Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 152


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭЛЕКТРОКАР
2. Установканың нимәнелер электр менән иретеп йәбештергәндә йәки ҡырҡҡанда ток бирә торған детале. □ Электрод. М Бәх-тиәров үҙенә күпме торба, күпме электрод, күпме цемент кәрәклеген әйтте. Р. Солтан-гәрәев. Ысынлап та, [Азаматовтар] бында байтаҡ плита, торло диаметрлы торба, электрод һәм башҡа шуныц кеүек төҙөлөш материалдары таптылар. Ғ. Хисамов.
ЭЛЕКТРОКАР [рус.] (Р.: электрокар; И.: electric car; T.: elektrikli otomobil) и. тех.
Электр двигателе менән хәрәкәткә килтерелә торған үҙе йөрөмәле еңел йөк арбаһы (складтарҙа, вокзалдарҙа ҡулланыла). □ Электрокар. Электрокар менән йөк ташыу. ■ Цех геүләй ҙә геүләй — тегендә паровоз ҡысҡырта, бында электрокар юл һорай. Р. Ғабдрахманов.
ЭЛЕКТРОКАРДИОГРАФ [рус] (Р.: электрокардиограф; И.: electrocardiograph; T.: elektrokardiyograf) и.
Йөрәк мускулы эшләгәндә барлыҡҡа килгән электр импульстарын яҙып ала торған прибор. □ Электрокардиограф. Дауаханаға электрокардиограф алыу. М «Тәгәрмәсле поликлиника» салоны .. электрокардиограф, транспорт мониторы, каталка һ. б. ҡорамалдар менән йыһазландырылған. «Табын», 6 март 2013.
ЭЛЕКТРОЛИЗ [гр. electro + lysis ‘иреү’] (Р.: электролиз; И.: electrolysis; T.: elektroliz) и.
Электролит һәм уларға батырылған электродтар аша даими ток үткәндә барлыҡҡа килгән химик процесс. □ Электролиз. / Электролизный. Электролиз цехы. Электролиз яһау. Электролиз баҡыры.
ЭЛЕКТРОЛИТ [гр. electro + lytos ‘ирегән’] (Р.: электролит; И.: electrolyte; Т.: elektrolit) и.
Үҙе аша электр тогы үткәндә тарҡала торған матдә. □ Электролит. Ҡаты хәлдәге электролиттар. Полимер электролиттар. Я Аҙ ғына миҡдарҙа минералдары булған һыу эҫе көндә һыуһынды ҡандырыу өсөн дә, организмдағы электролит балансын һаҡлау өсөн дә бик уцайлы. «Йәшлек», 13 июль 2010.
ЭЛЕКТРОМАГНИТ [рус ] (Р.: электро магнит; И.: electromagnet; T.: elektromıknatıs) и.
Изоляциялы сым менән уралған һәм шул сым аша ток үткәндә магнитлана торған тимер үҙәк рәүешендәге ҡулайлама. □ Электромагнит. / Электромагнитный. Электромагнит индукция. Электромагнит майҙан. Электромагнит тулҡындар. ■ Плане-таныц гравитацион һәм электромагнит ҡеүәттәре көслөрәк, ә кескәй атомдыҡы һиҙелер-һиҙелмәҫ. Н. Ғәйетбаев.
ЭЛЕКТРОМАГНИТ ҠЫРЫ (Р.: элек тромагнитное поле; И.: electromagnetic field; T.: elektromanyetik alan) и. физ.
Материяның электр зарядлы өлөшсәләр араһында үҙ-ара тәьҫир итеү күренешен тыуҙырған айырым бер формаһы. □ Электромагнитное поле. Ерҙец электромагнит ҡыры. Электромагнит ҡыры теорияһы.
ЭЛЕКТРОМЕТРИЯ [рус.] (Р.: электрометрия; И.: electrometry; T.: elektrometre) и.
Электрик үлсәү алымы һәм ысулдары. □ Электрометрия. Скважина электрометрияһы.
ЭЛЕКТРОМЕХАНИК I (Р.: электроме ханический; И.: electromechanical, electromechanic; T.: elektromekanik) с.
Нимәгәлер электр һәм механик юл менән тәьҫир итеүгә нигеҙләнгән. □ Электромеханический. Металдарҙы электромеханик юл менән эшкәртеү. Электромеханик үҙ-гәрткес.
ЭЛЕКТРОМЕХАНИК II (электроме-ханигы) [рус.] (Р.: электромеханик; И.: electrician; T.: elektrikçi) и.
Электромеханика белгесе. □ Электромеханик. Электромеханиктар курсы. Электро-механиктар әҙерләү. ■ Электромеханик Винник электр сымдарын беркетеү менән мәшғүл. А. Мағазов.
ЭЛЕКТРОМЕХАНИКА [рус ] (Р.: элек тромеханика; И.: electromechanics; Т.: elektromekanik) и.
Электротехниканың электр моторҙары, машиналары, механизмдары эшләүгә һәм уларҙы файҙаланыуға ҡараған тармағы. □ Электромеханика. М [Ғәлим] ашай ҙа элек-
152