Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 231


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭХ-МА
1. Кемдер йәки нимәлер яһаған көслө тәьҫир. □ Эффект, воздействие. Эффект яһау. Көслө эффект. Я Сәхнәлә эффекттар бирә торған компьютер системаһын уңышлы ҡулланалар. «Ағиҙел», № 10, 2011. Шешеүгә ҡаршы, анестетик, йәнә гормональ һәм иммунитет һаҡлағыс эффектҡа эйә прополис тын юлы ауырыуҙарынан, бронх астмаһынан арыныуға ыңғай йоғонто яһай. С. Бәҙретдинов.
2. Ниндәйҙер эш йәки сараның һөҙөмтәһе. □ Эффект, результат. Иҡтисади эффект. Юғары эффектҡа ирешеү. ■ Парник эффекты, йәғни Ер шарында климаттың йылына башлауына беренсе тапҡыр 1824 йылда француз физигы Жозеф Фурье иғтибар итә. М. Хужин.
ЭФФЕКТЛЫ (Р.: эффектный; И.: effective; T.: gösterişli, çarpıcı) с.
1. Бик тәьҫирле, тәьҫире көслө. □ Эффектный, производящий эффект. Эффектлы телмәр. ■ Баш врач трибунаға бик эффектлы үтте. Д. Бүләков. [Ринаттың әсәһе] һуңғы мода менән килешле итеп кейенә, үҙен һәр ерҙә лә эффектлы, кешелә тәьҫир ҡалдырырлыҡ итеп тота белә. М. Ҡаһарманова.
2. Яҡшы һөҙөмтәле; файҙалы. □ Эффективный, результативный. Эффектлы сара. Эффектлы булыу. ■ [Ә. Искәндәров:] Иген уңышын күтәреү, малсылыҡтың рентабеллеген арттырыу менән бер рәттән техниканы эффектлы файҙаланырға өйрәнергә кәрәк. Б. Рафиҡов. Дәүләтов килтергән факттар ҙа, монтажсыларҙың зарланыуы ла транспортты төҙөлөштә эффектлы файҙаланыу хаҡында ентекле һөйләшеү кәрәклеген алға ҡуйҙы. Ш. Янбаев.
ЭФФЕКТЛЫЛЫҠ (эффектлылығы) (Р.: эффективность; И.: effectiveness; Т.: etkileyicilik) и.
Тәьҫирле, һөҙөмтәле булыу сифаты. □ Эффективность. ■ Кәңәшмә тау байыҡтырыу производствоһында эффектлылыҡ, экономия мәсьәләләренә арнала. Р. Камал. Президент Дәүләт Йыйылышына «Үҙгәртеп ҡороуҙарҙы бойомға ашырғанда дәүләт власының эффектлылығын күтәреү тура
һында» Мөрәжәғәтнамә ебәрҙе. «Йәшлек», 6 июль 2010.
ЭХ (Р.: эх; И.: eh; heigh һо; Т.: аһ!, еһ!) ымл. ҡар. их.
1. Ныҡ шатланғанда, һоҡланғанда, кинәнгәндә әйтелә. □ Эх (выражает сильную радость, восхищение, наслаждение). ■ [Мэй-мүнә:] Эх, баҡсала һауа ниндәй һәйбәт! Б. Бикбай. Айымдың моңо өйгә йылы ел өргән һымаҡ ине. «Эх, тауышҡайҙары!» — тиештеләр. Ғ. Ибраһимов.
2. Көслө теләк, хыялды белдергәндә әйтелә. □ Эх (выражает сильное желание, мечту). М Эх, кайнар борщ булһын ине, — тип ҡорһағына һуҡҡыланы Зубенко, иҙәндә һалам өҫтөндә ятҡан килеш. Ғ. Аллаяров. Фәһим йыш ҡына Фатимаға ҡарай ҙа: «Эх, ошондай алсаҡ, ошондай уңған ҡатының булһа икән, бер ҡайғыһыҙ йәшәп булыр ине донъяла», — тип уйлай. И. Ғиззәтуллин.
3. Үкенес, һағыш хисен белдергәндә әйтелә. □ Эх (выражает сожаление, тоску). ■ [Тимер:] Эх, фотоаппарат булманы, төшөрөп алып, «Йәнғәли Йәмилов практика үтә» тигән исем менән, мәктәп газетаһына сәпәп ҡуйырға ине. Р. Байбулатов. Эх, кәрәсин юҡлыҡ, рәхәтләнеп ултырып та булмай, — тип зарланып алды хужа, ниндәйҙер шешәнән яһаған бызылдаҡ лампаһының милтәһен рәтләп. Б. Бикбай.
ЭХИНОКОКК (эхинокогы) [гр. echinococcosis] (Р.: эхинококк; И.: hydatid; echinococcus; T.: ekinokok) и. зоол.
Йәнлектәрҙең, кешенең төрлө ағзаларын зарарлаусы таҫма кеүек паразит селәүсен. □ Эхинококк (лат. Echinococcus). ■ Эхинококк кешенең күберәк бауыры менән үпкәһенә эйәләшә, шунда ҙурая. В. Ғүмәров. 2009 йылда республикала ветеринар-санитар экспертизаһы аша 18 мең ит түшкәһе үткән, уларҙың 1200-ө эхинококк менән зарарланған булған. «Киске Өфө», № 27, 2010.
ЭХ-МА [рус.] (Р.: эх-ма; И.: that’s a pity; Т.: аһ) ымл.
Үкенесте, аптырауҙы, ҡәнәғәтһеҙлекте белдергән һүҙ. □ Эх-ма (выражает сожаление, удивление, досаду). ■ Эх-ма! — тип Карам ятҡан еренән тороп ултырҙы: Маһи-
231