Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 149


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭЛЕККЕ
1. Моңло, һағышлы лирик шиғыр. □ Элегия. Элегия үлсәме. ■ Шиғырҙың ҡалған дүрт строфаһында элегия жанры өҫтөнлөк итә. «Ағиҙел», № 4, 2012.
2. му з. Ныҡ һағышлы, моңло йыр йәки музыкаль әҫәр. □ Элегия. Элегия тыңлау. Элегия башҡарыу. Бетховен элегиялары.
ЭЛЕК I (Р.: раньше, прежде; И.: before, earlier, formerly; T.: evvel) p.
1. Хәҙерге мәлдән күп алда; әүәле. □ Раньше, прежде, давно. ■ Элек, һуғышҡа саҡлы, халыҡтың күпселеге был һүҙҙе белмәй ҙә торғайны. И. Абдуллин. Элек был ерҙәрҙә аҡ ҡылғандар ғына елгә елберҙәп ултыра торғайны. С. Агиш. Элек Урал буйында бик татыу ике ырыу йәшәгән, һунарсылыҡ, мал аҫрау менән көн иткәндәр. «Аҡһаҡ ҡола».
2. Быға тиклем, бынан алда; башта, әүәл. □ Раньше, прежде чего-л:, до чего-л. Элек ишеткән хәбәр. Элек күргән кеше. ■ Ғәләү элек бик йыуаш егет булһа ла, хәҙер батырланып, ҡыйыуланып китте. Т. Йәнәби.
3. Билдәле бер ваҡыттан алда. □ Раньше, прежде чего-л:, до чего-л. Ҡайтырҙан ай элек. Ике көн элек. ■ Сергей бер нисә сәғәт элек үҙе ултырған эскәмйә янына уҙҙы. А. Абдуллин. Егеттең уйҙары бынан бер йыл элек алдағы ваҡиғаларҙы барланы. Р. Байбулатов. Бынан күп йылдар элек ҡара урманда йәшәгән, ти, Бүребай. Әкиәттән.
4. Кемдән йәки ниҙәндер алда, башта, иң тәүҙә. □ Раньше, прежде; до. ■ Бер битең ай, бер битең көн. Ҡайһы битең элек тә, Ғәйнифәрхәт, үбәйем. Ш. Бабич. Ныязғол иң элек уның [Рәхимә] менән һаулашты. Һ. Дәүләтшина. Ҡояш ҡалҡмаҫ элек ер өйөнә ҡайтып, һалҡын түшәгенә ауҙы [Юламан].
3. Биишева. • Элек килгән - урын өсөн, аҙаҡ килгән - тамаҡ өсөн. Мәҡәл.
ЭЛЕК II (Р .: раньше кого, чего', И.: before somebody/something; T.: önce) бәйл.
Сығанаҡ килештәге һүҙҙәрҙән һуң килеп, эш-хәрәкәттең кемдән, нимәнән йәки ниндәйҙер эш-хәлдән алда булғанын белдерә. □ Раньше кого, чего', раньше чем, прежде чем', перед кем, чем', пока, до. Йоҡлап китмәҫтән элек. Бурандан элек. ■ Был мәғлүмәттәр
бөтәһенән элек быраулау мастерына кәрәк. Ә. Бикчәнтәев. • Матурлыҡтан элек батырлыҡ кәрәк. Мәҡәл.
ЭЛЕКЕН р. диал. ҡар. элек I. Ай элекен. Кешенән элекен. Элекен булған хәл.
ЭЛЕККЕ (Р.: прошлый; И.: last; Т.: geçmiş) с.
1. Элек булған; үткәндәге, әүәлге. □ Прошлый; бывший, былой, прежний. Элекке заман. Элекке ғөрөф-ғәҙәт. Элекке тормош. ■ Быйыл ҡар яҡшы уҡ шәп булған, элекке йылдарҙа был күл улай уҡ ҙур булмай торғайны. С. Агиш. Элекке заманда Шүлгән буйында бер бай улы булған. «Ҡара юрға».
2. Бынан бер көн, бер йыл аша алдағы; өсөнсө. □ Позапрошлый. Элекке аҙна. Элекке ай. ■ [Әбей:] Уландарым элекке көн ҡайтҡайны, иртәгә йәнә йомош ҡуштылар. Я. Хамматов. Хәллеләр, байҙар үҙҙәренең элекке йылғы запастары менән йәшәнеләр. Һ. Дәүләтшина.
3. Кемдән йәки ниҙәндер алдағы. □ Предыдущий. Минән элекке бала. Һуғыштан элекке йыл.
4. Быға тиклемге булған; баштағы, әүәлге. □ Начальный, первоначальный, исходный, прежний. Элекке насар ғәҙәтен ташлатыу. Элекке фатир. ■ Элекке дуҫлыҡ, бығаса һис бер кер төшмәгән кеүек, ҡабаттан ҡайтты. С. Агиш. Элекке мәсет йортонда, йома көн, ҡараңғы төшөү менән йәштәр йыйыла башланы. Ә. Бикчәнтәев. Ат, элекке сүрәтенә инеп, соҡорҙан сығып баҫып торҙо. «Алпамыша».
5. Ҡасандыр ниндәйҙер хәлдә булған, ниндәйҙер урын биләгән йәки ниндәйҙер эш, вазифа һ. б. башҡарған (хәҙерге күҙлектән сығып әйтелә). □ Бывший, прежний. Элекке йырсы. Элекке директор. ■ Баш инженер вазифаһын элекке өлкән конструктор Яков Николаевич Зайцев үтәй икән. И. Абдуллин. Элекке уҡытыусы Новиков бындай һорауҙарға яуап ҡайтарырға һәр ваҡыт әҙер, иренмәй ине ул. Ғ. Аллаяров. Мөрсәләй клубында концерттан һуң Ғамил мәктәптә бергә уҡыған элекке класташтарын осрата. Р. Байбулатов.
149