Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 145


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭКСТЕНСИВЛЫҠ
ҙы төп бурыс итеп ҡуйған ағым. □ Экспрессионизм. Экспрессионизм менән мауығыу. Сәнғәттә экспрессионизм күренеше. ■ [XX быуат башында] төрлө ижади йүнәлештәр, стилдәр барлыҡҡа килә: поэзияла абстрактлылыҡ һәм риториклыҡ, прозала натурализм, драматургияла экспрессионизм һәм конструктивизм. «Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия»нан.
ЭКСПРЕССИОНИСТ (экспрессионисы) [рус.] (Р.: экспрессионист; И.: expressionist; T.: dışavurumcu) и.
Экспрессионизм яҡлы кеше. □ Экспрессионист. Экспрессионистар күргәҙмәһе. Экспрессионистар ултырышы. Экспрессионистар төркөмө.
ЭКСПРЕССИЯ [лат. expressio ‘асыҡлыҡ’] (Р.: экспрессия; И.: expression; T.: ifade gücü, anlatımlık) и.
Ниндәй ҙә булһа тойғо, кисерештәрең булыу, тәьҫир итеү көсө. □ Экспрессия. Телмәр экспрессияһы. Асыу экспрессияһы. Экспрессия күрһәтеү, м Трагифарсты, ҡалала хөкөм һөргән алйотлоҡто заманса экспрессия хәрәкәттәре һәм урта быуат бейеүен хәтерләткән синхрон хәрәкәттәр менән оҫта берләштерә. 3. Бураҡаева.
ЭКСПРОМТ [лат. expromptus ‘әҙер’] (Р.: экспромт; И.: impromptu, extemporization; T.: bedihe, doğaç) и.
1. Алдан әҙерләнмәй, ҡапыл ижад ителгән оҫта шиғыр, музыкаль әҫәр, һүҙ һ. б. □ Экспромт. Экспромт менән әйтеү.
2. муз. Фортепиано өсөн ирекле формала яҙылған бәләкәй генә музыкаль пьеса. □ Экспромт. ■ Балакиревтың экспромты, француз композиторы Берионың 7-се концерты .. был ил сәхнәләрендә айырыуса зауыҡлы яцғырай. «Башҡортостан ҡыҙы», № 11,2005.
ЭКСПРОПРИАТОР [рус ] (Р.: экспро приатор; И.: expropriator; T.: mülksüzleşti-геп) и.
Экспроприация яһаған кеше. □ Экспроприатор. Экспроприаторҙар тарафынан тартып алыныу.
ЭКСПРОПРИАЦИЯ [фр expropriation ‘милектән мәхрүм итеү’] (Р.: экспроприа
ция; И.: expropriation; T.: mülksüzleştirme, ekspropriye) и. юр.
1. Кемдеңдер милкен мәжбүри тартып алыу. □ Экспроприация. Экспроприация юлы менән алынған тауар. ■ Полиция начальнигы Миәстәге экспроприацияға нисек итеп әҙерләнеү .. тураһында бәйнә-бәйнә һөйләне лә бирҙе. В. Исхаҡов.
2. тар. Бер синыфтың икенсе бер синыфты милкенән, ижтимағи хәленән мәхрүм итеүе. □ Экспроприация. Экспроприация яһау. Экспроприация башлау.
ЭКСПРОПРИАЦИЯЛАНЫУ (экспроприациялан-) ҡ. төш. ҡар. экспроприациялау. страд, от экспроприациялау. Экспроприацияланған хужалыҡ.
ЭКСПРОПРИАЦИЯЛАУ (экспроприацияла-) (Р.: экспроприировать; И.: expropriate; T.: mülksüzleştirmek) ҡ. ҡар. тартып алыу.
Экспроприацияға дусар итеү. □ Экспроприировать. // Экспроприация, экспроприирование. Кеше милкен экспроприациялау. Ҡоралды экспроприациялау. Экспроприациялау процесы.
ЭКСТАЗ [гр. ekstasis ‘һоҡланыу’] (Р.: экстаз; И.: ecstasy; T.: ekstaz, kendinden geçme) и.
Ниндәйҙер тойғоға ныҡ бирелеп ярһыған, шашҡан хәл. □ Экстаз. / Экстатический; экстатичный. Экстазға бирелеү. Экстаз хәлендә булыу. ■ Сит кешеләргә бик йыш улар [дәрүиштәр] гипноз йәки экстаз тәьҫирендә кеүек күренгән. «Киске Өфө», № 15,
2011.
ЭКСТЕНСИВ (Р.: экстенсивный; И.: extensive; T.: ekstansif) с.
Сифат яғын яҡшыртмай, һан яғын арттырыуға ғына йүнәлтелгән. □ Экстенсивный. Экстенсив үҫеш. Экстенсив иҡтисад. Экстенсив геологик разведка. Экстенсив игенселек. Ауыл хужалығын экстенсив юл менән алып барыу. Ш Илде экстенсив үҫеш юлынан интенсив үҫеш юлына баҫтырыу һуғыштан һуң башланғайны — тормошҡа ашманы. «Ағиҙел», № 8, 2011.
ЭКСТЕНСИВЛЫҠ (экстенсивлығы) (Р.: экстенсивность; И.: extensity; Т.: genişlik) и.
145