Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 509


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯРАЛЫУ
ЯРАҠҺЫҘЛЫҠ (яраҡһыҙлығы) (Р.: негодность; И.: worthlessness; T.: yaramazlık)?/.
Яраҡһыҙ булыу хәле. □ Негодность, непригодность. Эшкә яраҡһыҙлыҡ. Яраҡ-һыҙлығын тикшереу.
ЯРАЛАНЫУ (яралан-) (Р.: пораниться; И.: receive a wound; T.: yaralanmak) ҡ.
1. Яра алыу, яралы булыу. □ Пораниться, получать ранение, быть раненым. // Ранение. Аяғы яраланған. Ҡаты яраланыу, һалдат яраланған. I Туп янында ҡаты яраланып йығылғандан һуң, Шәмсетдин байтаҡ ваҡыт уткәс кенә аңына килә алды. Р. Байымов. Ярты йыл элек, Хисай ныҡ ҡына яраланғас, уны дауаланырға тип тылға оҙатҡайнылар. В. Исхаҡов. Урта йәштәгеләрҙең кубеһе - фронтта яраланып ҡайтып, госпиталдә һауығып сыҡҡас, яңынан сафҡа баҫҡан һалдаттар. С. Поварисов.
2. кусм. Ауыр кисереш, рухи ғазапҡа дусар булыу. □ Получать душевную рану. Ауыр һуҙҙән куңел яралана. Был кисереш йөрәгемде яраланы.
ЯРАЛАУ (ярала-) (Р.: ранить; И.: wound; T.: yaralamak) ҡ.
1. Яра һалыу, яралы итеү. □ Ранить, поранить, наносить рану. // Ранение, нанесение раны. ■ Аяғымды яраланы Балҡан-тауҙың ташлығы. Бәйеттән.
2. Боҙоп юҡҡа сығарыу, емереү. □ Разрушать. • Ергә ят ҡулы тейһә - яралай, ә хужа ҡулы - ярығын ямай. Әйтем.
3. кусм. Яман һүҙ йәки ҡылыҡ менән әрнетеү, рәнйетеү. □ Ранить, поранить, наносить душевную рану. • Ҡылыс тәнде яралай, яла йәнде яралай. Әйтем. Уҡ - тәнде, һуҙ йәнде яралай. Әйтем.
ЯРАЛАШ с. диал.
1. ҡар. ябай. Бигерәк яралаш инде. Яра-лаш халыҡ.
2. һүҙ, сер тотмаҫ (һаҡламаҫ). □ Болтливый. Ул яралашҡа һуҙ һөйләйме кеше. Яралаш ҡатын бөтә ауылды тултырған.
ЯРАЛҒЫ (Р.: зародыш; И.: foetus; Т.: ambriyon) и.
1. Ҡарын йәки йомортҡа эсендә яңы ғына яралған бала. □ Зародыш, плод,
эмбрион. S Ул йылдарҙа яралғының кем булып тыуыуын алдан төҫмөрләргә ярҙам иткән УЗИ кеуек аппарат юҡ ине әле. И. Аҡъюлов. Был донъяның бөтә яралғылары өсөн иң ҡәҙерлеһе - ғумер. Д. Исламов. Яралғы инәлек көпшәһендә урынлашһа, артабан уҫә алмай, көпшә шартлай. Г. Яҡупова.
2. кусм. Нимәнеңдер иң тәүге башланғысы. □ Зародыш, зачаток, начало. / Зародышевый, зачаточный, начальный. М Европа илдэрендэге демократия яралғылары әллә Рәсәйгә килешмәне, әллә беҙҙең аңыбыҙ, асылыбыҙ ул уйындарҙы уҙ итә алманы. Р. Камал.
3. диал. Үҫә торған һәр нәмәнең башланғыс яралғыһы; бәбәк. □ Зародыш, зачаток. Башаҡ яралғыһы. Яралғынан уҫеп сығыу. Яралғы ебәреу.
ЯРАЛТЫУ (яралт-) (Р.: порождать что\ И.: generate; T.: yaratmak) ҡ.
Барлыҡҡа килтереү, бар итеү. □ Порождать что, служить причиной возникновения чего. М Бөтә башҡорт төйәк иткән, донъя көткән Урал - йәннәт ер, Тәңре яралтҡан һыуалыш ер. С. Бәҙретдинов. Аллаһы Тәғәлә ҡыҙыҡ ҡына итеп яралтҡан шул был донъяны: бер йән эйәһе лә башлыҡһыҙ көн ҡурә алмай. Н. Мусин. Ҡурай яралтыр ун бер тауыш төрөнән теләгәнсә мең төрлө моң сығарыу - оҫта ҡурайсылар эше. Ғ. Хөсәйенов.
ЯРАЛЫ (Р.: раненый; И.: wounded; Т.: yaralı) с.
Яраһы булған, яраһы бар, яраланған. □ Раненый, имеющий рану (ранение), с раной. ■ Гөлкәй Тимербайҙың яралы биттәренән убә башланы. Ғ. Аллаяров. Яралы егеткә ярҙам курһәтелгәс, партизандар, Фәриҙә апай менән Нурияны ла уҙҙәре менән алып, юлға сыҡтылар. Ә. Байрамов. Тартҡылап та ыуғылап, яралы ҡулын көн-төн хәрәкәтләндерергә тотондо Юлай. И. Ғиззәтуллин.
ЯРАЛЫУ (ярал-) (Р.: зарождаться; И.: be born; T.: doğmak) ҡ.
1. Барлыҡҡа килеү, тыуыу, бар булыу. □ Зарождаться, быть зачатым, появляться. //
509