Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 290


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘЛЕГЕ
ӘЛЕГЕ (Р.: теперешний; И.: today’s; Т.: şimdiki) с. һөйл.
1. Ошо мәлдә булған, ошо ваҡытта барған; хәҙерге. □ Теперешний, настоящий, сегодняшний. Әлеге көндә. Әлеге ваҡытта. Әлеге мәлдә. М Фекерем ҡаяға ҡаҡлығып ағымын үҙгәрткән йылғалай, ҡапыл әлеге минутта барған ваҡиғаға боролдо. Г. Яҡупова.
2. Телгә алынған, бығаса билдәле булған; шул уҡ, щул бер; баяғы. □ Данный, тот, тот самый, упомянутый. Әлеге кеше. ■ Ғабдулла ҡайтып ингәндә, Нәғимә инәй әлеге миҙалды ялтыратып ултыра ине. М. Кәрим. [Линара ] яҡшы уҡыуы, немец телен һәйбәт белеүе арҡаһында барып эләкте ул әлеге ҡалаға. Л. Яҡшыбаева. [һыуһылыу:] Мин әлеге, һин килеп ултырған ергә сығып, таш өҫтөнә ултырып, сәсемде тараймын, төҙәнеп, биҙәнеп ҡайтамын. «Заятүләк менән һыуһылыу». Исмай менән ҡыҙ, ер өҫтөнә сығырға тип, әлеге тишеккә киләләр. Әкиәттән.
ӘЛЕГЕ-БАЯҒЫ мөн. ҡар. әлеге лә баяғы. М Бына әлеге-баяғы шаян буҙ турғайҙар бер йыуан ҡарағас бүрәнә өҫтөнә ҡушлап ҡунғандар ҙа эре генә ҡуҡырайышып ағып баралар. 3. Биишева.
ӘЛЕГЕ ЛӘ БАЯҒЫ (Р.: всё то же; И.: the same; T.: aynı) мөн.
Бығаса, электән үк билдәле булған. □ Всё то же, опять то же; опять о том же, всё о том же; опять с тем же. Әлеге лә баяғы бер үк һорау. Әлеге лә баяғы шул бер эш. Әлеге лә баяғы ҡаршылыҡтар. ■ Йәмилде күцелһеҙ уйҙарҙан әлеге лә баяғы Рәмил ҡотҡарҙы. Р. Ҡол-Дәүләт.
ӘЛЕГЕЛӘЙ (Р.: как сейчас; И.: as if it were today; T.: şimdi gibi) с.
Ошо ваҡытта барған; хәҙерге һымаҡ. □ Как сейчас. Әлегеләй күҙ алдымда. Һәр һүҙең әлегеләй иҫемдә. Ветерандар һуғыш мәхшәрен әлегеләй асыҡ хәтерләй. ■ Йырҙа, күңелдә булһа ла йәшәй икән йәшлектә кисергәндәр: барыһы ла йәнле, әлегеләй генә булған төҫлө. Р. Камал. Уҡытыусылар дәрестә берәйһенең эшен хуплаһа йәки башҡаларға өлгө итеп ҡуйһа, әлегеләй төҫө үҙгәрә лә китә торғайны [Исмәғилдең]. Ә. Әминев.
ӘЛЕ ГЕНӘ (Р.: недавно; И.: a moment ago; T.: yeni, geçenlerde) терк.
Күптән түгел, яңы ғына. □ Недавно, только что, только, вот-вот. Я Команданың мәғәнәһенә төшөнмәне, әле генә күргән төшөн хәтерләп, йылмайып ҡуйҙы [Фәтихов]. И. Абдуллин. Атайым тураһында әле генә ишеткән һүҙҙәр ныҡ тәьҫирләндергәйне мине. Н. Мусин. Шул саҡ ҡатын әле генә күҙ алдында булып үткән турғай балаларының бәхетһеҙлеге хаҡында түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Әкиәттән.
ӘЛЕГЕСӘ (Р.: как обычно; И.: as usual; T.: her zamanki gibi) р.
Ғәҙәттәгесә, элеккесә. □ Как обычно, как всегда. Әлегесә эшләү. Әлегесә дауам итеү. М Әгәр эш әлегесә көйлө генә барһа, быны булдырып була, һуңлабыраҡ булһа ла, булдырып була. X. Ғиләжев. Егет .. бара-бара бер ҡалаға барып етә. Арығас, әлегесә бер әбейгә инә. Әкиәттән.
ӘЛЕГӘ (Р.: сейчас; И.: at the moment; T.: şu an) p.
1. Хәҙерге ваҡытта, әле. □ Сейчас, в данный момент. ■ [Ниғмәтулла:] Асыҡтан-асыҡ дошманлыҡ күрһәтеү әлегә зарарлы. Я. Хамматов. Әлегә бер нәмә лә аңламаған Вәзир, битендәге тирен һөртмәксе булып, күлдәк итәген ҡапшаны. М. Кәрим.
2. Ваҡытлыса, хәҙергә. □ Пока, временно, покуда. Әлегә ял итеү. ■ [Бибиғәйшә ҡарсыҡ — ҡартына:] Әлегә үҙең генә бар. Уны уянғас ебәрермен. Ф. Янышев. Аяҡтарыма ошонан да алыҫыраҡ юл төшмәй тора әлегә. Г. Яҡупова.
ӘЛЕГӘ САҠЛЫ р. ҡар. әлегәсә. Әлегә саҡлы эшләнелмәү. Әлегә саҡлы һаҡлау.
ӘЛЕГӘСӘ (Р.: до сих пор; И.: up to now; T.: şimdiye kadar) р.
Ошо көнгә тиклем. □ До сих пор. Әлегәсә ҡайтманы. Әлегәсә күргәнем булманы. Әлегәсә хәл ителмәгән. ■ [Хисмәтулла:] Әлегәсә бөтәһен яңғыҙыма тигәндәй башҡарырға тура килде. Я. Хамматов. Ошо көндән алып әлегәсә тойолмаған күпме һыу аҡҡан! Г. Ҡотоева. Рухым ҡәғбәһе ул халҡым юлы — Арҡайымдан алып әлегәсә. X. Назар.
290