Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 230


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭҮ
6. Шахмат йәки шашкала билдәле бер позицияла аҙ фигуралар менән уйнап еңә торған мәсьәлә. □ Этюд. ■ [Ҡасимов:] Ә мин был этюд өҫтөндә баш ватмаҡсымын әле. Ә, бәлки, был уйында еңеүгә ваҡытлыса сигенеү юлы менән өлгәшергә мөмкиндер. «Ағиҙел», № 5, 2013.
ЭҮ и. диал. ҡар. өй. Эүгә инеү. Ағас эү. Йылы эү. Әйҙә, эүгә керәйек.
ЭҮЕҮ (эү-) (Р.: складывать; И.: lay, put, pile; T.: yığmak) ҡ. диал. ҡар. өйөү.
Бер төрлө нәмәләрҙе бергә йыйып, өйөм яһау. □ Складывать, собирать. Утын эүеү. Эүеп ҡуйыу. Сүп-сар эүеү.
ЭҮКӘРТӘ (Р.: двор; И.: yard; T.: avlu) и. диал. ҡар. ихата.
Ишек алды. □ Двор. Эүкәртәгә сығыу. Эүкәртәбеҙ ҙур. Эүкәртәне һепереп алыу.
ЭҮКӘТӘҮ (Р.: маленькое ведёрко; И.: small bucket; T.: küçük bir kova) и. этн.
Йүкә ағасынан яһалған баулы күнәсек (һөт-ҡатыҡ, бал һалып, эйәр ҡашына элеп йөрөткәндәр). □ Маленькое ведёрко, сделанное из полого ствола липы (для молока, кислушки, мёда и т. п., обычно подвешиваемое к луке седла при перевозке). Эүкәтәү яһау. Эүкәтәүгә ҡымыҙ ҡойоу. Эүкәтәү менән ташыу.
ЭФА [гр. ekis] (Р.: эфа; И.: saw-scaled viper; T.: efa) и.
Төньяҡ Африкала, Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнбайыш Азияла таралған, ҡара йыландар ғаиләһенә ҡараған ағыулы йылан. □ Эфа (лат. Echis). Эфа ағыуы. Ҡом эфаһы. Эфа тереләй бала таба.
ЭФИОП (Р.: эфиоп; И.: Ethiop, Hubshi; T.: EtiyopyalI, Habeş) и. этн.
Эфиопияла йәшәгән, сәмит телдәренең береһендә һөйләшкән халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе; хәбәш. □ Эфиоп. / Эфиопский. Эфиоп халҡы. Эфиоп малайы. ■ Сурма тигән эфиоп ҡәбиләһендә туй алдынан ҡыҙҙыц аҫҡы тештәрен алып, иренен тишеп, ҙур балсыҡ дискылар ҡуйыу ғәҙәте бар икән. «Табын», 28 июль 2012.
ЭФИР [гр. aither ‘һауаның өҫкө ҡатламы’] (Р.: эфир; И.: aether; T.: eter) и.
1. миф. Боронғо грек мифологияһында: һауаның иң юғары, тәңреләр йәшәгән саф ҡатламы. □ Эфир. Эфир Олимп түбәһенә тиклем барып етә.
2. физ. Радио тулҡындары йөрөгән арауыҡ; һауа. □ Эфир. Тура эфир. Эфирҙа эшләү. ■ Эфирҙа ҡапыл рациялар телгә килде, телефон сымдары буйлап боевой бойороҡтар траншеяларға, окоптарға килеп тоташты. Ғ. Аллаяров. Эфир аша бирелгән хәбәрҙәрҙең береһен дә ҡалдырмаҫҡа тырышты [Фәһим]. И. Ғиззәтуллин.
3. хим. Тиҙ осоусан, ҡырҡыу еҫле, төҫһөҙ шыйыҡлыҡтан ғибәрәт органик ҡушылма (медицинала, техника һәм парфюмерияла ҡулланыла). □ Эфир. ■ Әсе көйөк менән төтөн ҡатыш эфир һәм ҡан еҫе уҡшытты, Зәкиҙең башын өйләндерҙе. Я. Хамматов. Нефть эфиры — .. химия өсөн бына тигән иреткес. Д. Бураҡаев.
ЭФИРҒА СЫҒЫУ (эфирға сыҡ-) (Р.: выходить в эфир; И.: broadcast, go out; T.: yayına başlamak) ҡ.
Нимәлер тураһында радио йәки телевидение аша хәбәр итә башлау. □ Выходить в эфир. в Рацияны асып, эфирға сығыу менән, һине дошман пеленгаторы эҙләргә тотона һәм, бер-ике минутта координаталарыңды табып, облава башлай. И. Абдуллин.
ЭФИРЛЫ (Р.: эфирный; И.: ethereal; Т.: eter) с.
Эфир (3) ҡатыш. □ Эфирный. Эфирлы үҫемлек. Эфирлы дарыу. М Әнис, розмарин, ҡәнәфер кеүек эфирлы майҙар организмдың тонусын күтәрә. «Башҡортостан», 8 март 2016.
ЭФИР МАЙЫ (Р.: эфирное масло; И.: aethereal oil; T.: eteri yağı) и.
Ҡайһы бер үҫемлектәрҙә була торған тиҙ осоусан, хуш еҫле майлы шыйыҡлыҡ. □ Эфирное масло. ■ Балтырған составындағы шифалы матдәләр, эфир майҙары аш үҙләштереүҙе яйға һала, ағзаларҙы шлактарҙан таҙарта. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2016.
ЭФФЕКТ [лат. effectus ‘үтәү, башҡарыу; хәрәкәт’] (Р.: эффект; И.: effect; T.: etki, efekt) и. ҡар. йоғонто.
230