ЭТ ҠАҪТА
ЭТ ҠАҪТА (Р.: рахит; И.: rickets; Т.: raşitizm) и. диал. ҡар. өсйән.
Организмда матдәләр алмашыныуы боҙолоу арҡаһында һөйәк һәм нервы системаһының үҫешенә кире йоғонто яһаған балалар ауырыуы. □ Рахит. Балаға эт ҡаҫта булған. Эт ҡаҫта сире. Эт ҡаҫтаны имләү.
ЭТҠОЛАҠ I (этҡолағы) (Р.: окопник;
И.: woundwort; T.: karakafes otu) и. бот.
Күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, яҫы япраҡлы, ҡытыршы йөнтәҫ һабаҡлы, күк ҡыҙыл йәки алһыу, аҡ сәскәле күп йыллыҡ эре үлән. □ Окопник (лат. Symphytum). ■ Аяҡ аҫтындағы ҡалын үлән ҡатламы шыйығайып, әллә нисә төр сәскәләрҙе һирәк этҡолаҡтар һәм әрекмәндәр алыштыра. Д. Шәрәфетдинов.
ЭТҠОЛАҠ II (этҡолағы) (Р.: щавель конский; И.: horse dock; T.: kuzukulağı) и. диал. ҡар. атҡолаҡ.
Оҙонса киң япраҡлы, оҙон һабағында урынлашҡан суҡлы сәскәле күп йыллыҡ үлән. □ Щавель конский (лат. Rumex con-fertus). Этҡолаҡ япрағы. Этҡолаҡ йыйыу. Ҡош-кортка этҡолаҡ ашатыу.
ЭТҠОЛАҠ III (этҡолағы) и. диал. ҡар. юл япрағы. Яраға этҡолаҡ һалыу. Этҡолаҡ юл буйында күпләп үҫә.
ЭТ ҠОНДОРАҒЫ (Р.: полевица собачья; И.: dog’s grass; T.: köpek tavusotu) и. бот.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған, бер төптән сыҡҡан күп һабаҡлы, башаҡлы үҫемлек. □ Полевица собачья (лат. Agrostis canina). Эт ҡондорағы мал аҙығы үҫемлектәре рәтенә инә.
ЭТҠОРОШ (Р.: болезненный; И.: sickly, ailing, morbid; T.: hastalıklı) с. диал. ҡар. ay ырыу сан.
Йыш ҡына ауырып барыусы. □ Болезненный, хворый. Этҡорош бала. Этҡорош ҡына кеше, һыуыҡ тейҙереп бара.
ЭТҠОСАҠ (этҡосағы) (Р.: название игрушки; И.: kind of toy; T.: bir tür oyuncak) и. этн.
Һауаға атып ебәрелә торған, туҙҙан яһалған уйынсыҡ. □ Название игрушки, изготовленной из бересты. Этҡосаҡ атыу. Этҡосаҡ уйнатыу.
ЭТҠОҪТО (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Бөрйән ҡәбиләһенә ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Эткусту (название родового подразделения башкир племени бурзян). Беҙҙең ғаилә этҡоҫто араһына ҡарай.
ЭТ-ҠОШ (Р.: хищники; И.: animals and beasts; T.: hayvanlar) и. йыйн.
Төрлө йыртҡыс йәнлек һәм ҡоштар. □ Хищники. Ш Ҡорбан ите тултырылған ҡула ҡаҙандарҙы тағараҡтарға аҫтылар, аҫтарында гөрләп ут янып китте, бала-саға, эт-ҡош тәмле еҫ һиҙеп, усаҡтар тирәһендә уралды. 3. Ураҡсин. Яңғыҙ йөрөгәндә эт-ҡошҡа, бәлә-ҡазаға тарып ҡуймаһын тип, бисәһе Мәхмүзә, хәҙрәттән бетеү яҙҙыртып алып, иренә һиҙҙермәй генә, эс яҡтан бишмәт яғаһына тегеп ҡуйҙы. Л. Якшыбаева. Малдың малы үҙ балаһын ҡурсалай, ел-ямғырҙан, эт-ҡоштан һаҡлай, ҡорһағы аҫтына ҡуйып йылыта. Р. Өмөтбаев.
ЭТ ҠУҘАҒЫ (Р.: сурепка сжатая; И.: rocket cress; T.: turpgillerden bir bitki) и. бот.
Әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ингән, һары сәскәле, ҡуҙаҡ емешле ҡый үләне; бүҙәнә ҡуҙағы. □ Сурепка сжатая (лат. Barbarea stricta). ■ Кәбеҫтәнең Башҡортостанда өс төрө үҫә: ялан кәбеҫтәһе йәки эт ҡуҙағы, ҡара шипкән һәм сарепта шипкәне. «Башҡорт энциклопедияһы»нан.
ЭТ ҠУҘҒАЛАҒЫ (Р.: щавель курчавый; И.: cure dock; T.: kıvırcık labada) и. бот.
Оҙонса киң япрағының ситтәре бөҙрәләнеп торған, оҙон һабағында урынлашҡан ҡыҙғылт йәшел сәскәле күп йыллыҡ үлән. □ Щавель курчавый (лат. Rumex crispus). Эт ҡуҙғалағын халыҡ медицинаһында ҡулланалар. Эт ҡуҙғалағы — ашауға яраҡһыҙ үлән.
ЭТЛЕК I (этлеге) (Р.: свойство, характерное для собаки; И.: canine pecularity; T.: itlik) и.
1. Эттәргә хас булған сифаттар йыйылмаһы. □ Свойство, характерное для собаки. М Ҡойроғон киҫеү менән, эт этлеген үҙгәртмәгән кеүек, исем-фамилияңды ҡыҫҡартыу
224