Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 148


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭЛГӘРЕК
ЭЛГӘРЕК (Р.: раньше; И.: at first; T.: ilkönce) р. диал.
Иң элек. □ Раньше; сначала. Элгәрек уйлау, унан һуң ғына эшләу.
ЭЛГӘРТЕ (Р.: посуда; И.: dishes; ware; T.: kaplar) и. диал. ҡар. ҡашығаяҡ.
Аш-Һыу әҙерләү һәм ашау-эсеү өсөн тотолған һауыт-һаба. □ Посуда, утварь. Эл-гәртеләре ялт итеп тора. Элгәрте йыуыу. Ағас элгәрте.
ЭЛГӘРТЕН р. диал. ҡар. элек I. Элгәртен ишеткән хәбәр. Элгәртен кургән кеше.
ЭЛГӘС (Р.: петля, застёжка, крючок; И.: buttonhole, stitch; T.: ilmik) и.
1. Кейемдең түшен ҡаушырып элә торған бәләкәй ырғаҡ. □ Петля, застёжка, крючок. Кулдәк элгәсе. Элгәсен эләктереу.
2. диал. Тышҡы кейемде ҡаушырып элә торған тумалаҡ нәмә; төймә. □ Пуговица. Элгәсте элеу. Элгәсе өҙөлөп төшкән.
3. ҡар. элгес 3. Ишек элгәсе. Тәҙрә элгәсе. ■ Ҡапҡаны асырға ла кәрәкмәй, элгәсен тарбаҡ мөгөҙө менән һелкеп кенә ташлай [һыйыр]. Г. Ғиззәтуллина.
ЭЛГӘСӘК (элгәсәге) и. диал. ҡар. элгес 1-3. Көпөһөнөң элгәсәге өҙөлгән. Ишек элгәсәге.
ЭЛДЕК (элдеге) (Р.: тесёмка; И.: ribbon; lace; T.: bağ) и. диал. ҡар. үңербау.
1. Күлдәк яғаһының үңәс төбөнән бәйләй торған бауы. □ Тесёмка, завязка (у воротника рубахи). Элдек ишеу. Элдек бәйләу.
2. Ике яғын яҫы итеп биҙәкләп, семәрләп эшләнгән элгес; ҡаптырма (кейемдә, ҡайышта һ. б.). □ Разукрашенная пряжка, застёжка. Көмөш элдек. Элдекте эләктереу.
ЭЛДЕРЕҮ (элдер-) ҡ. йөкм. ҡар. элеү 1—5. понуд. от элеү 1—5. Кейемде элгескә элдереу. Ишекте элдереу. П Төлкөсурин Мырҙабай Шамовты эшенән сығарыу тураһында приказ яҙҙы ла, машинкала баҫтырып, таҡтаға элдерҙе. Н. Мусин. [Комаҡшин] тәҙрәләргә, элекке зәңгәр ҡорғандарҙы алдырып, алһыу ҡорғандар элдерҙе. Р. Ғабдрахманов. Атаһы әлеге тунды соланға элдереп ҡуйған икән. Әкиәттән.
ЭЛДЕРӘТЕҮ (элдерәт ) ҡ. диал. ҡар. эләктереү. Элдерәтеп алыу. Беләктән элде-рәтеу. Эт итәктән элдерәтте.
ЭЛДЕ-ҺАЛДЫ (Р .: кое-как, как попало; И.: carelessly; T.: gelişigüzel) р. диал.
Арлы-бирле. □ Кое-как, как попало. Элде-Һалды эшләу. Элде-Һалды бәйләу. Эшкә элде-һалды ҡарау.
ЭЛЕВАТОР [лат. elevator ‘күтәреүсе’] (Р.: элеватор; И.: elevator; T.: silo) и.
1. Игенде ҡабул итеү һәм оҙаҡ һаҡлау өсөн махсус эшләнгән, күпләп тейәү, таҙартыу, киптереү мөмкинлектәре булған ҙур ҡоролма; иген һаҡлағыс. □ Элеватор. Элеваторға оҙатыу. ■ Ашлыҡ ташылып, һуғылып бөттө, элеваторҙарға ташыу башланды. С. Агиш. Буран менән Хәмит элеватор эргәһенә баҫтылар. Ә. Бикчәнтәев.
2. Йөк күтәрә һәм бер урындан икенсе урынға күсерә, йөрөтә торған ҡулайлама (ғәҙәттә, айырым киҫәктәрҙән торған, таралыу сан нәмәләр өсөн ҡулланыла). □ Элеватор. Элеватор менән кутәреу. Элеватор ярҙамында кусереу.
ЭЛЕГАНТ [рус. элегантный] (Р.: элегантный; И.: elegant; T.: zarif, şık) с. ҡар. ҡупшы.
1. Нәфислеге менән күҙгә ташланып торған, бик ҡупшы һәм килешле. □ Элегантный. Элегант костюм. Элегант эшләпә.
2. Зауыҡ менән кейенгән, үҙен көйәҙ тотҡан. □ Элегантный (о человеке). Элегант кеше. Элегант ханым. Булмәгә элегант ир килеп инде.
ЭЛЕГАНТЛЫҠ (элегантлығы) (Р.: элегантность; И.: elegance; T.: zariflik, şıklık) и.
Ҡупшылыҡ һәм нәфислектән килгән матурлыҡ, күркәмлек. □ Элегантность. Үҙенең элегантлығы менән хайран итә. Апайға элегантлыҡ хас.
ЭЛЕГИК (Р.: элегический; И.: elegiac; Т.: eleji) с.
Элегияға мөнәсәбәтле. □ Элегический. Элегик поэма. ■ Элегик йөкмәткеле сонетҡа медитативлыҡ, ассоциатив башланғыс, образлылыҡ хас. «Ағиҙел», № 1, 2013.
ЭЛЕГИЯ [гр. elegeia ‘йәлләткес йыр’] (Р.: элегия; И.: elegy; T.: eleji) и. кит.
148