Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 57


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫҒЫР-ШЫҒЫР
ЫҒЫ-ЗЫҒЫ КИЛЕҮ (ығы-зығы кил-) (Р.: суетиться; И.: fuss; T.: yaygara koparmak) ҡ.
Сыр-сыу килеп буталышыу; тауышланыу, тынысһыҙланыу, зыҡ ҡубыу. □ Суетиться, метаться. Уҡыусылар ығы-зығы килә. М Көллөһө, ығы-зығы килеп, спектаклгә әҙерләнә. А. Абдуллин. Тәүлектән ашыу юлда Коршунов менән ығы-зығы килгән Айҙар .. вагондан иң алда сығып олаҡты. Р. Байбулатов. Дошман сағыштырмаса асыҡ урында ине; һалдаттар, ышыҡланыр урын тапмай, ығы-зығы килде. Ф. Иҫәнғолов.
ЫҒЫ-ЗЫҒЫЛАНЫУ (ығы-зығылан-) ҡ. ҡар. ығы-зығы килеү. Төркөм ығы-зығылана. М Булаттимер Әбелхайыр тирәһендә шулай ығы-зығыланыуҙы етди ҡабул итә алмай. Б. Рафиҡов. Официант кешеләрҙе ихлас хеҙмәтләндерә, зарланмай ҙа, ығы-зығыланмай ҙа. «Киске Өфө», № 5, 2010.
ЫҒЫ-ЗЫҒЫЛЫ (Р.: суматошный; И.: spoffish; T.: velveleli) с.
Сыр-сыулы, буталышлы. □ Суматошный, суетливый. Ығы-зығылы ҡала. ■ Ығы-зығылы уҡыуын дауаханалағы эше менән аралаштырырға мәжбүр булған ҡыҙҙың болоҡһорға ваҡыты ла ҡалманы инде. Р. Вәлиев. Игелекле йылмайыуы менән ҡаршылаусы, шаулы, ығы-зығылы ҡартлас ҡала ҡайһылай үҙгәреп, ҡырыҫланып киткән! Д. Исламов. Элемтә йортонда радиорупоры .. ығы-зығылы халыҡ өҫтөнә Бизе ижадының тәрән лирик һәм күтәренке моңдарын һибә. А. Кар-най.
ЫҒЫ Л Д АУ (ығылда-) (Р.: агукать; И.: crool; T.: ağulamak (bebek) ҡ. диал.
Бәпестең, һөйләшергә тырышып, тауыш сығарыуы. □ Агукать (о младенце). Ығыл-дарға тырышыу. Ығылдай башлау. Бәпәй ығылдай.
ЫҒЫЛЫУ (ығыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. ығыу I. страд, от ығыу I. Ашлыҡ ергә ығылған. М Башҡорт ерен эләктереп ҡалырға маташыусы йыртҡыстар төрлө яҡтан ығылып йыйнала башланы. Я. Хамматов.
2. күсм. ҡар. ылығыу. ■ Ауыл йәштәре ығылып шул ҡалаларға, ҡасабаларға йүнәлде. «Киске Өфө», № 48, 2011. Ығылғандың йөҙө ағарған, ҡалғандың йөҙө ҡаралған. М. Буранғолов.
ЫҒЫМҺЫҘ (Р.: коварный; И.: artful; T.: sinsi) с. диал. ҡар. мәкерле.
1. Аҫтыртын уҫал, аҫтыртын яуыз. □ Коварный. Ығымһыҙ дошман. Ығымһыҙ хәйлә. Ығымһыҙ уй. Ығымһыҙ рәүештә һуғыш башлау.
2. Кеше ыңғайына ҡаршы килеүсән, кеше ыңғайлы булмаған; арҡыры. □ Упрямый. Ығымһыҙ кеше. Ығымһыҙ булыу.
ЫҒЫР (Р.: измученный; И.: all-out; T.: bitkin) с. диал. ҡар. йонсоу.
1. Ауыр эштән ныҡ ҡаҡшаған. □ Измученный, замученный, изнурённый. Б1ғыр ат. Ығыр булыу.
2. ҡар. ығыш. Ығыр ҡыҙ. Ығыр булыу. ■ [Ғәзимә:] Ул йәш килен сыттан ҡорот урлап, тәпәндән май тумырып әпсәһенә ташығанда ғына сапсан ул, ә эшкә тигәндә ығыр, — тип, күҙгә ҡарап алдап тора. һ. Дәүләтшина.
ЫҒЫРЛАУ (ығырла-) ҡ. диал. ҡар. ығышыу. Ығырлап торма инде, тиҙерәк бул.
ЫҒЫРМАУ (Р.: завязка; И.: string; T.: bağ) и. диал. ҡар. үңербау.
1. Күлдәк яғаһының үңәс төбөнән бәйләй торған бауы. □ Завязка, тесёмка (у воротника рубашки). Ығырмауы сиселеү.
2. этн. Аллы-гөллө ептәрҙән эшләнгән суҡлы бау йәки таҫма (туйҙа кейәү йәки кәләш бүләге итеп таратыла). □ Повязка или тесёмка с бахромой по концам, раздаваемая как подарок невесты или жениха во время свадьбы. Кыҙыл ығырмау. ■ Котлояр ихатала ығырмау тарата. Ығыр-мауҙарҙы һауаға сөйә, сосораҡтар усынан йолҡоп та ала. Р. Камал.
ЫҒЫР-ШЫҒЫР I (Р.: подражание скрипу колёс; И.: imitation of a squeak; T.: gıcır gıcır) оҡш.
Ауыр, яй әйләнгән тәгәрмәс тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание скрипу колёс. Ығыр-шығыр тауышы. Ығыр-шығыр барыу.
57