ы
Ы [ы] (Р.: тридцать седьмая буква башкирского алфавита; И.: the thirty-seventh letter of the Bashkir alphabet; T.: Başkurt alfabesinin otuz yedinci harfi)
Башҡорт алфавитының утыҙ етенсе хәрефе. Урта күтәрелеш, урта рәт, иренләшмәгән ҡалын һуҙынҡы, [ы] өнөн билдәләй. Ҙур (баш) хәреф — Ы, бәләкәй — ы формаһында яҙыла. □ Тридцать седьмая буква башкирского алфавита. Ы хәрефе яҙылышы. Ы-ны яҙырға өйрәнеу.
ЫБЫР-СЫБЫР I (Р .: мелкота; И.: small children; T.: yavrular) и. йыйн.
Бәләкәй балалар, бала-саға. □ Мелкота, мелюзга, ребятня. Ыбыр-сыбырҙар уйыны. Ыбыр-сыбырҙар менән һөйләшеу. ■ Шырҡ-шырҡ көлөшөп йугергән ыбыр-сыбырға ҡарап, Фазлетдин уҙе лә йылмая. Р. Байымов. Беҙ, ыбыр-сыбырҙар, шунда [текә ярҙа] уйнап йөрөй инек. Б. Бикбай.
ЫБЫР-СЫБЫР II (Р.: маленький; И.: small; petty; T.: ufak tefek) c.
Әһәмиәте бәләкәй булған, ваҡ-төйәк, ваҡ (куп һанлы кеше йәки нәмәләргә ҡарата). □ Маленький, малый, мелкий. Ыбыр-сыбыр болоттар. Ыбыр-сыбыр еләктәр. ■ Яр буйында балыҡ тотоусы ыбыр-сыбыр бала-сағанан башҡа кеше куренмәй. Р. Байбулатов. Хаммат Сәлимәне .. донъяның ыбыр-сыбыр ваҡлыҡтарынан юғары торған, ғәҙел, тоғро йөрәкле ир һөйөуе менән һөйҙө. 3. Биишева. Мәрхум Ғәйнетдин ағай .. ауылдың ыбыр-сыбыр балаларын уҙе менән өйөрөп алып йөрөтә торғайны. М. Ямалетдинов.
ЫБЫРҺЫНЫУ (ыбырһын-) (Р.: беспо коиться; И.: be anxious; T.: telâşlanmak) ҡ. диал. ҡар. мәшәҡәтләнеү.
Мәшәҡәтле эш менән аҙапланыу, ыҙаланыу. □ Беспокоиться, волноваться, заботиться. Кунаҡ килһә, ыбырһынаһың. Ыбыр-һынып йөрөу.
ЫБЫРЫЛЫУ (ыбырыл-) (Р.: вертеться; И.: fidget; T.: dolanmak) ҡ. диал. ҡар. уралыу.
Кемдер йәки нимәлер тирәһендә уралып йөрөү; уранғылау, сыуалыу. □ Вертеться, крутиться; путаться. Бала-саға ыбырыла. Ҡунаҡтар араһында ыбырылыу.
ЫҒЫ-ЗЫҒЫ (Р.: суматоха; И.: turmoil; T.: patırtı) и.
1. Сыр-сыулы тәртипһеҙ хәрәкәт, талаш-тартыш, буталыш. □ Суматоха, сутолока; шум-гам, гвалт. Ығы-зығы ҡуптарыу. Ығы-зығы араһында. Я Вокзалдағы ығы-зығы эсенә барып ингәс, тағы бер иҫәуәнләнгән һымаҡ булдым. Н. Мусин. Дошман торған ерҙә ығы-зығы ҡупҡаны әллә ҡайҙан тойолоп тора, унда ҡыйҡыу-һөрән кутәрелде. Д. Юлтый.
2. Төрлө шау-шыу, хәрәкәттән торған мәшәҡәтле эш. □ Суета, хлопоты, возня. ■ һыбайлы икенсе ир, ҡалын тауышы менән ҡаты ҡысҡырып, ҡамсылы ҡулын кутәреугә, шау-шыу, ығы-зығы тынғандай итте. Ғ. Хөсәйенов. Тормош ығы-зығыһы менән уткән йылдар маңлайҙарға бураҙналар һыҙып, сикә сәстәрен көмөшкә манып уҙҙылар. Ф. Әсәнов. Көндәлек ығы-зығы, донъя мәшәҡәттәре һөйөу утында янған егет өсөн мәғәнәһен юйҙы. М. Ямалетдинов.
56