Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 146


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭКСТЕРН
Сифат яғына иғтибар бүлмәй, күләмде арттырыу менән генә мауығыу хәле. □ Экстенсивность. Хужалыҡтың экстенсив-лығы. Хеҙмәт экстенсивлығы.
ЭКСТЕРН [лат. extemus ‘тышҡы’] (Р.: экстерн; И.: extern; T.: ekstern) и.
Уҡыу йортонда уҡымаған көйө, үҙ алдына әҙерләнеп, ниндәйҙер курс өсөн имтихан тапшырған кеше. □ Экстерн. Экстерн булып мәктәпте тамамлау. ■ Революцияғаса мең бәлә менән гимназия тамамланым, аҙаҡ, ун туғыҙынсы йылда, уҙ алдыма әҙерләнеп, экстерн тәртибендә университет бөтөрҙөм. Ә. Хәкимов.
ЭКСТЕРНАТ [лат. extemus ‘тышҡы’] (Р.: экстернат; И.: non-residence; external studies; T.: diş etkenler) u.
Уҡыу йортонда курстарҙы үҙ аллы үтеп, имтихан тапшырыуҙы үҙ эсенә алған уҡыу формаһы. □ Экстернат. Экстернат ойоштороу. Юғары уҡыу йортон экстернат менән тамамлау.
ЭКСТЕРЬЕР [лат. exterior ‘тышҡы’] (Р.: экстерьер; И.: exterior; T.: dış görünüş) и.
1. Бинаның, автомобилдең һ. б. тышҡы яҡ күренеше. □ Экстерьер. / Экстерьерный. Йорттоң экстерьеры. Автомобиль экстерьеры һәр саҡ яңырып тора.
2. Малдарҙың тышҡы формаһы һәм тән төҙөлөшө. □ Экстерьер. / Экстерьерный. Юртаҡ аттарҙың экстерьеры. Эттең экстерьеры.
ЭКСТРА [лат. extra] (Р.: экстра; И.: extra; T.: ekstra) с.
Иң юғары сифатлы, иң яҡшы (тауар сортына ҡарата). □ Экстра. Экстра сәй. Экстра тоҙ. Зәйтун майының экстра төрөн ҡулланыу.
ЭКСТРАДИЦИЯ [лат. ех ‘тыштан’ + tra-ditio ‘тапшырыу’] (Р.: экстрадиция; И.: extradition; T.: suçlunun ülkesine iadesi) и.
Енәйәтсене үҙ иленә мәжбүри ҡайтарыу. □ Экстрадиция. Экстрадицияға эләгеу.
ЭКСТРАДИЦИЯ ЛАУ (экстрадицияла-) (Р.: экстрадировать; И.: extradite; T.: suçluyu ülkesine iade etmek) ҡ.
Енәйәтсене үҙ иленә мәжбүри ҡайтарып ебәреү. □ Экстрадировать. И Ошо факттар уға [Демьянюкка]ҡаршы АҠШ-тан экстра-
дициялау (йәғни ҡыуып сығарыу) һәм Гер-манияла суд процесын башлау мөмкинлеген бирә лә инде. «Киске Өфө», № 20, 2009.
ЭКСТРАКТ [лат. extractum ‘һығыу, сығарыу’] (Р.: экстракт; И.: extract; T.: esans) и.
1. Органик туҡымаларҙан берәй иреткес ярҙамында иреткәндән һуң ҡайнатып йәки һығып алынған матдә. □ Экстракт. / Экстрактный, экстрактовый. Бесәй уләне экстракты. Женьшень экстракты. ■ [Макар:] Мин бына ун ике йыл инде элеутерококк экстракты әсәм. И. Абдуллин.
2. Емештән һығып алынған ҡуйы һут. □ Экстракт. / Экстрактный, экстрактовый. Еләк экстракты. Ҡарағат экстракты. Экстрактҡа һыу ҡушып эсеу.
ЭКСТРАСЕНС [лат. extra ‘өҫкө’ + sensus ‘тойғо’] (Р.: экстрасенс; И.: paranormalist; Т.: kâhin) и.
Үҙен тәбиғи булмаған тойоусанлыҡҡа (экстрасенсор һәләткә) эйә булған кеше тип танытыусы. □ Экстрасенс. Экстрасенсҡа мөрәжәғәт итеу. Йәш экстрасенс. ■ [Харис:] Инде ниндәй генә врачтарға мөрәжәғәт итмәнек, бармаған имсе, курһәтмәгән экстрасенс ҡалманы. Г. Ғиззәтуллина.
ЭКСТРАСЕНСОР [лат. extra ‘өҫкө’ + sensus ‘тойғо’] (Р.: экстрасенсорный; И.: extrasensory; T.: olağandışı hislerle ilgili olan) с.
Тәбиғи булмаған тойоусанлыҡҡа эйә булған. □ Экстрасенсорный. Экстрасенсор һәләтле. Экстрасенсор тест. Экстрасенсор куреу.
ЭКСТРЕМАЛЬ (Р.: экстремальный; И.: extreme; T.: ekstrem) с.
Ҡыйынлыҡ, ҡатмарлылыҡ яғынан ауыр, ғәҙәттән тыш. □ Экстремальный. Экстремаль шарттар. Экстремаль хәл. ■ Экстремаль спорт төрҙәре лә сәләмәтлегегеҙгә зыян килтереуе мөмкин. «Киске Өфө», № 31,
2011.
ЭКСТРЕМИЗМ [лат. extremus ‘сиктән тыш, самаһыҙ’] (Р.: экстремизм; И.: extremism; T.: aşırıcılık) и.
Сиктән тыш ҡараштарға һәм сараларға бирелгәнлек (ғәҙәттә, сәйәсәттә). □ Экстремизм. Экстремизмда ғәйепләу. Я Ватан тарихында экстремизм өр-яңы куренеш тугел. «Ағиҙел», № 7, 2011.
146