ЫҒЫР ШЫҒЫР
ЫҒЫР ШЫҒЫР II (Р скрипя; И.: creaking; T.: yavaş yavaş) р.
Көс-хәл, ауырлыҡ менән, әкренләп. □ Скрипя, со скрипом, потихоньку. Ығыр-шығыр йәшәп ятыу.
ЫҒЫР-ШЫҒЫР КИЛЕҮ (ығыр-шығыр кил-) (Р.: скрипеть; И.: creak; T.: gıcır gıcır etmek) ҡ.
Шығыр-шығыр тигән тауыш сығарыу, шығырлау. □ Скрипеть. ■ Аҙаҡҡы көндәрҙә генә көйлө тәгәрләгән тәгәрмәс ығыр-шығыр килә башланы. Ш. Янбаев.
ЫҒЫУ I (ыҡ-) (Р.: накрениться; И.: tilt; subside; T.: eğilmek) ҡ.
1. Бер яҡҡа ауышыу; ҡыйшайыу. □ Накрениться, осесть. Өй бер аҙ ыҡҡан. ■ Анас бысҡы ҡуйған яҡҡа ыҡты ла уны ныҡ итеп ҡыҫты. Н. Мусин.
2. һығылып, тотош бер яҡҡа ауыу (игенгә, үләнгә ҡарата). □ Полечь. // Полегание. Иген ыҡҡан. ■ Ямғырҙан ауырайып ыҡҡан үләнде ярып уҙған айыу һаҡмаһы буйлап унда-бында һибелеп ҡалған ҡарағусҡыл ҡан тамсылары асыҡ күренә ине. И. Ноғманов.
3. Ел ыңғайына, һарҡыу түбәненә хәрәкәт итеү. □ Двигаться по направлению ветра, вниз. ■ Төтөн ел ыңғайына ығып, туғайға таралды. М. Тажи.
4. Билдәле бер тарафҡа йүнәлеш алыу, ыңғайлау. □ Направляться, идти в определённом направлении. Күтәрмә яғына ығыу. Малдар ел ыңғайына ыҡтылар. ■ Минәй батыр Ер өҫтө донъяһына ығыр юлды ҡыҙҙарға күрһәтеп: «Һеҙ ошонан тышҡа сығығыҙ ҙа мине көтөгөҙ», — тине, ти. Әкиәттән.
5. Нимәгәлер, кемгәлер ныҡ яҡын килеп терәлеү, һыйыныу. □ Прижаться, прильнуть, льнуть. Ҡарағай яғына ығыу. ■ Йәйәүле Мәхмүт һуҡмағы йәшел әрәмәлектәрҙән бормасланып Ҡаҫмарт күперен артылды ла .. Хушбул тирәге күләгәһенә ыҡты. Й. Солтанов.
6. Кемгәлер йәки нимәгәлер тартылыу, һырығыу, ылығыу, эйәләшеү. □ Привыкать, льнуть. Апай, ағай тип ығыу. Туғандарға ығыу. ■ Йәш һөйәктең үҙ яғына ығырына ышана [Ҡотлоғужа]. Н. Мусин.
7. Кемгәлер йәки ниндәйҙер эш-хәлгә ҡушылыу, кемдер яғына ауышыу. □ Примкнуть, присоединиться. М [Старшина] күңеле менән яуға күтәрелгән халыҡ яғында булһа ла, губернатор указдарын тотоп, бер кескәй отряд ойоштороп оҙатҡан, үҙ ҡарамағындағы байтаҡ ир-егеттәре пугачёвсы-ларға ыҡҡан. Ғ. Хөсәйенов.
ЫҒЫУ II (ыҡ-) (Р.: лениться; И.: be lazy; T.: tembelleşmek) ҡ. диал. ҡар. ялҡауланыу.
Ялҡауға әйләнеү, ялҡау булыу. □ Лениться. Үгеҙ бөтөнләй ыҡҡан.
ЫҒЫШ I (Р: нерасторопный; И.: have-less; T.: ağır, yavaş) с.
Ҡабаланмай, яй ҡуҙғалыусан; әкрен хәрәкәтле; мыштыр, бызмыр. □ Нерасторопный, копотливый (о человеке), медлительный. Ығыш булыу. М Түрә кешегә бесән санаһына ығыш ат егеп йөрөү килешмәҫ, — тине Ирназар [Сабурға], мут йылмайып. Р. Өмөтбаев. Ығыш ҡына, наҡыҫ ағымыңа тәңкә һибеп китәм, Ыҡ-йылға. Т. Ғәниева.
ЫҒЫШ II (Р .: медлительно; И.: sluggishly; T.: yavaş yavaş) р.
Ҡабаланмайынса, яй, әкрен. □ Медлительно, неспешно, нерасторопно. ■ Ныҡ йонсоуҙан йоҡоһо туймаған ала-ҡола сиреү үтә ығыш ҡуҙғалды. И. Ноғманов. Тәбделхә-кимовҡа уның [Шәриповтың] ығыш ҡыла-ныуы оҡшаманы. Яр. Вәлиев.
ЫҒЫШЛАУ (ығышла-) (Р.: медлить; И.: loiter; T.: ağır davranmak) ҡ. диал. ҡар. ығышыу I.
Ҡабаланмай, яй ҡуҙғалыу; мыштырлау. □ Медлить, мешкать, долго возиться. Юлға сығыр алдынан ығышлау. ■ һалдат юрый ығышлап алып тик йөрөй. Сәғәтен табал-маған кеше була — ҡыҙ үҙенекен бирә. Әкиәттән.
ЫҒЫШЛЫҠ (ығышлығы) (Р.: нерасторопность; И.: sluggishness; T.: ağırlık) и.
Ҡабаланмаусанлыҡ, яй ҡуҙғалыусанлыҡ; мыштырлыҡ. □ Нерасторопность, медлительность. Ығышлыҡ күрһәтеү. ■ Батша-бикә, хөкүмәт ағзалары асыуланып бөттө, түрәне ығышлыҡта ғәйепләне. Р. Камал.
58