1. Кеше мәрхүм булғандан һуң, 3, 7, 40 көн, 1 йыл уҙғандан һуң, мәжлес йыйып, Ҡөрьән сүрәләрен уҡытып, хәйер таратып иҫкә алыу йолаһы. □ Поминки. Мәрхүмдең өсөнә, етеһенә, ҡырҡына аят уҡыталар.
2. диал. ҡар. Ҡөрьән уҡытыу.
АЯТ-ХӘҘИС (Р: суры из Корана; И.: sura of the Koran; T.: Kuran’ın suresi) и.
Ҡөрьән сүрәләре. □ Суры из Корана.
АЯУ (ая-) (Р: жалеть; И.: feel sorry (for); T.: acımak) ҡ.
Йәлләү, ҡыҙғаныу. □ Жалеть, щадить кого-что. Балаларҙы аяу. Йән аямау. ■ [Зөбәйҙә:] Ил өҫтөнә килгән бәләне ил менән бергә күтәрергә тура килә инде, Фәрхинур. Хәҙер үҙ башыңды ғына аяп тора торған саҡ түгел. М. Хәйҙәров. [Әсәй:] Һинең тө
410