Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 228


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭТ ТАМЫРЫ
ЭТ ТАМЫРЫ и. диал. ҡар. әтмәкәй. Эт тамырын ҡаҙып алыу. Эт тамыры менән туҡланыу. Эт тамыры сәскәһе.
ЭТ ТЕШЕ (Р.: клык; И.: fang; T.: köpekdiş) и. диал. ҡар. ҡаҙыҡ теш.
Алғы теш менән яңаҡ тештәр араһындағы осло теш. □ Клык. һынған эт теше. Эт тешен дауалау.
ЭТТЕШ ҮЛӘНЕ (Р.: осока; И.: sedge, uncina; T.: hasırotu) и. диал. ҡар. күрән.
Дымлы урындарҙа үҫә торған суҡ тамырлы бейек ҡаты ҡыяҡ үлән. □ Осока (лат. Carex). Эттеш уләне дымлы урында уҫә. Эттеш уләненән бесән әҙерләу.
ЭТ ТЫРНАҒЫ (Р.: заусеница; И.: hangnail; T.: şeytan tırnağı) и.
Тырнаҡ шәбеһенең ситтәренең ярылыуы, айырылып сығыуы. □ Заусеница на пальцах. Эт тырнағын ҡырҡыу. ■ Эт тырнағы сыҡһа: «Миңә сыҡма, эткә сыҡ, хужаң һинең мин тугел, ниңә бында килдең һин? Кит, кит, кит!» — тип һамаҡлап, эттең тырнағы менән төрткөләгәндәр. «Башҡорт мифологияһы» нан.
ЭТТӘН ЯЛАТЫУ (Р.: способ магического лечения рахита; И.: magical way to treat rickets; T.: raşitizmi büyü ile tedavi etme usulü) и. миф.
Өсйән менән ауырыған баланың эсен имләү ысулы (баланың эсен эттән ялатҡандар). □ Способ магического лечения рахита. 9 Өсйән булған баланың эсен эттән ялатыу ысулы менән өс тапҡыр имләгәндәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЭТ ҮЛӘНЕ (Р.: безвременник осенний; И.: hermodactyl; T.: sonbahar çiğdemi) и. бот.
Көҙ көнө сәскә атыусы, алһыу сәскәле күп йыллыҡ ағыулы һуғанбаш үҫемлек. □ Безвременник осенний, колхикум осенний (лат. Colchicum autumnale). Эт уләне һыуыҡтар төшкәс сәскә ата.
ЭТ ҺАБЫНЫ (Р.: мыльнянка лекарственная; И.: London pride; T.: sabunotu) u. диал. ҡар. һабын үләне.
Ҡәнәфер сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, япраҡтары сиратлап ҡапма-ҡаршы урынлашҡан, аҡ йәки алһыу сәскәһе булған күп йыллыҡ үҫемлек. □ Мыльнянка лекарственная (лат. Saponaria officinalis). Эт һабы
нының тамыры. Эт һабынының еҫе. Эт һабынынан төнәтмә яһау.
ЭТ ҺӨЛӨГӨ (Р.: головастик; И.: tadpole, frog larva; T.: iribaş) и. диал. ҡар. сүмесбаш.
Ер-Һыу хайуандары класына ҡараған, ҙур башлы, йөҙгөс ҡойроҡло тәлмәрйен балаһы. □ Головастик. Эт һөлөгө килбәтһеҙ яй йөҙә.
ЭТ ШАМБЫҺЫ и. диал. ҡар. эт имсәге. Ҡултыҡ аҫтына эт шамбыһы сыҡҡан. Эт шамбыһын имләу.
ЭТЫҒЫШ с. диал.
1. ҡар. ығыш. Этығыш бала. Этығыш, ҡабалана белмәй!
2. Йөҙәтеп йөрөүсе, ялҡытҡыс. □ Надоедливый. Этығыш кеше, беҙҙән сығышмай!
ЭТЫЖЫҠ (этыжығы) и. диал. ҡар. этеш. ■ Ташбаҡаға оҡшаған был балыҡты Еҙемдә — эталабуға, әмөкө, Ҡыҙыл буйҙарында — этыжыҡ, Эйек-һаҡмарҙа — эт балығы, Димдә сарағай тиҙәр. «Башҡортостан», 15 май 2014.
ЭТ ЭСӘГЕ I (Р.: вьюнок; И.: bindweed; Т.: tarla sarmaşığı) и. диал. ҡар. сырмалсыҡ.
Аҡ йәки ал сәскәле, сырмалып үҫкән ҡый үләне. □ Вьюнок (лат. Convolvulus). Эт эсәген йолҡоу. ■ Баҡсала иң яуыз ҡый уләне — эт эсәге менән аҡтамыр. «Башҡортостан», 17 май 2016.
ЭТ ЭСӘГЕ II (Р.: повилика полевая; И.: dodder; T.: küsküt) и. диал. ҡар. ҡылйебәк.
һабағы үрмәле, еп йәки бау һымаҡ, ваҡ ҡына аҡ йәки алһыу сәскәләре шар рәүешендә йыйылған паразит үҫемлек. □ Повилика полевая (лат. Cuscuta campestris Junk). Эт эсәге төрлө уҫемлектәргә йәбешеп уҫә.
ЭТӘГЕС АРБА (Р.: ходунок детский; И.: baby-jumper; go-cart; T.: bebek atlatıcısı) u. диал. ҡар. этмә арба 2.
Йәш баланы атларға өйрәтеү өсөн эшләнгән өс тәгәрмәсле арба. □ Ходунок детский. Этәгес арбаға ултыртыу. Этәгес арбала йөрөу.
ЭТӘКЛӘҮ (этәклә-) (Р.: отчуждать; И.: alienate; T.: yabancılaştırmak) ҡ. диал. ҡар. ситләтеү.
Сит күреү, ҡыйырһытыу. □ Отчуждать, отстранять; обижать. Эштән этәкләу. Баланы уйындан этәкләнеләр. Этәкләтергә бирмәу.
228