ӘПӘЙ ҠАШЫҒЫ
Мейескә икмәк ултырта торған кәрәк. □ Лопата для поставки хлеба в печку. Әпәй көрәге яһатыу. Әпәй көрәге менән тығыу.
ӘПӘЙ ҠАШЫҒЫ (Р.: деревянная ложка для размешивания теста; И.: wooden dough spoon; T.: ahşap kaşık) и. диал.
Ҡамыр болғата торған ағас ҡашыҡ. □ Деревянная ложка для размешивания теста. Әпәй ҡашығы эшләтеү. Әпәй ҡашығы менән болғатыу.
ӘПӘЙ САПСАҠ (сапсағы) (Р.: квашня; И.: kneading-trough; T.: hamur teknesi) и. диал. ҡар. икмәк күнәге.
Икмәк әсетә торған тәпәшәк ағас һауыт.
□ Квашня. Әпәй сапсағы эшләтеү.
ӘПӘЙ СИЛӘК (силәге) (Р.: квашня; И.: kneading-trough; T.: hamur teknesi) и. диал. ҡар. икмәк күнәге.
Икмәк әсетә торған тәпәшәк ағас һауыт.
□ Квашня. Әпәй силәгендә әсетеү. Әпәй силәген таҙартыу.
ӘПӘК (әпәге) (Р.: хлебушек; И.: tommy; Uncle Fred; T.: ekmek) и. бал.
Балалар телендә икмәк һүҙе. □ Хлебушек, хлебушко. Әпәк бешереү. Әпәк һалыу. Хуш еҫле әпәк. М «Йә, мырҙа, ҡасан атлайһың?» — тигән булды иген йыйыусыларҙың береһе Шәкирәнең иң бәләкәй малайына. «Әпәккә туйғас, атлайым», — тине бала, ап-асыҡ итеп. 3. Ураҡсин.
ӘПӘК КҮНӘГЕ (Р.: квашня; И.: kneading-trough; T.: hamur teknesi) и. диал. ҡар. икмәк күнәге.
Икмәк әсетә торған тәпәшәк ағас һауыт.
□ Квашня. Әпәк күнәге яһатыу. Әпәк күнәгенә икмәк һалыу.
ӘПӘК-СЕПӘК ИТЕҮ (әпәк-сепәк ит-) (Р.: защищать; И.: protect; T.: korumak) ҡ. диал. ҡар. ҡурсалау.
Хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау; ҡурсыу. □ Защищать, ограждать, һәр ваҡыт әпәк-сепәк итеү. Әпәк-сепәк итеп тороу. Һин бигерәк шул малайыңды әпәк-сепәк итәһең.
ӘПӘКӘЙ (Р.: хлебушко; И.: loaf; Т.: ekmek) и. ирк. кес.
Икмәкте ололап, ҡәҙерләп әйтеү һүҙе. □ Хлебушко. Тәмле әпәкәй. Әпәкәй еҫе. Йылы
ғына әпәкәй, ■ Ҡәҙереңде валсығыңа ҡәҙәр белмәү ҡайҙа миңә, әпәкәй?! X. Назар.
ӘПӘКӘЙ ҘӘ СӘПӘКӘЙ р. ҡар. әпәкәй-сөпәкәй. Улар әпәкәй ҙә сәпәкәй йәшәп ята.
ӘПӘКӘЙ-СӨПӘКӘЙ (Р.: ласково; И.: blandly; T.: şefkatle, tatlı dille) р. һөйл.
Үҙ-ара иркәләтеп, бер-береһен ныҡ ҡурсалап торған кешеләргә шаяртып әйтелә. □ Ласково, с нежностью, с любовью. Әпәкәй-сөпәкәй йәшәү.
ӘПӘЛӘ (Р.: глупый; И.: silly, foolish; T.: ahmak) с. диал. ҡар. алйот.
Аҡылы кәм кеше; иҫәр, ахмаҡ. □ Глупый. Әпәлә малай. Эй, әпәлә, туҙға яҙмағанды һөйләйһең.
ӘПӘЛӘНЕҮ (әпәлән-) (Р.: спешить; И.: speed oneself; hurry; T.: acele etmek) ҡ. диал. ҡар. ҡабаланыу.
Тиҙ-тиҙ йәһәтләп ҡуҙғалыу; ашығыу. □ Спешить, торопиться. // Спешка, торопливость. ■ [Миҙхәт] үҙенең янына әпәләнеп килеп еткән Моргуновҡа .. ҡайнар аш әҙерләтергә ҡушты. Б. Рафиҡов.
ӘПӘНӘ (Р.: косноязычно; И.: inarticulately; T.: peltek) р. диал. ҡар. һаҡау.
Телдәге ҡайһы бер өндәрҙе дөрөҫ, асыҡ әйтә алмаған йәки боҙоп һөйләгән. □ Косноязычно. Әпәнә һөйләшеү. Әпәнә әйтеү. Әпәнә итеп һөйләү.
ӘПӘРӘКЛӘҮ (әпәрәклә-) ҡ. диал. ҡар. әрләү. Ныҡ ҡаты әпәрәкләү. Заманды әпә-рәкләү. Етешһеҙлектәр өсөн әпәрәкләү.
ӘПӘРӘКТӘҮ (әпәрәктә-) ҡ. диал. ҡар. әрләү. Көн буйына әпәрәктәү. Күршеләрен һәр ваҡыт әпәрәктәй.
ӘПӘРӘКӘН (Р.: совсем; И.: quite, entirely; T.: büsbütün, tamamen) р. диал.
1. Тулыһынса, бөтөнләй. □ Совсем, совершенно. Әпәрәкән аҡсаһыҙ ҡалыу. Әпә-рәкән онотоу. Әпәрәкән үҙгәреү.
2. Һис бер файҙаһыҙға; юҡҡа, бушҡа. □ Напрасно, попусту. Әпәрәкән йөрөп ҡайтыу.
ӘП-ӘСЕ (Р.: очень горький; И.: sour as vinegar; T.: çok acı) с. артыҡл. дәр. ҡар. әсе II. превосх. степ, от әсе II.
Нимәнеңдер тейешленән әсе булыуы. □ Очень горький, кислый. Әп-әсе емеш. Әп-әсе лимон. Әп-әсе балан емеше.
308