ЭШАФОТ
ЭШАФОТ [фр. echafaud ‘таҡта майҙансыҡ’] (Р.: эшафот; И.: scaffold; T.: yapı iskelesi) и.
Хөкөм ителгәндәрҙе халыҡ алдында язалау йәки үлтереү өсөн махсус эшләнгән бейек урын. □ Эшафот. Эшафотҡа менеу.
■ Эшафотҡа баҫҡас, тотҡонға императрицаның мәрхәмәт ҡурһәтеуен белдереп, аяҡ-ҡулдарын берәмләп сабып, аҙаҡ ҡына башын өҙөргә тигән язаны әйтәләр. Ғ. Хөсәйенов.
ЭШЕЛОН [фр. echelon < echelle ‘баҫҡыс’] (Р.: эшелон; И.: echelon; T.: kademe) и.
1. хәрби. Фронт буйынса түгел, ә поход тәртибендә урынлашҡан ғәскәрҙәрҙең хәрәкәт итеүсе йәки хәрби әҙерлектә булған бер өлөшө. □ Эшелон. ■ Батальон һөжумгә әҙерләнә башланы. Полк беренсе эшелонға сыҡты. Ә. Вәли. Таутөмәндә, икенсе эшелондағы өйрәтеу ваҡыттарында, ярыштарҙа батарея гел беренселекте ала торғайны. С. Поварисов.
2. Күмәк халыҡ, күләмле йөк күсереү поезы, автоколонна һ. б. төркөмө. □ Эшелон.
■ Поезд, көнсығышҡа табан елгән эшелондарға юл бирә-бирә, бик аҡрын барҙы. Ә. Байрамов. Шукәле станцияһында, майһыҙ арба кеуек шығырлап, тауар вагондарынан торған эшелон килеп туҡтаны. Ғ. Лоҡманов.
ЭШЕМТӘЙ (Р.: работяга; И.: drudge; Т.: işkolik) и. һөйл.
Күңел һалып, ихлас эшләгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Работяга, трудоголик. / Работящий. Эшемтәйҙәрҙе һәр кем ярата. Эшемтәй генә егет.
ЭШ ЙӨРӨТӨҮ (эш йөрөт-) ҡ. диал. ҡар. юллау 4. Мәктәп асыу буйынса эш йөрөтөу. Пенсияны арттырыу өсөн эш йөрөтөу.
ЭШКИНЕҮ (эшкин-) (Р.: стать работоспособным; И.: become functioning; T.: işe yaramak) ҡ.
1. Эшләргә һәләтле булыу, эшкә ярау. □ Стать работоспособным; становиться способным, пригодным к работе. ■ Шэуэли, эшкинмәһә лә, хәйләгә оҫта: ниндәйҙер дарыу һалып ҡолағын боҙған һәм уны аҡ билетҡа сығарып, һалдаттан башҡуллай ҡалдырғандар. Б. Бикбай. [Алдарбайҙың] Мысыры
менән Мусаһы ла теҙген тоторға өйрәнгән, теге-был йомошҡа эшкинәләр. Н. Мусин.
2. Ҡайҙалыр ҡулланырға, тотонорға ярау. □ Годиться, быть пригодным к использованию. ■ Был сир [«ағас ауырыуы»] тейҙеме — ағас эшкинмәй, ҡороп әрәм була. Т. Килмөхәмәтов. Комбайнды хәҙер баҫыу буйлап һөйрәп йөрөтөрлөк тугел, молотилка урынына баҫып ултырырға ғына эшкинә.
3. Ураҡсин. Балта менән тумырылған ағас ҡыуышы бал ҡорттарына ҡабат йәшәргә эшкинмәй, юҡҡа сығарыла. Я. Хамматов.
ЭШКИНМӘГӘН (Р.: негодный; И.: unfit; ineligible; T.: işe yaramaz) c.
1. Эшкә ярамаған. □ Негодный. Эшкинмәгән ҡорал-ҡорамал.
2. Эшкә һәләтһеҙ, йүнһеҙ. □ Негодный; непутёвый. ■ Етмешкә етеп, теше төшөп бөткән ҡарттар ҙа, эшкинмәгән генә егеттәр ҙә теләгән бер ҡыҙға яусы ебәрә ала.
3. Биишева. Ҡөтөуҙең нәҫел угеҙе лә эшкинмәгән булып сыҡты. Р. Камал.
ЭШ КӨНӨ (Р.: рабочий день; И.: weekdays; T.: hafta içi) и.
1. Эш, хеҙмәт өсөн ҡуйылған көндәлек ваҡыт. □ Рабочий день, будни. ■ Исҡужин министерствонан сыҡҡанда, эш көнө тамамланып килә ине инде. Ә. Вәли. Эшселәр, эш ташлап, жалованьены арттырыуҙы, һигеҙ сәғәтлек эш көнө билдәләуҙе талап иткәндәр. X. Мохтар. Юламанов, кисәге эш көнөнә йомғаҡ яһап, һине еңеусе тип таптыҡ. Беренсе буләк менән вымпел һиңә була, — тине Ҡорбанов һәм кеҫәһенән конверт сығарҙы. Ғ. Аллаяров.
2. тар. 1930—1966 йылдарҙа бер көндә башҡарылырға тейеш булған эш күләме; хеҙмәт көнө. □ Трудодень. Эш көнөнә ҡарап туләу. Яҡшы эшләһәң, эш көнөн куберәк яҙалар. ■ Әгәр ҙә фуфайкаға тиҙәк-фәлән йәбешмәгән, ҡоро икән, малсыға эш көнө яҙыла, еуеш икән — уҙенә упкәләһен — көрәк-һәнәген кутәреп, яңынан иҙән ҡыра башлай. К. Фазлый.
ЭШ-КӨШ (Р.: разные мелкие дела; И.: petty affairs; T.: iş güç) и. йыйн.
236