Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 151


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭЛЕКТРОД
ЭЛЕКТРИЧКА [рус.] и. ҡар. электр поезы. Электричкала барыу. Электричкаларҙың йөрөш ваҡыты. Электричка вагоны. Я Оҙон буйлы ике егет һәм сибәр генә бер ҡыҙ кисләтеп кенә Куктау станцияһында электричканан төшөп ҡалды. Д. Бүләков. Башта Мортаза ҡыҫылып-төртөлөп электричкала барырға риза булманы. X. Зарипов. Электричканан төшкәс, ун биш минутлап йәйәу атларға ине. Н. Мусин.
ЭЛЕКТРЛАШТЫРЫЛЫУ (электрлаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. электрлаштырыу. страд, от электрлаштырыу. Электрлаштырылған тимер юл. Электрлаштырылған ауыл.
ЭЛЕКТРЛАШТЫРЫУ (электрлаштыр-) (Р.: электрифицировать; И.: electrify; Т.: elektriklendirmek) ҡ.
Электр көсө менән эшләүгә күсереү; электрификация яһау. □ Электрифицировать. Транспортты электрлаштырыу. Ауыл хужалығын электрлаштырыу. ■ Бибекәй тимер юлын электрлаштырыуҙа эшләй ине. Д. Бүләков. Хәҙер ауылдарҙы электрлаштырыуҙа бергәләп, ҡулға-ҡул тотошоп эшләйҙәр. Ф. Әсәнов.
ЭЛЕКТРЛЫ (Р.: электрифицированный; И.: electrified; T.: elektrikli) с.
1. Электр үткәрелгән. □ Электрифицированный. Электрлы ауыл. Я Ауылды электрлы итер өсөн ошонда ултырған һәр малай әллә ниҙәр эшләргә риза булыр ине әле. Д. Шәрәфетдинов.
2. Электр заряды булдырыуға һәләтле (балыҡҡа ҡарата). □ Электрический. Электрлы скат. ■ Асия, балалары аҡты ҡаранан айыра башлағас, уларға .. океан төптәрендә йәшәй торған электрлы балыҡтар һәм башҡа ҡыҙыҡлы әйберҙәр тураһында һөйләне. Ә. Байрамов.
ЭЛЕКТР МЕНӘН ИРЕТЕП ЙӘБЕШТЕРЕҮ (Р.: электросварка; И.: electric welding; T.: electrik kaynağı) и.
Металл ҡорамалдарҙы электр тогы ярҙамында иретеп йәбештереү эше. □ Электросварка. Электр менән иретеп йәбештереу эштәре. Машина, конструкция һәм ҡоролма
деталдәрен электр менән иретеп йәбештереу процесы.
ЭЛЕКТР МЕНӘН ИРЕТЕП ЙӘБЕШТЕРЕҮСЕ (Р: электросварщик; И.: electric welder; T.: elektrik kaynakçı) и.
Электросварка менән шөғөлләнгән эшсе.
□ Электросварщик. Электр менән иретеп йәбештереусе һәнәрен уҙләштереу. Заводҡа электр менән иретеп йәбештереусе талап ителә. ■ Ведомство хеҙмәткәрҙәре уның [ирҙең] газ һәм электр менән иретеп йәбештереусе булып эшләгән өс йылын хеҙмәт стажына индереуҙән баш тарта. «Башҡортостан», 25 май 2015.
ЭЛЕКТРО- [рус.] (Р.: электро-; И.: electro-; Т.: electro-)
Ҡушма һүҙҙәрҙең электр энергияһы менән бәйле булыуын белдергән беренсе өлөшө.
□ Электро- (в сложных словах указывает на отношение данных слов к электричеству). Электробур. Электровоз. Электромобиль.
ЭЛЕКТРОБУР [рус.] (Р.: электробур; И.: electric drill; T.: matkap) и.
Электр двигателе ярҙамында эшләгән, бик тәрәнгә быраулай торған ер быраулау машинаһы. □ Электробур. / Электробуровой. Электробур менән быраулау. Электробур ҡасауы. ■ Хәҙер инде электробурҙар ҙа, вибробурҙар ҙа, термобурҙар ҙа бар. Ә. Байрамов.
ЭЛЕКТРОВОЗ [рус.] (Р.: электровоз; И.: locomotive, electric locomotive; T.: elektrikli lokomotif) u.
Электр двигателле локомотив. □ Электровоз. Электровоз ремонтлау цехы. Электровоздар етештереу. М Йәшел электровоз яҡынайғандан-яҡыная. Т. Килмөхәмәтов. Баш аҫтында вагон тәгәрмәстәре туҡылдай, электровоздың һуҙып-һуҙып ҡысҡыртҡаны ишетелә. Т. Сәғитов.
ЭЛЕКТРОД [гр. elektron ‘ыҫмала’ + һо-dos ‘юл’] (Р.: электрод; И.: electrode; Т.: elektrot) и.
1. Газ йәки шыйыҡлыҡ аша ток үткәреү өсөн ҡулланылған пластинка, сөй, шар һ. б. нәмә рәүешендәге үткәргес. □ Электрод. Ыңғай электрод. Кире электрод. Электрод ҡулланыу.
151