ЯРАҠ
ға тоҙ һибеу генә буласағын аңланы, ахырыһы. Ә. Хәкимов.
ЯРАББИ [ғәр. (Р.: Боже; И.: ту God; Т.: ya rabbi) ымл. дини.
«Йә Аллам» тигән мәғәнәлә Аллаға мөрәжәғәт итеү һүҙе булып, ялбарыу, ғәжәпләнеү, нәфрәтләнеүҙе һ. б. белдерә йәки теләк теләгәндә әйтелә. □ Междометие, употребляемое для выражения удивления, негодования, досады, радости или при пожелании чего-л:. Боже, Господи. ■ Ярабби, ярабби, -тип бер ук һуҙҙе ҡабатлай ине Сәрбиямал әбей, Илшатты кукрәгенә ҡыҫып, - мин һинән башҡа йәшәй аламмы һуң? Ғ. Лоҡманов. Әсәнең эске әрнеу менән: «Ярабби, бер-берегеҙҙе курергә тилмереп, Ҡаф тауҙары артында йәшәһәгеҙ ине», - тип әйтеуе булған, был ике малайҙың ҡулдары урынына ҡанаттар яралып, ҡоштарға әуерелгәндәр, ҡуҙ асып йомған арала тәҙрәнән осоп сығып киткәндәр. «Саҡ-Суҡ». Шул минутта боҙҙар араһынан малайҙы өҫкә кутәргән ике ҡул куренде лә, ярабби, яр яғына киҫкен һелтәнде, биленән йылға ситендәге һыуға кереп баҫҡан әсәһе малайҙы эләктереп өлгөрҙө. Г. Яҡупова.
ЯРАББЫМ ымл. дини. ҡар. ярабби. ■ [Әбей:] Бер яҡшылығына мең изгелек менән ҡайтар, яраббым. Ш. Бикҡол.
ЯРАЙ I (Р.: ладно; И.: all right; T.: peki) мөн.
Нимә менәндер килешкәнде, риза булғанды белдерә; ярар. □ Ладно, хорошо; хорошо, что...; хорошо, если...; ладно уж. М Ярай, -тине Бикбулат һәм Шәңгәрәйҙең куҙенә бик оҙаҡ ҡарап торҙо, - халыҡ менән һөйләшербеҙ. С. Агиш. Ярай, Мирхәлитов, штабҡа донесение биргәндә был фекерҙе лә иҫтә тотормон, - тине отделение командиры. Ә. Байрамов. Ярай ҙа бер-ике көн генә торһа, ул [Ғәли] әле ҡыш сығырға самалап килмәнеме икән? - тине, иренә ҡарағанда алдан куберәк курд белеусе Ғамилә. Б. Бикбай.
ЯРАЙ II (Р.: можно; И.: one may; T.: mümkün) мөн.
Берәй эшкә рөхсәт биргәндә йәки һорағанда әйтелә. □ Можно. Ҡайтырға ярай.
Ҡитергә ярай. Ш Был ишек асыҡ, инергә ярай тигәнде аңлата. Р. Байбулатов. [Мөҡим - Иштуғанға:] Әссәлдмәғәлдйкум! Инергә яраймы? 3. Биишева.
ЯРАЙМЫ (Р.: ладно; И.: all right; T.: tamam mı) киҫ. ҡар. йәме.
Үтенеүҙе, үтенесле өндәүҙе белдергәндә әйтелә. □ Ладно, хорошо, обязательно. ■ [Уҡыусыларға] Шәрифә Солтановнаны беҙҙең кеуек яратығыҙ һәм хөрмәтләгеҙ, яраймы?! - тине Ғумәр ағай, ҡулын һуҙып. Р. Байбулатов. [Айбулат - Гөлйөҙөмгә:] Һорашып килеуселәр булһа ла, белмәйемдән башҡаны әйтмә, яраймы. Һ. Дәүләтшина. [Булат:] Атайҙың ҡайтып килгәнен кургәс, һиңә лә әйтермен, әсәй, яраймы? - тип тәтелдәне лә тәтелдәне. М. Тажи.
ЯРАЙҺЫ I (Р.: удовлетворительный; И.: satisfactory; T.: memnunluk verici) с.
Ярарлыҡ, арыу. □ Удовлетворительный, подходящий, средний. Ярайһы егет. Ярайһы хәл. Ярайһы эш табыу.
ЯРАЙҺЫ II (Р.: удовлетворительно; И.: fairly; T.: tatmin edici) р.
1. Арыу ғына итеп, ярарлыҡ кимәлдә. □ Удовлетворительно, средне. Эш ярайһы ғына эшләнгән. Утын ярайһы ғына ташылған. Ярайһы яҙылған.
2. Ныҡ ҡына, етерлек. □ Достаточно, полно, изрядно, порядком. ■ Фрицтың аяуһыҙ көслөһө тура килгән, ахырыһы, ул бәһлеуән кәуҙәле Харитонды ярайһы ғына арытып өлгөргән. Ғ. Аллаяров.
ЯРАҠ (ярағы) (Р.: необходимые вещи; И.: things needed; T.: gerekli şeyler) и.
1. Билдәле шарттарҙа файҙаланыла торған нәмә; кәрәк-яраҡ. □ Необходимые вещи, принадлежности (для какого-л. дела, пользования, ремесла и т. п.). Юл ярағы. Йорт ярағы. ■ Аш-Һыу ярағы куренмәй, бары стена буйындағы карауатта ғына рәтләнмәгән урын-ер куҙенә салынды: моғайын, Нуриман көндөҙ ятып ял итәлер.
3. Ҡаҙаҡбаева. Хәҙерге йәштәр, мыйығы һыҙылып сыға башланымы, «яу ярағы - яу өсөн», тип кенә тора. Ғ. Ибраһимов.
2. Нимәнелер башҡарыу өсөн күрелгән хәстәр. □ Приготовление, подготовка. ■
507