АЯҠЪЮЛ
ҙур алдырға ҡымыҙ ҡойоп, аяҡсылап эсерә башлайҙар. М. Буранғолов.
АЯҠСЫЛАУ (аяҡсыла-) II (Р.: много ходить; И.: a lot of walking; T.: çok yürümek) ҡ. диал.
Күп йөрөү. □ Много ходить.
АЯҠ СЫЛҒАУЫ (Р.: портянка; И.: footcloth; T.: (çorap yerine ayağa dolanan) kumaş parçası) u.
1. Аяҡты урау өсөн туҡыма киҫәге; сылғау (ғәҙәттә, носкиҙы алыштыра). □ Портянка.
2. диал. этн. Кейәүгә бүләк итеп бирелә торған нағышлап эшләнгән сылғау. □ Портянка (подарок невесты жениху — вышитая гладью ткань).
АЯҠТАН ЙЫҒЫУ (аяҡтан йыҡ-) (Р: валить с ног; И.: knock smb down; T.: bacaklar kopmak) ҡ.
Ауырыу йәки насар хәбәрҙән тора алмау. □ Валить с ног. ■ Ҡустым аяҡтан йығылды. Имсе әбей: «Быны зәңге тотҡан бит», — тине. Ф. Хисамитдинова.
АЯҠТАН ҠАЛЫУ (аяҡтан ҡал-) (Р: сбиться с ног; И.: knock smb down; T.: bacaklar kopmak) ҡ.
Атлай алмаҫ булыу. □ Остаться без ног, сбиться с ног. ■ Шу л ғауғаларға ҡайғырыпмы, Нәфисә инәй бигерәк бирешкән, аяҡтан ҡалған, былай ҙа саҡ йөрөгән бит инде. Г. Яҡупова. Шунан һуң оҙаҡ торманы Ғәлиәкбәр: сире шәбәйә башланы, аҙаҡ аяҡтан яҙҙы. Р. Камал.
АЯҠТАН ЯҘЫУ (аяҡтан яҡ-) ҡ. ҡар. аяҡтан ҡалыу.
АЯҠ ТАРТМАУ (Р: не проявлять желания идти куда-л:, И.: feel unwilling to go somewhere; T.: gitmeye istememek) ҡ.
Ҡайҙалыр барырға теләк булмау. □ Не проявлять желания идти куда-л. ■ Самат әҙерәк бауыр аҫтынан ел үткәреп ҡайта-сағына һөйөнөп тә ҡуйғайны. Тик иртән тороуға әллә ни булды уның менән: күңеле лә, аяғы ла тартманы ла ҡуйҙы. «Йәшлек», 7 октябрь 2008.
АЯҠ ТОТОУ (аяҡ тот-) (Р: угощение односельчан; И.: custom; T.: bir gelenek) ҡ. диал.
1. Янғын йәки башҡа бәлә-ҡаза күргән кешенең мәжлес ҡороп ярҙам алыу йолаһы. □ Угощение односельчан с целью получить помощь. Аяҡ тотам тип саҡырыу.
2. диал. Бәләкәй баланы кесе ярау иттереү. □ Дать помочиться (о ребёнке).
АЯҠТУН (Р: штаны; И.: trousers; T.: pantolon) и. диал.
Ыштан. □ Штаны. Үлгән кешегә кәфен теккәндә аяҡтун да тегәбеҙ.
АЯҠТУП (Р: футбольный мяч; И.: ball; T.: top) и.
Футбол тубы. □ Футбольный мяч.
АЯҠ ҮРӘ р. ҡар. аяғүрә.
АЯҠ ҺАУЫТЫ и. диал. ҡар. аяҡ кейеме.
АЯҠ ҺОНОУ (аяҡ һон-) ҡ. һөйл. ҡар. аяҡ һуҙыу. ■ [Шәрифулла]киләсәктә аслыҡтан аяғын һоноп ятһа ятасаҡ, ләкин мал һанын арттырыуҙан туҡтамаясаҡ. Я. Хамматов.
АЯҠ ҺУҘЫУ (аяҡ һуҙ-) (Р: протянуть ноги; И.: kick the bucket; T.: can vermek) ҡ. һөйл.
1. Аяҡты һоноу. □ Протянуть ноги.
2. күсм. Үлеү. ■ Умирать. ■ Быжырмәр-гән үгеҙҙе күтәреп бәрә. Үгеҙ шунда уҡ аяғын һуҙа. Әкиәттән.
АЯҠҺЫРАУ (аяҡһыра-) (Р: быть на ногах; И.: be constantly afoot; T.: ayakta kalmak) ҡ.
Ултырмай аяҡ өҫтө йөрөү, аяҡта булыу.
□ Быть всё время на ногах. ■ [Бибихаят:] Ҡилгәс, ултыр, егет, торма ишек ҡатында аяҡһырап. Ә. Мирзаһитов.
АЯҠҺЫУ (аяҡһы-) ҡ. диал. ҡар. аяҡһырау.
АЯҠЪЮЛ (Р: тротуар; И.: sidewalk; T.: kaldırım) и.
Урамдың ике яғындағы йәйәү кеше йөрөй торған юл. □ Тротуар.
409