эш
Уҡыу-уҡытыу эшен алып барыу. ■ Баланы бер ҡасан да ноҡот уҡып өйрәтеп булмай, тәрбиә эше хеҙмәт менән бергә урелеп барырға тейеш. «Киске Өфө», № 10, 2011. Гөлниса уҡытыуҙан тыш төрлө йәмәғәт эштәре эсендә кинәнеп ҡайнарға тотондо.
3. Биишева.
6. Билдәле бер маҡсатҡа йүнәлтелгән төрлө алым, сараларҙан торған күп яҡлы шөғөл. □ Работа, деятельность. ■ Батша хөкумәтенең эше .. халыҡты баҫыу һәм йәберләу генә булды. Һ. Дәүләтшина.
7. Кемдер үтәргә, эшләргә тейешле бурыс рәүешендәге шөғөл; йомош. □ Занятие, дело, поручение. Эш менән йөрөу. Эш менән килеу. ■ Задание телгә алып торорлоҡ та тугел, йомошсоға ҡушыла торған ваҡ эш кенә. И. Абдуллин.
8. Махсус белем, профессия, эшмәкәрлек әлкәһе. □ Профессия, занятие, служба. Китап эше. Инженерлыҡ эше. Тегеу эше. Һатыу эше менән шөғөлләнеу. М Аталы-уллы Мөхәмәтша менән Фазыл, уларҙың туғанына әйләнгән Лотфулла ла хәҙер, башҡалар менән бер ҡатарҙан, хәрби эш серҙәренә төшөнә. И. Ноғманов.
9. Билдәле бер урында башҡарыла торған вазифа; хеҙмәт. □ Работа, служба. Эш ваҡыты. Эш урыны. Эшкә инеу. Эшкә барыу. ■ Ташбулат Шәрәп байға эш эшләй, баҙ ҡаҙышып бирҙе. С. Агиш. Район хакимының яландай киң эш булмәһендә тыныс һәм еләҫ. Н. Алсынбаев.
10. Хеҙмәт һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән нәмә. □ Предмет труда, работа, изделие, произведение. Кул эшен яҡшы алалар. Курс эшен яҙыу. Яҙыу-Һыҙыу эше. ■ Йыйылыш башланғансы, бер-береһенең нисек ял итеу-ҙәре, ҡышҡа нисек әҙерләнеуҙәре, худож-никтар ниндәй эш өҫтөндә ултырыуҙары тураһында һөйләшеп алдылар. С. Агиш. Икенсе фән — математиканан яҙма эш. Р. Байбулатов. Өсөнсө курстар куберәк практикаға йөрөй, дуртенсе курс диплом эше яҙырға әҙерләнә. 3. Биишева. Тәҙрә пәрҙәләре — фабрика эше. С. Агиш.
11. Кемгәлер хас булған ҡылыҡ, шөғөл. □ Занятие, дело; поступок. Ололар эше.
Йәштәр эше. ■ [Әсәһе — Саръянға:] Юҡты һөйләмә, ҡаҙан янында уралыу ир-ат эше тугел. Ә. Байрамов. Беҙҙең ғаиләлә ир, ҡатын эше тип айырыу юҡ. 3. Биишева.
12. Кемгәлер йәки нимәгәлер туранан-тура ҡағылған тормош хәлдәре, ваҡиғалар, төрлө хәл-әхүәл, мәсьәлә һ. б. □ Дело, вопрос, проблема. Шәхси эш. Эште ҙурға ебәреу. Эште хәл итеу. М [Орёл:] Минең эш, Мария Васильевна, һеҙҙе иҫкәртеу. И. Абдуллин. [Хәбибйән:] Ярар, ҡустым, ҡалғаны минең эш! — тип китә башланы. Ф. Аҡбулатова. Тәубәгә килгән малай иртәгә йәнә эш боҙасаҡ, унан йәнә зыян куреуселәр менән «аңлашырға» тура киләсәк. Н. Алсынбаев. Айҙар һағайып ҡына Викторҙың хәҙер ниндәй эш менән йөрөп ятыуын һорашты. Р. Байбулатов.
13. Кәрәкле, файҙалы һәм тейеш тип табылған хәл, күренеш. □ Дело, занятие. Ашамай-эсмәй йөрөу эш тугел. Н [Гәлим:] Юҡ, бынан һуң бер ҡасан да беҙ көҙгө һынауға ҡалмаясаҡбыҙ. Былай йөрөу эш тугел, малай! Р. Байбулатов.
14. Ниндәйҙер мөғәмәлә, ҡатнашлыҡ. □ Интерес, нужда, потребность, дело. Миндә эшең булмаһын. Кешелә эшем юҡ. ■ Эш тик аҡсала ғына торһа, бер хәл бит әле, — тине Баязитов. Ғ. Аллаяров.
15. юр. Судта йәки башҡа төрлө рәсми рәүештә ҡаралған мәсьәлә. □ Дело. Эште йыйылышта ҡарау. Эште судҡа ҡуйыу. ■ [Лира Закировна — Мөхәмәткә:] Әгәр эш милицияға китһә, был енәйәт бит барыбер асыласаҡ. Унан суд. Р. Байбулатов.
16. юр. Шундай мәсьәләгә бәйле төрлө ҡағыҙ. □ Дело. Эш папкаһы. Енәйәтсенең эше менән танышыу. Н Ул [Миңъямал апай] ауыл Советынан эш ҡағыҙҙарын алып ҡайтҡайны, шуларҙы тегеп ултырҙы. С. Агиш.
17. Учреждение, ведомстволар атамаһының составында ҡулланыла. □ Употребляется в названиях учреждений, ведомств. Сит ил эштәре министрлығы. Я Уҡыуҙы тамамлаған йәш белгестәр БР Эске эштәр министрлығының органдарына эшкә алына. «Һаҡмар», 30 ғинуар, 2016.
233