эш
18. Йәнлек, бөжәктәрҙең һ. б. йәшәүенә бәйле шөғөлө. □ Деятельность (о живых организмах). Бал ҡортоноң эше. Ау уреу — урмәксе эше. Ҡырмыҫҡалар эше.
19. Төрлө ағза, механизм, машина кеүек нәмәләрҙең хәрәкәттә булыуы. □ Работа. Мотор эше. Йөрәктең эшен тикшереу. Аш-ҡаҙан-бауыр эше ашаған аҙыҡҡа бәйле. Я Беҙҙең пулемёттар эш башланы. Д. Юлтый.
♦ Ике ҡулға бер эш билдәле булған, бер төрлө эш менән генә булышҡанда әйтелә. □ Посильная работа. Я Әхәттең ике ҡулына бер эш — рәхәтләнеп уҡы ла уҡы. Р. Ғабдрахманов. Ҡара эш 1) ҡул көсө менән башҡарыла торған эш. □ Чёрная работа. Я [Арыҫлан:] Балыҡ, картуф ашап ҡына һал ҡыуып булмай... Ҡара эш эшләгәндә, ике ҡуллап тотоп ашарлыҡ ит кәрәк ул. И. Абдуллин. Беребеҙҙең дә хәҙер яуапты уҙ өҫтөнә алғыһы килмәй, куптәр ҡара эш эшләмәй генә турә- әфәнде булып йөрөуҙе хуп курә. Р. Байымов; 2) яуыз уйлы насар эш. □ Тёмное дело, злонамеренное деяние. Ҡара эшен эшләне. <Ҡулдан> эш килеү эшләй алыу, нимәлер эшләргә һәләтле булыу. □ Знать толк в работе. Я [Ҡатыны:] Әйтәһем юҡ, ҡулынан [Ҡәбирҙең] эш килә, донъя көтөргә әуәҫ, уҙе лә имәндәй. Яр. Вәлиев. Ҡайһы берәуҙәр генә бит ул ҡулынан эш килмәҫ йунһеҙ ҡыҙ уҫтерәләр ҙә аҙаҡ кейәуҙәрен әрләп йөрөйҙәр. X. Ғиләжев. Ҡыҙыу эш ашығыс булған, тиҙ башҡарыуҙы талап иткән эш. □ Горячая пора. ■ Хәсән шундай ҡыҙыу эш араһында баҫыу ситендәгеләр менән шаярып, мәрәкә һуҙҙәр әйтеп алырға ла өлгөрә. С. Агиш. Эш итеү (йәки ҡылыу) 1) эш алып барыу; эшләү. □ Действовать, заниматься делом. Я Таидзе машина менән яҡшы ғына эш итте. Ғ. Аллаяров. Уйлап, ете ҡат улсәп эш итергә, сабыр булырға кәрәк, — тине ул [Зәки Вәлиди], уҙе лә ярһый төшөп, — уйламай эшләгән — ауырымай улгән. Ә. Байрамов; 2) ғәмәлгә ярарлыҡ итеү, эшкә ашырыу. □ Осуществлять, воплощать в жизнь. Эште эш итеу. Эш башы 1) етәксе урын. □ Руководящее место. Я [Саяф:] Мин унан [советтан] киткәс, эш башына дәуләтле,
мөлкәтле кешеләрҙең ҡәҙерен белмәгән, ғуме-ренә ат-тун курмәгән кешеләр менеп ултырҙы. С. Агиш. Эш башына ултырып алған эреле-ваҡлы турәләр ҡоторошоп кәйеф-сафа ҡора. Ә. Хәкимов; 2) эштең башланғысы. □ Начало дела, зачин, почин. Я Эш башында уҡ ҙур хата ебәргәнен аңлаған Әнуәр Хәки-мович, әсенеп, эстән генә уҙен битәрләп алды. Р. Вәлиев. Эш бешеү уйланылған уй, ниәт уңышлы барып сығыу. □ Удаваться, получаться (о деле, работе), соотв. Дело выгорело. Я Ҡайттыңмы ни, ҡәйнеш, былай булғас, эш бешә, беҙ туйҙың аҫтын-өҫкә килтерәбеҙ уны, — тине Гөльямал еңгә. И. Ғиззәтуллин. Пермдән ҡайтҡас, Исмәғил куп уйланды. Заводсы менән эш бешмәне. Ғ. Хөсәйенов. Эш боҙоу тәртипһеҙлек ҡылыу, насарлыҡ эшләү. □ Расстроить (испортить), развалить, разладить дело, соотв. Заварить кашу. Я Иҫәп ябай: эш боҙоп ҡасҡан малайҙы бер кем дә уҙ өйөнән эҙләмәйәсәк. Д. Шәрәфетдинов. Ҡемдер эш боҙа, ә тотош трест уның өсөн яуап бирә. Ш. Янбаев. Эш бөтөү мәсьәлә хәл ителеү, тамамланыу. □ Решить проблему; закончиться, покончить с чем-л. Хат яҙыу менән генә эш бөтмәҫ. Я Айырылған саҡта Ғимай көлөп: «Ат йөрөтөп барғас, бер юлы эш бөтөрөп ҡайтҡан яҡшы булыр», — тип китте. И. Насыри. Эшем эйәһе (йәки кешеһе) мыҫҡ. эш башҡарған булып йөрөгән кешегә ҡарата әйтелә. □ ирон. Работяга, трудяга. Я Рәшиҙә Ҡорбановтың холоҡ-ғәҙәтен яҡшы белә: тел тейҙергеһеҙ эшем эйәһе итеп кур-һәтергә тырыша ул уҙен. Ғ. Аллаяров. Эшен килтереү бик ҡаты әрләү йәки туҡмау. □ Проучить, всыпать кому. Эш ирегеү эшһеҙлектән ялҡып, юҡ-бар нәмә менән булыу. □ Заниматься ерундой, бездельничать. Я Гөбөрнатор тигәндәренең эше иреккән икән, мынау яуында йөрөмәһә, — тине Ишбулды. Ж. Кейекбаев. Эш күреү нимәнелер булдырыу, тормошҡа ашырыу өсөн сараһын күреү, хәстәрләү. □ Принять меры. Алдан эш куреу. Я Иҙрис ҡарт халыҡҡа таянып эш курергә кәңәш бирҙе: «Илгә таянған — эйелмәҫ», — тине. 3. Биишева. Эш күрһәтеү эшләп файҙа килтереү. □ Показать себя в деле. Я Бер нисә көндән Ғиндулла идараға
234