Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 506


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯП-ЯМАҠ
килгән ғәҙәтен ташламай, башын йыш-йыш һыйпаған Килдейәров ҡыҙыҡ күренде. Ш. Янбаев.
ЯП-ЯМАҠ с. артыҡл. дәр. ҡар. ямаҡ. превосх. степ, от ямаҡ. Я Ана Ҡормош байҙың яп-ямаҡ ҡыҙы Ғилмекәй гел сатиндан да ебәктән генә кейә. 3. Биишева.
ЯП-ЯҢЫ с. артыҡл. дәр. ҡар. яңы. превосх. степ, от яңы. Я Хәләф ағай, эсенән генә һуҡрана-һуҡрана һөйләнеп, әллә ҡайҙа-ғы эске кеҫәһенән ялт итеп торған яп-яңы унлыҡты һурып сығарғанда, трамвай ҡуҙғалып та китте. В. Исхаҡов.
ЯП-ЯТ с. артыҡл. дәр. ҡар. ят. превосх. степ, от ят. Я Ни өсөндөр Ишбикә Зояның законлы ире хаҡында тугел, әллә ниндәй, Зоя белмәгән-курмәгән яп-ят кеше хаҡында һөйләй һымаҡ куренде. Т. Сәғитов.
ЯР I (Р.: берег; И.: bank; T.: kenar) и.
1. Һыуға килеп терәлгән ҡоро ер сите. □ Берег. / Береговой. Я Бына тағы ла матур ярҙар һуҙылды: гранит ҡаяларға алмашҡа йәшел туғайҙар, тәрән тарлауыҡтар, шыршы урмандары сығып торҙо. Ә. Бикчәнтәев. Куҙ куреме ергә йәйелгән әрәмәләр, урмандар, иген ҡырҙары, текә ярҙар, аҡ пароходты оҙата барыусы көмөш тулҡындар. М. Ғиләжев. Матур ҡыуаҡтар, ташлы ярҙар, һылыу ҡамыштар менән биҙәкләнгән Тәйрук йылғаһы .. Лоҡман менән Әсхәтте йыш ҡына уҙҙәренә тартып килтерә торған булды. И. Насыри.
2. миф. Мифологияла ен-пәрейҙәр йәшәгән ҡурҡыныс урын, ике донъя сиге. □ Берег (в мифологии опасное место, граница между тем и этим светом; место проживания нечистой силы). Я Куҙ бәйләнгәс, ярҙа йөрөргә ярамай. «Башҡорт мифологияһы »нан.
♦ Яр аҫтынан яу сығарыу көтмәгәндә шау-шыу, дәғүәләр ҡалҡытыу. □ Поднимать шумиху. Я [Ныязғол - Айбулатҡа:] Туҡта, һөйләмә, ташла тим! Бына, яр аҫтынан яу сыҡҡан! Һиңә ни ҡалмаған, һ. Дәүләтшина. [Аҡназар Илмырҙа тураһында:] Яр аҫтынан яу сығармаҡ була. М. Тажи.
ЯР II (Р.: клич; И.: cali; T.: nara) и.
Күмәк халыҡҡа ҡысҡырып белдергән иғлан, оран. □ Клич, призыв. Я [Көнәфейә] ике ярсыны саҡырып алды ла бейҙең әмерен йәукәләу өсөн урам һайын яр ҡысҡырырға ҡушты. «Бикйән Мәргән».
♦ Яр һалыу ныҡ ҡысҡырыу, ныҡ тауышланыу. □ Шуметь, орать. Яр һалып аҡырыу. Бер туҡтауһыҙ яр һалыу.
ЯР III (Р.: возлюбленный; И.: darling; Т.: yar) и. диал. ҡар. йәр.
Йән һөйгән, ғишыҡ тотҡан кеше. □ Возлюбленный(-ая); любимый(-ая). ■ Егет малһыҙ, малһыҙ ҙа тип хурламағыҙ, малһыҙ, ярһыҙ йөрөмәй тәҡдирһеҙ. Халыҡ йырынан.
ЯРА (Р.: рана; И.: wound; T.: yara) и.
1. Тәндәге йәки эске бер ағзалағы ҡырҡылып, тишелеп һ. б. зыянлаған урын; йәрәхәт. □ Рана, ранение. / Раневой. Бөтәу яра. Я Сәмреғош телен сығарып Айыуғо-лаҡтың киҫелгән ерен бер генә ялағайны, яраһы уңалды ла ҡуйҙы, ти. Әкиәттән. Кан алыусы, ниҙер мығырлап, алама кейеҙ киҫәген шәмдә көйҙөрөп яраға япты ла, ашыҡ-бошоҡ бәйләп, арлы-бирле доға ҡылып, балаҫты ҡултығына ҡыҫтырып сығып та китте. 3. Биишева. Әҡлимә куҙ ҡырыйы менән генә Әмирҙең киң арҡаһына, ҡалаҡ һөйәге аҫтындағы зәңгәр яраға, ҡалын елкәһенә, беләк мускулдарына ҡарап алды. X. Ғиләжев.
2. кусм. һөйл. Нимәнеңдер зыян күреүҙән булған боҙоҡ урыны, йәрәхәте. □ Рана (например, на стволе дерева). Ағастың яраһын бәйләп ҡуйыу. Кайын яраһына балсыҡ һылау.
3. кусм. Ауыр кисереш, рухи ғазап. □ Рана (душевная). Тел яраһы. Я Ерҙәге юлдарҙы, йөрәктәге яраларҙы ваҡыт елдәре тигеҙләп, шымартып бөтөрҙө. И. Абдуллин. • Кул яраһы китер, тел яраһы китмәҫ. Әйтем. Уҡ яраһы беләктә, тел яраһы йөрәктә. Әйтем.
♦ Яраға тоҙ һалыу (йәки һибеү) онотолған ауыр кисерештәрҙе иҫкә төшөрөп, күңелгә ауыр итеү. □ Разбередить (душевную ) рану, соотв. Насыпать соль на рану. Я Fэйнислам, эш былайға киткәс, йыуатыуҙың файҙа бирмәйәсәген, киреһенсә, әрнегән яра
506