ЯРА ҠАШҠА
[Шүлгән:] Инде һүҙем алмаһаң, асыҡ яуап бирмәһәң, үҙ ярағым күрәйем, үҙ юлымда булайым. «Урал батыр».
ЯРА ҠАШҠА (Р.: продолговатое белое пятно на лбу животного; И.: star; Т.: hayvanın alnındaki beyaz leke) и. диал. ҡар. сыбай ҡашҡа.
Малдарҙың (аттың) маңлайындағы аҡ тап. □ Продолговатое белое пятно на лбу животного. Аттың яра ҡашҡаһы матур. Яра ҡашҡа am.
ЯРАҠЛАНЫУ I (яраҡлан ) (Р.: вооружаться; И.: become equipped; T.: silahlanmak) ҡ.
Кәрәк булған бөтә ҡорал-ҡорамалды, хужалыҡтағы кәрәк-яраҡты йыйыу; ҡоралланыу. □ Вооружаться, снаряжаться. ■ Ярай, яу эше һабантуй түгел, ҡарайыҡ, яраҡланайыҡ, улайһа, - тине Батырша, һүҙҙәренә баҫым яһай-яһай эске мәғәнә һалып. Ғ. Хөсәйенов.
ЯРАҠЛАНЫУ II (яраҡлан-) ҡ. диал. ҡар. яраҡлашыу. Кешегә яраҡланып китеү. Яраҡлана төшөү. Шарттарға яраҡланыу.
ЯРАҠЛАШТЫРЫУ (яраҡлаштыр-) (Р.: приспосабливать; И.: adapt; T.: uydurmak) ҡ.
Бер төрлө шартҡа, талапҡа ҡулайлы, яраҡлы итеү. □ Приспосабливать, прилаживать. // Приспособление, прилаживание. M [Рәшит] китапхананан ағаһы тәҡдим иткән китаптарҙы алып ҡайтып, баш-аяғы менән шунда сумды, уҡып белгәнен үҙе шаһит булған күренештәргә яраҡлаштырырға тырыша башланы. Б. Рафиҡов. Туран һәм Иран илдәрен төҙөгән кешеләр, әлбиттә, һәр яҡлап уйланылған .. ғөрөф-ғәҙәттәрҙе йәмғиәт тормошона яраҡлаштыра алырлыҡ идеология һ. б. барлыҡҡа килтергән. Ғ. Хисамов.
ЯРАҠЛАШЫУ (яраҡлаш-) (Р.: приспосабливаться; И.: adapt to; T.: uymak) ҡ.
1. Булған төрлө хәлгә йәтешләнеү; яйлашыу, ҡулайлашыу. □ Приспосабливаться. // Приспособление. ■ Донъялағы һәр йән эйәһе кеүек үк, әҙәм балаларында ла тормошҡа яраҡлашыу тигән ынтылыш бар. Н. Мусин. Ысынбарлыҡ иһә кемдеңдер
ыңғайына яраҡлаша алмай - әйҙә, бүтәндәр уға яраҡлашһын, улар уның ҡурайына бейеһен! Р. Камал. Заманына ҡарата яраҡлашырға ҡушҡан мосолман әһелдәренә Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәлиәссәләм. Я. Хамматов.
2. Кеше ыңғайына йәтешләнеү; ярау. □ Подлаживаться, приспосабливаться, приноравливаться. // Подлаживание, приспособление. Кешегә яраҡлаша белеү. ■ Хәйер, Кәбир яҡшыра алмаһа ла, яраҡлаша ала торған йән бит инде ул. 3. Биишева. Дуҫтары менән булған ошо һөйләшеүҙән һуң Илшат ҡоҙасаһына: «Һин минең холҡома яраҡлашырға тейеш», - тигән талап ҡуйҙы. Р. Сабитова.
ЯРАҠЛЫ (Р.: годный; И.: fit; T.: yarar, uygun) с.
Нимә өсөндөр ҡулланырлыҡ; ярарлыҡ. □ Годный, пригодный. М Иштуған, ҡарашын берсә һөйләүсегә, берсә халыҡҡа йүнәлтеп, кемдең һүҙе улар өсөн яраҡлы икәнлегенә төшөнөргә тырышты. 3. Биишева. Асылда Зинүнә уйлап сығарған баҫыу әйләнеше планы бик үҙенсәлекле, Имәнтау баҫыуҙары өсөн генә яраҡлы план ине. Ә. Вәли. Катын-ҡыҙҙар ашарға яраҡлы үлән, тамыр, емеш, төрлө бөжәктәрҙең ҡарышлауыҡтарын йыя. Ғ. Ғиззәтуллина.
ЯРАҠҺЫҘ (Р.: негодный; И.: unfit; Т.: yararsız) с.
Ниндәйҙер эшкә, маҡсатҡа, нимә өсөндөр ҡулланыуға ярамаған; ярамаҫлыҡ. □ Негодный, непригодный. ■ Көрәшсе маҡтанды, колхозға ла яраҡһыҙ кешеһең тип көлдө Булаттан. Б. Бикбай. Олосло ауылындағы шәфҡәт туташына барып, ун биш-егерме һум төртһәң, кешене боҙоп, һалдатҡа яраҡһыҙ итеп алып ҡала, имеш, тип һөйләгәйнеләр. Һ. Дәүләтшина. Гел үргә ынтылыусы «Куштирәк» кеүек ҙур хужалыҡты алып барыу өсөн Мөжипов яраҡһыҙ кеше ине. Д. Исламов.
ЯРАҠҺЫҘЛАНЫУ (яраҡһыҙлан-) (Р.: становиться негодным; И.: get unfit; T.: yararsızlaşmak) ҡ.
Яраҡһыҙға әйләнеү, яраҡһыҙ булыу. □ Становиться негодным, непригодным. Эшкә яраҡһыҙланып ҡалыу. Ауыр хеҙмәткә яраҡһыҙланыу.
508