ЭТ ТАЛПАНЫ
ӘТМӘКӘЙ и. диал. ҡар. әтмәкәй. Әтмәкәй йыйырға сығыу. Әтмәкәй ашау. Тауҙа үҫкән әтмәкәй.
ЭТ МӘМӘЙЕ и. диал. ҡар. эт ҡарағаты.
Эт мәмәйенең емеше.
ЭТНЕЙ (Р.: пескарь; И.: gudgeon; T.: dere kayası) и. диал. ҡар. ташбаш.
Ҡара сыбар төҫтәге ваҡ йылға балығы. □ Пескарь (лат. Gobio gobio). Әтней эре балыҡтарға аҙыҡ булып тора. Әтней ыуылдырығын яҙ сәсә.
ЭТНИК (Р.: этнический; И.: ethnic; Т.: etnik) с.
Билдәле бер халыҡҡа, ырыуға мөнәсәбәтле. □ Этнический. ■ Ырыуҙарҙың этник сығышын билдәләгәндә, шәжәрәләр төп таныҡлыҡ булып тора. С. Ильясов. Ара исемдәренең тотороҡлолоғо бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән ҡәрҙәш ауылдарҙың этник составында бик яҡшы күренә. М. Ямалетдинов.
ЭТНОГЕНЕЗ [гр. ethnos ‘халыҡ’ + genös ‘килеп сығыш’] (Р.: этногенез; И.: ethnogeny; T.: etnogenez) и.
Халыҡтың килеп сығышы. □ Этногенез. Этногенез теорияһы. Н Рияз Халиҡов башҡорт халҡының килеп сығыуы — этногенез мәсьәләһе менән шөғөлләнә. Ғ. Хисамов.
ЭТНОГРАФ [рус.] (Р.: этнограф; И.: cultural anthropologist; T.: etnograf) и.
Этнография буйынса белгес. □ Этнограф. ■ Этнографтарҙың билдәләүенсә, Учалы төбәгендә көн итеүсе барын ырыуы үҙенең сығышы менән монгол ҡәбиләләренә барып ялғана. М. Ямалетдинов.
ЭТНОГРАФИК (Р.: этнографический; И.: ethnographic; T.: etnografya) с.
Этнографияға мөнәсәбәтле. □ Этнографический. М Бына һиңә икенсе бер этнографик музей, — тине Азамат бер кинәнес менән. Р. Солтангәрәев. 1920 йылдың йәйендә Ф. Дәүләткилдиева етәкселегендә Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарына этнографик экспедиция ойошторола. «Йәшлек», 24 апрель 2010.
ЭТНОГРАФИЯ [гр. ethnos ‘халыҡ’ + graphö ‘яҙам’] (Р.: этнография; И.: ethnography; T.: etnografya) и.
1. Халыҡтың килеп сығышын, таралышын, үҙ-ара бәйләнешен, матди һәм рухи культураһын, тормош, көнкүрешен тарихи күҙлектән сығып өйрәнә торған фән. □ Этнография. ■ [Вәлидов]тарих, этнография йәһәтенән башҡорт шәжәрәләрен тикшереп сыҡты. Р. Байымов. Беҙҙә этнография, археология һәм фольклор мәғлүмәттәрен берләштереүсе, уларҙың тарихи ысынбарлыҡтағы бәйләнешенең төп күрһәткесе итеп ҡарарлыҡ тәбиғи объект — Шүлгәнташ мәмерйәһе бар. «Киске Өфө», № 25, 2009.
2. Айырым халыҡҡа йәки билдәле бер урынға хас тормош, ғөрөф-ғәҙәт, культура йыйылмаһы. □ Этнография. ■ Истанбулда Башҡортостандың Төркиәләге вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡорт халҡы тарихы һәм этнографияһы йортон асыу тантанаһы булды. «Киске Өфө», № 43, 2009.
ЭТНОНИМИКА [гр. ethnos ‘халыҡ’ + опута ‘исем’] (Р.: этнонимика; И.: ethno-nymics; T.: halkların isimlerini öğrenen dilbilimi bölümü) и. лингв.
Ономастиканың ырыу, ҡәбилә, халыҡ, милләттәр атамаһын өйрәнә торған бүлеге.
□ Этнонимика. Башҡорт этнонимикаһы. Славяндар этнонимикаһы. М [Муса — Ил-фатҡа:] Этногенез, этнонимика ла — минең әлкә бит инде, архив саңын әҙ йоторға тура килмәй. Г. Яҡупова.
ЭТ СЫБЫГЫ и. диал. ҡар. әлморон. Эт сыбығы сәскәһе. Эт сыбығы емешен йыйыу. Эт сыбығы ҡыуағы.
ЭТ ТАБАНЫ (Р.: манжетка обыкновенная; И.: lady’s mantle; T.: aslanpençesi) и. бот.
Япраҡтары бөрмәле-ҡаймалы итәккә оҡшап торған, ваҡ ҡына йәшкелт һары сәскәле, йәйелеп үҫә торған күп йыллыҡ үлән.
□ Манжетка обыкновенная (лат. Alchemilla vulgaris). Эт табаны июнь айынан алып сентябргә тиклем сәскә ата.
ЭТ ТАЛПАНЫ (Р.: собачий клещ; И.: dog-louse; T.: köpek kenesi) и. зоол.
Ҡара йәки көрән төҫтәге мал талпаны (йышыраҡ эштәрҙә була). □ Собачий клещ (лат. Ixodes ricinus). Эт талпаны малға ҡаҙала. Эт талпаны сабыртма тиф ауырыуын таратырға мөмкин.
227