ЭЛГӘРЕ
ЭКСТРЕМИСТ (экстремисы) [рус. | (Р.: экстремист; И.: extremist; T.: aşırıcı) и.
Экстремизмды яҡлаған кеше. □ Экстремист. / Эстремистский. Радикаль экстремистар. Экстремистарҙы ҡулға алыу.
ЭЛАСТИК (эластигы) [лат. elasticus ‘һығылыусан’] (Р.: эластик; И.: elastic; Т.: elastik, esnek) и.
1. Нәҙек резина ептәре булған һуҙылмалы туҡыма (пояс, бандаждар өсөн ҡулланыла). □ Эластик (ткань). Эластик эшләп сығарыу. Эластиктан бандаж яһау.
2. һуҙылыусан йомшаҡ яһалма сүс (ойоҡ кеүек нәмәләр бәйләү өсөн ҡулланыла). □ Эластик. / Эластичный, эластический. Эластик йөн. Эластик епсәләр. Эластик ойоҡтар. Эластик туҡыма. Эластик салбар кейеү. Эластик бинт.
ЭЛБИҘАҠ (элбиҙағы) (Р.: блёстки; И.: decorative small coins; T.: plaka) и. диал. ҡар. йылтыраҡ.
Балыҡ тәңкәһе кеүек кенә, йоҡа, ялтырауыҡ, йылтыр биҙәүес. □ Блёстки; мелкие тонкие монеты для украшения одежды. Күлдәккә элбиҙаҡ тегеү. Элбиҙаҡ менән биҙәү.
ЭЛГЕР (Р.: проворный; И.: agile; T.: çevik, kıvrak) с. һөйл.
Тиҙ тотоп ала торған, отҡор. □ Проворный, ловкий, расторопный. Элгер кеше. К Сит илдәргә сығып йөрөгәндә ҡарсығанан элгер ир кәрәк. Халыҡ йырынан.
ЭЛГЕРСӘК (элгерсәге) и. диал. ҡар. элмәк. Күлдәк элгерсәге. Ишек элгерсәге. ■ Ул [Айым] ҡапыл урынынан ҡуҙғалды, тыны ҡыҫылғанғамы — күлдәк элгерсәктәрен шартлатып ысҡындырып ебәрҙе. Ғ. Ибраһимов.
ЭЛГЕС (Р.: вешалка; И.: peg; hanger; rack; coat-hanger; rail; T.: duvar askısı) и.
1. Кейем эл еү өсөн ҡағылған ырғаҡ йәки ырғаҡлы нәмә. □ Вешалка. Элгескә элеү. ■ Зөбәйлә ишек төбөндәге элгестә торған пальтоһы кеҫәһенән барып алып, уға [Шәм-сунға] асҡыс һондо. Н. Мусин. Стенаға эленгән йомро көҙгө, иҫке генә кейем элгес тә бар. Ә. Әминев.
2. Кейем елкәһенә тағылған элмәк. □ Вешалка, петля (на одежде). Тундың элгесе өҙөлгән. Пальтоға элгес тегеү.
3. Ырғаҡ рәүешендәге бик. □ Крючок, щеколда. ■ Сәлих тороп ултырҙы һәм тиҙ генә ишектең элгесен эләктерҙе. С. Агиш. Йәнеш ашығып ишектең элгесен ысҡындырҙы ла ҡото осоп артҡа сигенде. 3. Биишева. Ишек элгесе ысҡынғас, Бикбулат һиҫкәнеп ҡуйҙы. Р. Низамов.
ЭЛГЕСӘК (элгесәге) и. диал. ҡар. элгес. Тунды элгесәктән алыу. Капҡаның элгесәге.
ЭЛГӘҘӘК (Р.: быстрый, проворный; И.: prompt, quick, fast; T.: hızlı) с. диал. ҡар. салт ш.
Шәп йөрөшлө (атҡа ҡарата). □ Ходкий (о лошади). Элгәҙәк ат.
ЭЛГӘЙНӘК (элгәйнәге) и. диал. ҡар. әлгәнйәк. Элгәйнәк балаһы. Элгәйнәк майы.
ЭЛГӘК (элгәге) и. диал. ҡар. элгес 3. Капканы элгәккә элеп кереү. Ишек элгәге.
ЭЛГӘР (Р.: предшественник; И.: predecessor; T.: öncel, selef) и.
1. Кайһылыр әлкәлә кемдәндер алда эшмәкәрлек күрһәткән кеше. □ Предшественник. Элгәр булыу. Директорҙың элгәре. Суфыйҙар — мәғрифәтселәр элгәре.
2. а. х. Бер ергә сәселәсәк иген алдынан сәселгән ашлыҡ. □ Предшественник. Арыш бойҙай өсөн яҡшы элгәр булып тора. Ужым культураһының төп элгәре.
ЭЛГӘРГЕ с. ҡар. элекке 1, 2. Элгәрге йыл. Элгәрге көн. ■ Әҙерәк ҡыҙмасаланғас, Буранбайҙың элгәрге тартыныуы кәмене. Я. Хамматов. Кеше менән һөйләшкәндә лә Алмабикә элгәрге кеүек яулыҡ осон ауыҙына ҡабып, аяҡ баштарына ҡарап түгел, тура ҡарарға өйрәнде. Р. Өмөтбаев.
ЭЛГӘРЕ I р. ҡар. элек I. Көн элгәре. Аҙна элгәре. ■ Ике ай элгәре, май көнөндә, эш мәшәҡәттәре менән үҙәккә юл тотҡайны Камалов. Р. Вәлиев. Элгәре Тәлгәшле ауылында Бөрөк исемле ярлы ғына бер ҡарт йәшәгән. Ж. Кейекбаев. Элгәре Ерәнсә сәсән тигән кеше йәшәгән. Әкиәттән.
ЭЛГӘРЕ II с. һөйл. ҡар. элекке 1. Элгәре заман. Элгәре аҙна. ■ Элгәре көндәрҙә яуған ямғырҙан һуң аяҡ аҫты кибеп етмәгән. Ғ. Ибраһимов.
147