Эһ
пәруәздең иртәнге сәй ваҡытында туҙы-ныуы иҫенә төшкәйне уның. Ә. Хәкимов. Тәҙрәнән комбайндарға ҡарап торған егеттәрҙең береһе: «Эх-ма, эште боҙа һаташҡан ямғыр». Р. Низамов.
Эһ ымл. ҡар. ыһ. ■ Беҙҙең халыҡ ул утә баҫалҡы, ябай: ауыҙындағы ҡалъяһын тартып алып китһәләр ҙә «эһ» итмәҫ. Й. Солтанов.
ЭҺЕ (Р.: да; И.: yes; T.: evet) ымл.
Ризалашыуҙы, килешеүҙе белдергәндә әйтелә. □ Да (междометие, которое выражает утверждение, согласие). ■ «Раушандарға!» — тине Фәнуз, борғолап аҙапланмайынса. «Эһе!» — тине Сирай хуплауын да, хупламауын да аңлатмаған тауыш менән. Р. Ғабдрахманов. Волков яраның тирә-яғына бармаҡтары менән баҫып ҡараны ла башын сайҡаны: «Эһе, иптәш, эшең шәптән тугел бит». Һ. Дәүләтшина.
Э-ҺЕЙ (Р.: эх; И.: еһ; Т.: аһ! еһ!) ымл.
Үкенесте, ризаһыҙлыҡты белдерә. □ Эх (выражает досаду). ■ Э-Һей, китергә сәғәт һуҡты. Я. Хамматов.
ЭҺЕЛДӘҮ (әһелдә ) ҡ. ҡар. ыһылдау. Эһелдәп ебәреу. ■ Ағиҙел ярындағы осрашыуҙан һуң тиҫтеренә тағы ла нығыраҡ асыуланған Хәсәнша эһелдәп ҡуйҙы. Ә. Байрамов.
ЭҺЕЛӘҮ (эһелә-) (Р.: быть разборчивым в пище; И.: be particular about food; T.: zor beğenir olmak) ҡ. диал. ҡар. талымлау.
һайланып ашау, төрлө аш теләү. □ Быть разборчивым в пище. Аш эһеләу. Эһеләп йөрөу. Нимә ашарға белмәй эһеләу.
ЭҺЕМ (Р .: кхе; И.: ahem; T.: hım) ымл.
1. Тамаҡ ҡырғанды белдерә. □ Кхе (выражает покашливание или покрякивание). ■ [Әкрәм] уларҙы [ҡыҙҙарҙы] йоҡоларынан уятырға теләгәндәй: «Эһ, эһем», — тауышын сығарып тамаҡ ҡырҙы. А. Таһиров. [Ҡарт — йәштәргә:] Эһем... Эһем... Балалар, әле һеҙ бындамы ни? М. Тажи.
2. Аптырағанды, борсолғанды йәки нимәнелер әйтергә баҙнат итмәгәнде белдерә. □ Гм (выражает растерянность, озабоченность, нерешительность). Эһем, нимә тип
әйтергә икән? М [Ҡобайырсы:] Эһем, ғәфу итегеҙ, тыңлайым, Ҡәнәғәт ағай. Й. Солтанов.
Э-ҺЕ-ҺЕЙ (Р.: э-ге-гей!; И.: а-һеу; Т.: һеу) ымл.
Ҡемгәлер ҡысҡырғанда йәки аҙашҡанда әйтелә. □ Эй-ге-гей! (употребляется при оклике кого-нибудь или когда человек заблудился). ■ Ҡемгәлер сәм иткәндәй: «Э-һе-һей!» — тип һөрәнләуен һиҙмәй ҙә ҡалды, һынын турайтып, алсаҡ йылмайып, шишмә буйына ашыҡты Ҡыуандыҡ. Ә. Хәкимов.
ЭШ (Р.: работа; И.: work; T.: iş) и.
1. Кешенең нимәлер яһау, етештереү, эшкәртеү, ижад итеү һ. б. менән мәшғүл булыуы; хеҙмәт. □ Работа, труд, занятие, деятельность. Эшкә алыу. Эш башлау. Эшкә тотоноу. ■ Иң куңелле эш — яратҡан эшең ул. И. Абдуллин. Баҫыуҙа ҡыҙыу эш башланды. С. Агиш. Хәрби кейемен дә һалырға өлгөрмәгән Ҡадирҙы эш менән кумеп ташланылар. Ә. Байрамов.
2. Нимәлер яһау, етештереү өсөн түгелгән көс. □ Труд. Эш иҫәбе. Металды эшкәртеугә киткән эш куләме. ■ Монтажсының маҡсаты — эш куләмен куберәк, сифатлыраҡ курһәтеу. И. Нурғәлиев.
3. Кешенең хеҙмәте ҡағылған объект. □ Работа. Эш биреу. Эш булешеу. I Юрматы старшинаһы ниндәйҙер ғәйебе өсөн ҡыуып сығарған элекке писарь берәй эш биреуҙәрен өмөт итеп көн дә канцелярия тирәһендә урала ине. Б. Рафиҡов.
4. Нимәнелер булдырыу, етештереү, эшкәртеүгә йүнәлтелгән, рухи йәки физик көс талап иткән шөғөл. □ Труд. Ижади эш. Аҡыл эше. Өй эше. Баҫыу эштәре. ■ Бесән сабыу — ауыр эш, әммә ирҙәрҙең көсөн, таҫыллығын һынай торған эш. И. Абдуллин. Самауырҙы яңыртыуы ҙур эш тугел дә ул, — тине Ҡөнбикә. С. Агиш. Ижади эш менән ҡайнап уткән егерме һигеҙ йылы эсендә 70-кә яҡын ғилми хеҙмәт яҙырға өлгөргән оло йөрәкле был кеше [Кадир Рәхимович] йәмәғәт һәм дәуләт эшмәкәре лә ине. Ә. Байрамов.
5. Билдәле бер әлкәлә алып барылған күп яҡлы шөғөл. □ Работа, деятельность. Йәмәғәт эше. Инҡилап эше. Тәрбиә эштәре.
232