Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 291


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭЛЕП ТОРОУ
ӘЛЕГӘ ТИКЛЕМ р. ҡар. әлегәсә. Әлегә тиклем билдәһеҙ. ■ Нәғимә инәй әлегә тиклем ябай ғына малай иҫәпләнгән ейәненең «Өс таған»ға башлыҡ булыуын белмәй ине шул. М. Кәрим. [Ҡыҙ — егеткә:] Әлегә тиклем минең һүҙемде тыңлап уңдың, хәҙер ҙә тыңла, ҡырҡ беренсе бүлмәне асма. Әкиәттән.
ӘЛЕЙ ИТЕҮ (әлей ит-) ҡ. диал. ҡар. ҡаҙыҡай тороу. Бәпес әлей итә башланы.
ӘЛЕКӘ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Шайтан-көҙәй ырыуына ҡараған аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир племени шайтан-кудей. Әлекәләр шәжәрәһе. Әлекәләр аймағы.
ӘЛ ЕКӘН (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Һарт-әйле ырыуына ҡараған аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир сарт-айлинцев. Әлекән аймағы. Әле-кән шәжәрәһе.
ӘЛЕКӘС/7. диал. ҡар. әле I, 1. Әлекәстән китһәң, оят та.
ӘЛЕМ (Р.: налим; И.: burbot; T.: lota) и. диал. ҡар. шамбы I.
1. Треска һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡараһыу һыртлы, йомро кәүҙәле балыҡ. □ Налим (лат. Lota lota). Әлем тотоу. Әлем эләгеү. Күлдә әлем эләктереү.
2. Оҙон йомро кәүҙәле, аҫлы-өҫлө буйҙан -буй һуҙылған йөҙгөслө, бәләкәй генә башлы, ҡараһыу төҫтәге йылға, күл балығы; йыланбалыҡ. □ Вьюн (лат. Misgumus). Имәнес әлем. Яр буйҙарында әлемдәр йөҙә.
ӘЛЕМӘС (Р.: половик, сотканный из тряпичных полосок; И.: kind of rag; T.: paspas) и. диал.
Сепрәктән һуғылған балаҫ. □ Половик, сотканный из тряпичных полосок. Әлемәс һуғыу. Урындыҡҡа әлемәс түшәү. Бәләкәй генә әлемәс.
ӘЛЕНӘН-ӘЛЕ (Р.: периодически; И.: periodically; now and again; T.: vaktiyle) р.
Ваҡыты-ваҡыты менән, ваҡыт-ваҡыт; әлдән-әле. □ Периодически, временами. Әле
нән-әле уфтаныу. Әленән-әле бер хәл сыға. ■ Федя мейескә әленән-әле утын ташлай торҙо, тик таң алдынан ғына ултырған көйө ойоп китте. М. Кәрим. Ғәйзулла ятһыраған бесәй һымаҡ, урындыҡтағы бер мөйөшкә һырығып ултырҙы ла күҙенең ҡырыйы менән генә әленән-әле Ҡолсобайға ҡараны. Я. Хамматов.
ӘЛЕҢГЕ с. диал. ҡар. әлеге 2. Әлеңге ваҡиға. Әлеңге хәл. Әлеңге шул бер эш. Әлеңге таныш кеше.
ЭЛЕП I (әлебе) и. һөйл. ҡар. әлиф II. Әлепте яҙырға өйрәнеү. Әлепте белеү.
♦ Әлепте таяҡтан айырыу хәреф таныу.
□ Овладеть грамотой. ■ Муллаға ике ҡыш һабаҡҡа йөрөп, әлепте таяҡтан айырырға өйрәнгәс, атаһы былай тине: «Етер, улым, беҙгә, крәҫтиәнгә, шунан да артығы кәрәкмәй». М. Хужин. Әлепте таяҡ тип <тә> белмәү хәреф танымау; грамотаһыҙ булыу.
□ Неграмотный; невежда, неуч, тёмный. ■ [Таиба әбей:] әлепте таяҡ тип белмәһәм дә, уның [Закирымдың] китаптарын һаҡлап ултырған булам. 3. Биишева.
ЭЛЕП II (әлебе) и. диал. ҡар. әҙеп. Итәк әлебе. Элеп тегеү. Балаҡҡа элеп һалыу.
ЭЛЕП III (әлебе) (Р.: полосы на бересте; И.: birchbark streaks; T.: huş ağacının kabuğundaki çizgiler) и. диал.
Ҡайын туҙының һыҙыҡтары. □ Полосы на бересте. Үҙенсәлекле элеп. Серле элеп.
ЭЛЕП IV (Р.: название родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Ҡыпсак, табын ҡәбиләләренә ҡараған аймаҡ исеме. □ Название родовых подразделений башкир племён кыпчак, табын. Әлептәр ауылы. Әлептәр аймағы. Әлептәр шәжәрәһе.
ЭЛЕП ТОРОУ (элеп тор-) (Р.: встать на дыбы; И.: stand upright; be on hind legs; T.: dik durmak) ҡ. диал.
Төп-төҙ булып үргә күтәрелеү; үрә баҫыу.
□ Встать на дыбы. Һынын турайтып элеп торҙо. Артҡы аяҡтарға элеп тороу. Ат элеп торҙо.
291