Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 235


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

эш
килеп, председателдән булмаҫтайҙы талап итә башлағас, Мәжит уға: «Тәуҙә эш кур-һәтергә кәрәк, Нәбиев иптәш, шунан һуң дауайларһығыҙ», — тине. В. Исхаҡов. Әҙ-мәҙ эш курһәтеп, куҙгә салынып өлгөргән Вара ултырышта еңел утте. Т. Сәғитов. Эшкә ашыу үтәлеү, ғәмәлләшеү. □ Осуществляться, воплощаться в жизнь. Теләктәр эшкә ашты. Эшкә ярау 1) нимәлер эшләргә һәләтле булыу. □ Быть способным. Эшкә ярамаған бала-саға. М Эшкә яраған йәш уҫмерҙәр, олатайҙарыбыҙ, апайҙарыбыҙ хеҙмәт армияһына юлланған. «Башҡортостан», 9 май 2015; 2) нимәлер эшләргә яраҡлы булыу. □ Быть полезным, пригодным. Эшкә яраған ағас. Эш ҡуҙғатыу 1) нимәлер менән шөғөлләнеү, мәшғүл булыу. □ Заниматься делом. ■ Әхмуш өйөндә лә бер эш ҡуҙғатманы. Арҡыры ятҡан сыбыҡты буй ҙа алып һалманы. Д. Юлтый; 2) дәғүә менән мөрәжәғәт итеү. □ Возбудить дело. ■ [Мөхәм-мәтсәлим — Ғәбиҙәгә:] Ҡарасы волосындағы башҡорт ерҙәрен талап алыусы Мостафин Хәлил менән Булгаков Марат баярҙарға ҡаршы яңы эш ҡуҙғатырға ниәтләнәм, әсәһе. Я. Хамматов. Эш ҡулы етештереү эше менән шөғөлләнгән кешеләр тураһында. □ Рабочие руки, рабочая сила. ■ Сәйҙә уҙен борсоған мәсьәләләрҙе бер-бер артлы ҡуҙғата торҙо. — Ауылда ла эш ҡулы аҙая бит әле, иптәш Кайсаров. Ә. Байрамов. Эш ҡыйратыу {йәки ҡырыу) мыҫҡ. берәй нәмәне булдырыу, ниндәйҙер уңышҡа ирешеү. □ ирон. Делать, сделать. ■ Байҙар губернаторҙы алып ҡайтып һыйлауҙан һәр ҡайһыһы эстән генә уҙенә файҙалы эш ҡыйратырға уйланылар. Ж. Кейекбаев. [Флурә:] Көйәнтә менән километрҙан артыҡ урындағы ергә ташып әллә ни эш ҡырып булмаясаҡ. Ә. Вәли. Эш сығыу 1) уңышҡа ирешеү. □ Добиваться успеха. ■ Башты ташҡа ороуҙан эш сыҡмай. Ғ. Ибраһимов. [Старшина Хомичук] яҡын-тирәләге бер нисә ауылға һуғылып, кәзә һораштырып ҡараны ла, эш сыҡмағас, ярмалата бәхилләшергә булды. М. Кәрим; 2) файҙа, йүн булыу. □ соотв. Выйдет толк. ■ Микола ла, сырхау әҙәм кеуек, моңайып ултыра. Быларҙан эш сығырҙай булмағас, малай командирына табан
йунәлде. Ә. Бикчәнтәев. Эш ташлау эш кешеләренең ризаһыҙлыҡ белдереп күмәкләп ойошҡан рәүештә эш туҡтатыуы. □ Бросать работу, отказаться от работы. ■ Йәй тимер юлында эшләуселәр, депо эшселәре, тауар поездарының машинистары, кочегарҙар эш ташланы. Ж. Кейекбаев. Сим заводының эшселәре икенсе сменала эш ташлай. С. Пова-рисов. Эште боҙоу нимәнеңдер хәл ителешенә ҡамасаулау, зыян килтереү. □ Разладить дело. ■ Һауа торошоноң ҡырҡа уҙгәреуе бер аҙ эште боҙҙо. «Юшатыр», 17 декабрь 2015. Эште төйнәү ниндәйҙер мәсьәләне хәл итеү, нығытыу. □ Решить вопрос, проблему; поставить точку. ■ [Григорий — Айбулатҡа:] Вася менән ҡасан, нисек эшләргә ныҡ һөйләшеп, эште төйнәп ҡуй. Һ. Дәүләтшина. Эштән сығыу 1) ныҡ йонсоу, хәл бөтөү. □ Обессилеть, утомиться. Эштән сығып арыу. ■ [Йәноҙаҡ бабай:] Булмаҫ, минең дә эштән сығып ҡартайып барған ер юҡ әле, ул егерме бер кубәне һин ярты кәбәнеңде ҡойғансы уҡ ырғытып бөтәм мин, тип ал бирмәҫкә тырыша. Н. Мусин. Заятуләктең сығыу ына Карағас тауы янында ҡалған аты эштән сығып ябыҡҡан, эйәр ҡашында көткән ҡарсығаһы улгән. Ф. Нәҙершина; 2) ҡарамаҫлыҡ хәлгә килеү. □ Быть, стать неприглядным. Төҫ-башы эштән сыҡҡан, бысранып бөткән; 3) туҙыу, яраҡһыҙ булыу. □ Износиться, испортиться, выйти из строя. ■ Юл сатында һыу уткәргестең ҡамыты эштән сығыу сәбәпле ер өҫтөнә һыу сыҡҡайны. «Инйәр», 25 апрель 2012. Эштән сыҡҡан берәй сифатты, һыҙатты көсәйткәндә әйтелә. □ Очень, сильно. М Мөәзиндең бөтә ғаиләһе бер төрлө, һәммәһе лә эштән сыҡҡан һарандар. С. Агиш. [Фәйрузә:] Унан һуң, мин — эштән сыҡҡан ялҡау, сәй ҡайнатып эсерә лә белмәм. Ҡ. Даян. Эш уҙған нимәлер ваҡытында хәл ителмәй насар төҫ алғанда әйтелә. □ Дело прошлое, время упущено. М Духтыр әйтә: «Яҡшы, — mu, — ваҡытлы килеп еткәнһегеҙ, ярты сәғәт һуңлаһағыҙ, эш уҙған булыр ине...» Б. Бикбай, һорауға ҡаршы һорау би-реуенә Байгилдин эстән укенһә лә, эш уҙған, һуҙ ауыҙҙан сыҡҡан — ҡолаҡтарға кергәйне. X. Ғиләжев.
235