Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 144


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭКСПОНАТ
2. муз. Музыкаль әҫәрҙең төп темаларҙы һүрәтләгән тәүге өлөшө. □ Экспозиция. Опера экспозицияһы. Соната экспозицияһы.
3. Айырым бер тема буйынса һайлап алынған һәм билдәле бер тәртиптә бирелгән тарихи әйбер, сәнғәт әҫәре һ. б. нәмәләрҙең халыҡҡа күрһәтеү өсөн ҡуйылышы. □ Экспозиция. / Экспозиционный. Күргәҙмә экспозицияһы. Музей экспозициялары. Экспозиция залы. Экспозиция стенды. ■ Уның [музейҙың] экспозицияларға бай, яҡты бүлмәләренән бөгөн дә кеше өҙөлмәй. Р. Өмөтбаев. Башҡорт һуғышсыларына арналған бер генә экспозиция ла юҡ. М. Ямалетдинов.
ЭКСПОНАТ [лат. exponatus ‘күрһәтеүгә ҡуйылған’] (Р.: экспонат; И.: exhibit; Т.: sergilenen şey) и.
Күргәҙмәгә, музейға ҡуйылған йәки ҡуйыласаҡ нәмә. □ Экспонат. Күргәҙмә экспонаты. Музей экспонаты. ■ [Сәғит] экспонаттан экспонатҡа күсте, һәр береһенә айырым туҡталып, ентекләп ҡарап торҙо. И. Ғиззәтуллин. Бындағы бай экспонаттарҙан яҡут әҙәбиәтен алыҫ үткәндәрҙән алып бөгөнгөһөнә тиклем бик асыҡ күҙ алдына килтереп була ине. Н. Мусин.
ЭКСПОРТ [ингл. export < лат. exporto ‘сығарам’] (Р.: экспорт; И.: export; T.: ihracat, ihraç) и.
1. һатыу һәм файҙаланыу өсөн тауарҙың сит илгә сығарылышы; киреһе — импорт.
□ Экспорт. Экспортҡа китеү Экспорт өсөн әҙерләү. ■ Был илдәр өлөшөнә экспорттың дөйөм куләменең 40 процент тирәһе тура килә. «Киске Өфө», № 32, 2011.
2. Сауҙа маҡсатында сит илгә сығарылған тауар һәм уның дөйөм хаҡы йәки күләме.
□ Экспорт (товар). ■ Сит илдәр менән баҡыр экспортына килешеүҙәр төҙөлөр. Ғ. Хөсәйенов. Иген экспорты кәмене, дәүләт ситкә сығарырлыҡ ашлыҡ туплай алманы. Р. Камал.
ЭКСПОРТЁР [ингл. exporter < лат. exporto ‘сығарам’] (Р.: экспортёр; И.: exporter; T.: ihracatçı) и.
Сит илгә тауар сығарыусы кеше йәки ойошма. □ Экспортёр. «Иң яҡшы Рәсәй экспортёры» тигән исемгә лайыҡ булыу. ■ Һиндостан һәм башҡа экспортёр илдәрҙә
етештереү көстәре кәмей, был да шәкәрҙең ҡиммәтләнеуенә килтерәсәк. «Киске Өфө», № 6, 2010.
ЭКСПОРТЛАНЫУ (экспортлай-) ҡ. төш. ҡар. экспортлау, страд, от экспортлау. М Сит илгә экспортланған продукттар ғына тикшерелә. «Киске Өфө», № 5, 2011.
ЭКСПОРТЛАУ (экспортла-) (Р.: экспортировать; И.: export; T.: ihraç etmek) ҡ.
Тауарҙы сит илгә һатырға сығарыу. □ Экспортировать. // Экспортирование. Ағас экспортлау. ■ Ҡаҙағстан Хөкүмәте үҫемлек майын һәм ҡарабойҙайҙы экспортлауҙы тыйырға ҡарар итте. «Йәшлек», 28 сентябрь 2010.
ЭКСПРЕСС [ингл. express < лат. expres-sus ‘көсәйтелгән, бик көслө’] (Р.: экспресс; И.: express; T.: ekspres) и.
Ҙур станцияларҙа ғына туҡталыш яһап, бик шәп йөрөгән автобус, поезд, пароход һ. б. □ Экспресс. Диңгеҙ экспресы. Экспресс автобусы. Экспресс поезы. Экспресс менән килеу. ■ Георгий Иванович кисә кис Мәскәүҙән Алыҫ Көнсығышҡа юл тотҡан экспрестан төшөп ҡалды ла әле китеп барған поезға күсеп ултырҙы. Ш. Янбаев.
ЭКСПРЕСС- [ингл. express < лат. expres-sus ‘көсәйтелгән, бик көслө’] (Р.: экспресс-; И.: express; T.: ekspres)
Ҡушма һүҙҙәрҙең ‘тиҙ йөрөшлө, тиҙ еткерелә торған’ мәғәнәләрен аңлатҡан беренсе өлөшө. □ Экспресс- (первая часть сложных слов, обозначающая 'моментальный, срочный). Экспресс-почта. Экспресс-газета. Экспресс-анализ.
ЭКСПРЕССИВ (Р.: экспрессивный; И.: expressive; T.: anlatımsal, ifadeli) с.
Тасуири йәһәттән көслө, тәьҫирле. □ Экспрессивный. Экспрессив телмәр. Экспрессив һуҙ. ■ Динамик рәуештә, экспрессив, тығыҙ яҙылған ҡыҫҡа әҫәрҙәр заманаһы тыуҙы түгелме?! Ф. Күзбәков.
ЭКСПРЕССИОНИЗМ [фр. expression-nisme < лат. expressio ‘асыҡлыҡ’] (Р.: экспрессионизм; И.: expressionism; T.: dışavurumculuk, ekspresyonculuk) и.
XX быуаттың 30-сы йылдарына тиклемге Европа әҙәбиәтендә һәм сәнғәтендә кешенең эске донъяһын, кисерештәрен сағылдырыу
144