этләс
мәшәҡәтле, ваҡ эш булып сыҡты, өсөнсө көн инде шуның менән этләнәләр. Н. Мусин.
ЭТЛӘС и. диал. ҡар. этлек II. Йылға этләсе. Этләс йыланға оҡшаш була.
ЭТЛӘТЕҮ (этләт-) ҡ. ҡар. этләү. Малды этләтеү. Этләтә башлау. Кешене этләтеү. ■ Күҙемде баянан бирле ҡырып этләткән линзаларҙы сисеп, раковинаға бәрҙем. Р. Сабитова.
ЭТЛӘҮ (этлә-) (Р.: мучить; И.: torment; harrow feelings; T.: eziyet etmek) ҡ.
Ыҙа сиктереү, аҙаплау, интектереү, яфалау. □ Мучить. // Мучение. ■ Алтынбайҙан да көн дә тиерлек һорау алып этләнеләр.
3. Ураҡсин. [Зинүнә:] Бөтөнләй һауыҡтым инде. Бынау бармағым ғына этләй. Ә. Вәли. Исмөгөл .. Рәүфилгә ҡараны. «Мине этләүец етмәгән, Булатҡа йәбештеңме?» Т. Килмөхәмәтов.
ЭТЛӘШЕҮ (этләш-) (Р.: поступить подло; И.: act meanly; T.: alçakça hareket etmek) ҡ.
1. Яуызлыҡ, насарлыҡ эшләү. □ Поступить подло; совершить подлость. Н Урҙаның баш сардары Еҙүкәй яман этләшә, башҡорттарҙы ирәүән йәйләүҙәрҙән тиреҫкә, көн-тыуышҡа табан ҡыҫа. Ә. Хәкимов. Кары булмаһа ла, ҡыш көндән-көн көсәйә барған һыуыҡтары менән этләшә башлағайны инде. Д. Исламов.
2. Мутлыҡ эшләү, хәйләләшеү. □ Плутовать, хитрить. М Мут кеше булып сыҡты был аш бешереүсе, этләшә торғас, тәки әйтер һүҙен тапты бит! - тип, Богданов йылмайыу сатҡыһы менән үҙ алдына һөйләнгән. Д. Исламов.
3. һөйл. Ныҡ тырышлыҡ һалыу; тырышыу. □ Усердствовать, стараться. ■ [Байғужа:] Этләшә торғас, бер нисә йылдан арбаһын да рәтләне. Д. Исламов. Имеш, ул [Әхмәт бай] әүәл «ҡырҡ тартмасы» булған, энә, тараҡ һатып йөрөгән, этләшеп йөрөй торғас, миллионер булып киткән икән, тип һөйләйҙәр ине. Д. Юлтый.
ЭТМОРОН I и. диал. ҡар. әлморон. Этморон сәскәһе. Этморон емешен йыйыу. Этморондан ҡайнатма яһау. М [Олатайым ] өй артындағы баҡсалағы әлморон (ул,
ниңәлер, был емеште «этморон» тип атай торғайны) өлпөһөнөң ҡороған ботаҡтарын ҡырҡып ташлай. Б. Бикбай.
ЭТМОРОН II (Р.: бузина; И.: elder; Т.: mürver) и. диал. ҡар. мәрүәр II.
Аҡлы-аллы ваҡ ҡына сәскә атҡан, ҡыҙыл-лы-һарылы ҡушар-ҡушар емеш биргән, ҡубырсып торған аҡһыл ҡабыҡлы ҡыуаҡ ағасы. □ Бузина (лат. Sambucus). Этморон майҙа сәскә ата. Этморон емешен йыйыу.
ЭТМОРОН III и. диал. ҡар. эт ҡарағаты. Этморон емеше. Этморон үләне. Этморон япрағын йыйыу.
ЭТМОРОН IV (Р.: росянка; И.: dew plant, doublom; T.: drosera) и. диал. ҡар. тырҡыш I.
Оҙонса йәки түңәрәк итләс япраҡтарында йәбештергес төктәре булған үлән. □ Росянка (лат. Drosera). Этморон бөжәктәр менән туҡлана. Этморон сәскәһе. Этморон һабағы.
ЭТ МУЙЫЛЫ (Р.: крушина; И.: buckthorn; T.: akdiken ) и. бот.
Аҡ, күгелйем сәскәле, сәнскеле ҡара ҡабыҡлы, йомшаҡ ҡына ҡара емешле туғай ҡыуағы. □ Крушина (лат. Frangula). Эт муйылы ҡыуағы. Урманда эт муйылы күпләп осрай. М Берләм юлды тирәсләгән эт муйылы, осҡат, әлморон, балан һәм башҡа һанһыҙ ҡыуаҡлыҡтар инде емешләнергә әҙерләнгән. Д. Бүләков.
ЭТ МУНСАҒЫ и. диал. ҡар. эт ҡарағаты. Беҙҙең яҡта эт ҡарағатын эт мунсағы тиҙәр.
ЭТМӘ АРБА (Р.: тележка; И.: trolley; truck; T.: iki veya dört tekerlekli el arabası) u.
1. Нимәнелер ташыу, таратыу өсөн ике йәки дүрт тәгәрмәсле ҡулайлама. □ Тележка (для воды, для разноса пищи и т. д.). Этмэ арба менән һыу ташыу. ■ Этмә арба улар палатаһы тапҡырына туҡтаны ла, яй ғына ишек асылды. Ә. Әминев.
2. Балаларҙы атларға өйрәтеү өсөн эшләнгән арба. □ Ходунки. Этмә арба менән йөрөтөү.
ЭТМӘЙ и. диал. ҡар. этлек II. Этмәй аулау. Этмәйҙең тәңкәһе ваҡ ҡына була.
226