экспозиция
телдәр, прокурор, эксперттар, ғәйепләнеүселәр һәм шулай уҡ Ғәлиәкбәров та ҙур иғтибар менән тыңланы. X. Зарипов.
ЭКСПЕРТИЗА [рус.] (Р.: экспертиза; И.: expert examination; review; T.: ekspertiz) и.
1. Ҡатмарлы, бәхәсле эш-хәлдең фән, техника, сәнғәт һ. б. әлкә белгестәре тарафынан тикшерелеүе, ҡаралыуы. □ Экспертиза. Гилми экспертиза. Экспертиза һөҙөмтәләре. Экспертизаға ебәреү. Экспертиза үткәреү. ■ Ташты күреп ҡалғас, хеҙмәткәрҙәр таң ҡалды, тиҙ арала Мәскәүгә экспертизаға оҙаттылар. Н. Алсынбаев. Экспертиза һөҙөмтәһе бөтәһен дә шаңғытты. Ғ. Хисамов.
2. һөйл. Эксперттарҙан торған комиссия.
□ Экспертиза. Экспертиза ағзаһы. Экспертиза саҡырыу.
ЭКСПЛУАТАТОР [рус.] (Р.: эксплуататор; И.: exploiter; T.: sömürücü) и. ҡар. иҙеүсе.
Кешенең хеҙмәт көсөн үҙләштереүсе кеше. □ Эксплуататор. / Эксплуататорский. Эксплуататорҙар синыфы. ■ Уны [Тарифу лланы] ҡанескес эксплуататорға һанап, өйөнән ҡыуҙылар. М. Хужин.
ЭКСПЛУАТАЦИОН (Р.: эксплуатационный; И.: exploitation; operating; T.: kullanma) с.
Эксплуатацияға (1, 2) бәйле булған. □ Эксплуатационный. Эксплуатацией сығымдар. ■ Скважинаны үҙләштерәһе, уға эксплуатацией колонна төшөрәһе, нефть үтеү өсөн колоннаның забойҙағы башын тиш-терәһе һәм башҡа мөһим эштәр эшләйһе бар ине әле. Ә. Байрамов.
ЭКСПЛУАТАЦИЯ [фр. exploitation ‘файҙаланыу’] (Р.: эксплуатация; И.: exploitation; T.: sömürü, sömürme) и.
1. Етештереү сараларына хосуси милекселек хөкөм һөргән антагонистик синыфлы ижтимағи-экономик формацияла бер кешенең икенсе кеше хеҙмәтен үҙләштереүе.
□ Эксплуатация. Эксплуатациянан азат хеҙмәт. ■ Ниңә һуң Францияла һаман ошо көнгә тиклем эшсе синыфы эксплуатациянан ҡотола алмаған? А. Таһиров.
2. Файҙаланыу маҡсатында нимәнеңдер эшкәртелеше (ер, тәбиғәт байлығына һ. б. ҡарата). □ Эксплуатация. Ер аҫты байлыҡ
тары эксплуатацияһы. Күмер шахталарының эксплуатацияһы.
3. Ҡорал-ҡорамал, етештереү саралары, йорттоң һ. б. тормошта систематик рәүештә файҙаланылышы. □ Эксплуатация. Эксплуатацияға тапшырыу. ■ 709-сы скважина эксплуатацияға бирелде. А. Карнай. Асфальт-бетон ҡатламының эксплуатация ваҡыты оҙайҙы, юл өҫтөндә температура тәьҫире эҙемтәләре һуңыраҡ барлыҡҡа килде. «Киске Өфө», № 13, 2011.
ЭКСПЛУАТАЦИЯЛАНЫУ (эксплуатациялап-) ҡ. төш. ҡар. эксплуатациялау. страд, от эксплуатациялау. ■ 9 октябрҙә Николаев урамындағы эксплуатацияланма-ған 11-се йортта ут сыға. «Ашҡаҙар», 17 октябрь 2012.
ЭКСПЛУАТАЦИЯЛАУ (эксплуатацияла-) (Р.: эксплуатировать; И.: exploit; Т.: sömürmek, işletmek) ҡ.
1. Кемделер эксплуатацияға дусар итеү; иҙеү. □ Эксплуатировать. // Эксплуатация, эксплуатирование. ■ Иван Самуилович .. пароход хужаларының хеҙмәтсәндәрҙе бары тик үҙ файҙаһына эксплуатациялауҙарын төшөндөрөп бирҙе. В. Исхаҡов.
2. Файҙаланыу маҡсатында эшкәртеү (ер, тәбиғәт байлыҡтарын һ. б.). □ Эксплуатировать. // Эксплуатация, эксплуатирование. Ерҙе эксплуатациялау. ■ Нефть ятҡылығын эксплуатациялау өсөн беренсе промысла ойошторолдо. Ә. Бикчәнтәев.
3. Ҡорал-ҡорамалды, етештереү сараларын, йортто һ. б. тейешенсә файҙаланыу. □ Эксплуатировать. // Эксплуатация, эксплуатирование. Станокты эксплуатациялау. Йортто эксплуатациялау. Кер йыуыу машинаһын эксплуатациялау.
ЭКСПОЗИЦИЯ [лат. expositio ‘күрһәтеп ҡуйыу’] (Р.: экспозиция; И.: build-up; Т.: sergilenen eşya, ekspozisyon) и.
1. әҙ. Әҙәби әҫәрҙең төп сюжеттан алдағы ваҡиғаларҙы һүрәтләгән баш өлөшө. □ Экспозиция. Повестың экспозицияһы. ■ Поэманың экспозицияһында беҙ миф һәм ысынбарлыҡтың аралашыуына шаһит булабыҙ. «Ағиҙел», № 8, 2011.
143