ЭЛЕККЕГӨН
ЭЛЕККЕГӨН (Р.: позавчера; И.: the day before yesterday; T.: önceki gün) р. һөйл.
Бынан бер көн аша алда; өсөнсө көн.
□ Позавчера. Элеккегөн ҡайтыу. Элеккегөн эшләу. S [Аҙнаев:] Элеккегөн һөйләшкән бригадаларҙы ойоштороп, иртәгәнән эшкә ҡушырға кәрәк. Н. Мусин.
ЭЛЕККЕСӘ (Р.: по-прежнему; И.: as before; T.: eskisi gibi) p.
Элек булғанса; әүәлгесә. □ По-прежнему, по-старому; как было, как раньше, как прежде; по старинке. Элеккесә тороу. Элеккесә калдырыу. ■ Рәшиҙә элеккесә ихлас йылмая һымак ине. Ғ. Аллаяров. [Ҡыҙҙың] биленә тиклем һалынып торған ҡара сәс уреме һәм ҡара ҡаштары ғына элеккесә ялтырайҙар. Я. Хамматов. Бабай элеккесә балыҡ тоторға йөрөй. Әкиәттән.
ЭЛЕКТОРАТ [лат. elector ‘һайлаусы’] (Р.: электорат; И.: electorate; T.: seçmenler) и. ҡар. һайлаусы.
Һайлауҙа теге йәки был кандидат, сәйәси партия өсөн тауыш биреүсе һайлаусылар.
□ Электорат. Электоратҡа вәғәҙә биреу. ■ Пенсионерҙар — электораттың иң әуҙем һәм төп өлөшө. «Башҡортостан», 24 апрель 2015.
ЭЛЕКТР [рус. электричество] (Р.: электричество; И.: electricity; T.: elektrik) и.
1. Зарядлы өлөшсәләрҙең хәрәкәтенән, үҙ-ара тәьҫиренән ғибәрәт күренештәр йыйылмаһы. □ Электричество. / Электрический. Электр тураһындағы тәғлимәт. ■ Ул [Фәрит] әле генә ҡара таҡтаға электр разрядтарының схемаһын төшөргәйне. Ә. Вәли.
2. Халыҡ хужалығында һәм тормошта ҡулланылған энергия. □ Электричество. / Электрический. Электр көсө. Электр менән эшләу. Электр менән иретеп йәбештереу эше. ■ Кәбир ауылға электр уткәреу хаҡында һуҙ ҡуҙғатты. Яр. Вәлиев. Һөт-консерва комбинатына, мәҫәлән, слесарҙар, электр менән иретеп йәбештереуселәр, электромон-тёрҙар, водитель кәрәк. «Көнгәк», 22 март 2013.
3. Шул энергияны булдырыуға, таратыуға бәйле. □ Электричество. / Электрический.
Электр батареяһы. ■ Электр сымдары елгә геуелдәй. Н. Алсынбаев. Тәҙрә ҡаршыһындағы электр бағаналары ла куренмәй. Р. Ғабдрахманов.
4. Шул энергия көсө менән эшләгәнде күрһәтә. □ Электричество. / Электрический. Электр самауыры. Электр бысҡыһы. ■ Электр сәйнугендә сәй ҙә ҡайнап сыҡты. Р. Байбулатов. Америкалағы миллионер беренсе булып заводында электр двигателе ҡуйған. И. Нурғәлиев.
5. Шул энергиянан алынған яҡтылыҡ. □ Электричество. / Электрический. Электр уты. Электр нуры. ■ Танк аккумуляторҙарын тоташтырып яһалған электр утынан лампочкалар балҡып янып тора. Ғ. Аллаяров. Клуб алдын өс урында ҙур электр фонарҙары яҡтырта. С. Агиш. Электр нурҙары менән әкиәттәге тылсымлы һарай төҫөнә ингән төнгө ҡала уҙенең мөһабәт, ғорур шауы менән йәшәй. 3. Биишева.
ЭЛЕКТРИК I (электригы) [рус.] (Р.: электрик; И.: electrician; T.: elektrikçi) и.
1. Электр көсөн хужалыҡта файҙаланыу өлкәһендәге белгес. □ Электрик. Электриктар курсы. М Цехтың электригы Миҙхәт Лоҡмановҡа яңы һәм ҡыҙыҡлы эш йөкмәтелде. Ә. Вәли. Электриктар килеп схеманы тикшерергә тотондолар. Ә. Бикчәнтәев. Йәмил тигән был эшсе егет .. ниндәйҙер заводтан электрик булып килгән. Й. Солтанов.
2. һөйл. ҡар. электромонтёр. Электрик булып эшләу.
ЭЛЕКТРИК II (Р.: электрический; И.: electric; T.: elektrik) с.
Электрға мөнәсәбәтле. □ Электрический. Электрик осҡон. И Был стендта, — ти Миҙхәт тыныс һәм куңелле тауышы менән, — беҙ заводта сығарыла торған бөтә машиналарҙы электрик яғынан һынай алабыҙ. Ә. Вәли.
ЭЛЕКТРИФИКАЦИЯ [рус ] (Р.: электрификация; И.: electrification; electrization; T.: elektriklendirme) и.
Электр энергияһын төп энергия рәүешендә көнкүрешкә һәм хужалыҡ әлкәләренә индереү эше. □ Электрификация. Районда электрификация.
150