ЭКСПЕДИТОР
ЭКСПЕДИТОР [рус.] (Р.: экспедитор; И.: forwarding agent; T.: mal sevkeden, ekspeditör) u.
Нимәнелер тейешле урынға таратыу, ебәреү менән шөғөлләнгән хеҙмәткәр. □ Экспедитор. База экспедиторы. Элемтә экспедиторы. Экспедитор булып эшләу. ■ Ул [Шәмсетдин] ҡалала ниндәйҙер бер сауҙа ойошмаһында экспедитор булып эшләне. X. Зарипов. [Хөснулла] экспедитор булып керҙе, уны ла ташланы, әле — кадрҙар булегендә. Ә. Әминев.
ЭКСПЕДИЦИОН (Р.: экспедиционный; И.: expeditionary, expedition; T.: sevkedilen) с.
Экспедиция (1) үткәреүгә мөнәсәбәтле.
□ Экспедиционный. Экспедицион төркөм. Экспедицион булек. ■ Артабан ул [Никита] Төньяҡ Африкала һуғышыусы инглиз экспедицион корпусына барып юлыҡты. М. Хужин.
ЭКСПЕДИЦИЯ [лат. expeditio ‘тәртипкә килтереү’] (Р.: экспедиция; И.: expedition; T.: keşif seferi) и.
1. Бер төркөм кешенең махсус эш менән ҡайҙалыр барыуы. □ Экспедиция. / Экспедиционный. Археологик экспедиция. Ғилми экспедиция. ■ Археологтар экспедицияһы Аҡтау ҡәлғәһендә ете йыл рәттән эшләй.
3. Ураҡсин. [Николай] иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем экспедицияларҙа йөрөй, ҡышын йыйған материалдарын өйрәнә. Ғ. Хисамов.
2. Шул эшкә сыҡҡан кешеләр төркөмө.
□ Экспедиция. Экспедиция етәксеһе. ■ Экспедиция кешеләренән беренсе булып Буранға баш геолог Милованова осраны. Ә. Бикчәнтәев.
3. Учреждениеның, предприятиеның нимәнелер тейешле урынға оҙатыу, таратыу эшен башҡарған бүлеге. □ Экспедиция. Экспедиция булеге. Экспедицияға тапшырыу.
ЭКСПЕРИМЕНТ [лат. experimentum ‘һынау, тәжрибә’] (Р.: эксперимент; И.: experiment; T.: deney, tecrübe) и.
1. Төрлө эш-хәл, күренештәрҙе өйрәнеү, тикшереү маҡсатында төрлө шарттарҙа күҙәтеү йәки уларҙы яһалма рәүештә ҡабаттан тыуҙырыу эше; ғилми маҡсатта үткәрелгән тәжрибә. □ Эксперимент. / Экспериментальный. Эксперименттар цехы. Ғилми эксперимент. ■ Һауала беренсе тапҡыр утәлә
торған һәр бер задание уҙенә курә эксперимент инде ул. А. Мағазов. Тәжрибәләр, куҙәтеуҙәр, эксперименттар уткәреп, ғалимдар халыҡ хужалығын кутәреп ебәрерлек асыштар яһай. Т. Килмөхәмәтов.
2. фәлс. Тәбиғи һәм тәбиғи булмаған яһалма шарттарҙа тикшереү, өйрәнеү нигеҙендә ысынбарлыҡты танып белеү алымы.
□ Эксперимент. / Экспериментальный. Эксперимент объекты. Эксперимент алымдары.
3. Нимәнелер тормошҡа ашырыу юлын һынап ҡарау алымы. □ Эксперимент. / Экспериментальный. ■ Сәғиҙә, уҙенсә, Мансурға ҡарата бер эксперимент ҡулланып ҡарарға булды. М. Тажи.
ЭКСПЕРИМЕНТАЛЬ (Р.: экспериментальный; И.: experimental; T.: deney, deneysel) с.
1. Экспериментҡа мөнәсәбәтле. □ Экспериментальный. Эксперименталь эш. Тикше-ренеуҙец эксперименталь ысулы. Эксперименталь төркөм. ■ Декорациялар ҙа, ниндәйҙер эксперименталь алымдар ҙа кеше куцелен, уның уй-кисерештәрен асыуҙа ҡамасау булырға тейеш тугел. 3. Бураҡаева.
2. Экспериментҡа нигеҙле. □ Экспериментальный. Эксперименталь медицина. Эксперименталь психология. Эксперименталь фонетика.
ЭКСПЕРИМЕНТАТОР [рус ] (Р.: экспериментатор; И.: experimenter; T.: dene-yimci) и.
Эксперимент үткәреүсе. □ Экспериментатор. Танылған экспериментатор. Талантлы экспериментатор.
ЭКСПЕРТ [лат. expertus ‘тәжрибәле’] (Р.: эксперт; И.: expert; T.: eksper, uzman) и.
1. Ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәлә буйынса һығымта яһағанда ылыҡтырылған белгес.
□ Эксперт. Экспертҡа мөрәжәғәт итеу. ■ Эксперттарҙың билдәләуенсә, көршәк беҙҙең эраның башында эшләнгән булырға тейеш. Ғ. Хисамов.
2. юр. Суд һәм башҡа эштәр буйынса экспертиза яһау өсөн дәүләт һәм йәмғиәт органдары тарафынан ылыҡтырылған махсус белемле кеше. □ Эксперт. Суд эксперты. ■ Уны [сығышты] зал тулы халыҡ, заседа
142