Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 225


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭТЛӘНЕҮ
менән һинең дә асылың шул килеш ҡалған, — тип ҡуйҙы Фәһим. И. Ғиззәтуллин.
2. кусм. Яуыз, насар эш, уй. □ Злой умысел, подлость; злонамеренная хитрость.
■ Каһымбай Карабаевтың этлеге арҡаһында Батырҙы яуапҡа тарттырып йөрөуҙе белгәс, Гузәлгә әллә нисек ҡыйын булып китте. И. Ғиззәтуллин. Граждандар һуғышы осоронда Ташбулат урыҫ ауылдары яғына ниндәйҙер этлекме, яуызлыҡмы эшләгән, ахыры. М. Кәрим. • Көсһөҙ — этлеген, көслө уҙенекен итер. Әйтем.
3. кусм. Күргән михнәт, яфа. □ Страдание, мука, мучение. ■ [Зөләйхә әбей:] Бына мин һеҙгә ул саҡта беҙҙең ата-бабалар кургән этлектәрҙең береһен генә булһа ла һөйләйем әле, шунан уҙегеҙ белерһегеҙ. 3. Биишева. [Зәлифә:] һәр кемдең уҙ йондоҙо була, тиҙәр. Йөрөй торғас, этлек менән булһа ла, мин йондоҙомдо тағы курҙем. Т. Килмөхәмәтов.
4. кусм. Хәйләле эш, мутлыҡ. □ Проказа, хитрость; проделка. ■ [Шамбазова:] Исмәғил бөтә класты боҙа. Дәрес һайын бер этлек уйлап сығара. Яр. Вәлиев. Ошо Зөһрәнең этлеге арҡаһында, стена гәзитенә әҙәм көлкөһө итеп һурәтен төшөрөп, аҫтына .. шиғырын да яҙып ҡуйҙылар. Н. Мусин.
5. кусм. диал. Эшкә булған ныҡышмалыҡ, тырышлыҡ. □ Старание. Был эш минең этлек менән генә барып сыҡты. Этлек менән башҡарыу.
+ Башты этлеккә һалыу уңайһыҙланмай асыҡтан-асыҡ берәй насар эш ҡылыу, тартынмай этләшеү. □ Умышленно вредить, пакостить. ■ Барый, ысынында, иҫәр ҙә, шыр тиле лә тугел, ә башын этлеккә һала. Р. Камал. Этлек итеү (йәки эшләү) ҙур зыян эшләү, ҡаза килтереү. □ Напакостить.
■ Уйылдан барыбер әмәлен табыр, этлеген итер, әлегә власть уның ҡулында. Н. Мусин. Әпләс тә, асыулы итеп: «Эт этлеген итте инде. Йәше етмәгән баланы һалдатҡа алдыртыу Ныязғол эше инде был», — тине. һ. Дәүләтшина. • Эт этлеген итә. Мәҡәл.
ЭТЛЕК II (этлеге) (Р.: вьюн; И.: loach; T.: çopra balığı) и. диал. ҡар. йыланбалыҡ.
Йыланға оҡшаш оҙон кәүҙәле, аҫлы-өҫлө буйҙан-буй һуҙылған йөҙгөслө, ҡараһыу
төҫтәге йылға, күл балығы. □ Вьюн (лат. Misgumus fossilis). Кул этлеге. Йылғала этлек аулау. Этлек ҡурыу.
ЭТЛЕКЛЕ (Р.: зловредный; И.: malicious, malignant; T.: kötü niyetli) c.
1. Яуыз, насар уй-ниәтле. □ Зловредный. Этлекле әҙәм. Этлекле холоҡ. Этлекле ҡылыҡ.
2. кусм. Михнәтле, ауыр. □ Мучительный, трудный. Этлекле тормош. М [Мотал:] Мөхлисә менән кинәт кенә никахлашҡас, ҡайһындай этлекле шарттарҙа — студент ятаҡханаһының шырпы ҡабындай ғына булмәһендә шаршау аша ике ғаилә йәшәнек. Й. Солтанов.
3. диал. Уйын-көлкөгә әүәҫ, шаян. □ Шутник, озорной. Этлекле кеше. Этлекле әйбер уйларға ғына тора.
ЭТ(ЛЕК) ТАМЫРЫ и. диал. ҡар. әтлек. Эт(лек) тамырын ҡаҙып алыу. Эт(лек) тамырын икмәккә ҡушыу. Эт(лек) тамырын ашау.
ЭТЛЕ-МАСЛЫ р. диал. ҡар. этле-мырлы. Этле-маслы тороу. Этле-маслы йәшәу.
ЭТЛЕ-МЫРЛЫ (Р.: скандально; И.: hammer and tongs; T.: rezalet) р. диал.
Үҙ-ара тынышмай, һүҙгә килешеп, талашып. □ Скандально, со скандалом. Куршеләр этле-мырлы йәшәне. Этле-мырлы эшләнгән эштең йуне булмай.
ЭТЛӘНДЕРЕҮ (этләндер-) (Р.: мучить; И.: torture; T.: işkence etmek) ҡ.
Ыҙа сиктереү, интектереү. □ Мучить; заставлять мучиться, маяться. Тормош этләндерә. Кешене этләндереу. Этләндереп йәшәтеу. ■ Ирғәле шунан йәнә ҡәйнешен мәрәкәләй: «Кәләш ал, ҡәйнәмде этләндермә», — тигәйнем дә, арғы ос Хәйернисаға яусы ебәрәм әле, ти Таһирың. Н. Мусин.
ЭТЛӘНЕҮ (этлән-) (Р.: мучиться; И.: suffer torments; T.: eziyet çekmek) ҡ.
Ыҙа сигеү, яфа күреү; интегеү. □ Мучиться, страдать; томиться; маяться. // Мучение, страдание, томление. ■ Ауылда һыу ташып, утын ярып, уҙемдең этләнеуем еткән, ҡыҙым рәхәт йәшәһен, — тип шатланған Мәхмузә апай. Р. Кинйәбаев. Йыуан тимер сыбыҡтан сынйыр эшләуе уғата
225