Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 59


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫҘА
ЫҒЫШТЫРЫУ I (ығыштыр ) (Р.: наклонять; И.: tilt; bend; T.: eğmek) ҡ.
Бер яҡҡа ауыштырыу. □ Наклонять, сгибать. Уң яҡҡа ығыштырыу. М [Ауылдың] көрт һырып ығыштырған ситәндәренә тиклем миңә яҡын һымаҡ. Яратам ауылды. Б. Бикбай.
ЫҒЫШТЫРЫУ II (ығыштыр ) ҡ. йөкм. ҡар. ығышыу I. понуд. от ығышыу I. Атты ығыштырыу.
ЫҒЫШЫУ I (ығыш-) (Р.: мешкать; И.: loiter; T.: yavaş davranmak) ҡ.
Ҡабаланмай, яй ҡуҙғалыу. □ Мешкать, медлить; делать что-л. без должного усердия, желания. Көнө буйы ығышыу. ■ Am ығышып ҡына ҡуҙғалды. 3. Биишева. Ығышып ҡына атлап, эңерләтеп ауылға ҡайтып еттек. Н. Мусин. Кемселәрҙең кемселәренә ығышып ҡына ырыҫ килә, килгәндә лә ҡырыҫ килә. «Уҙаҡ менән Туҙаҡ — Балабәшнәк ярсығы».
ЫҒЫШЫУ II (ығыш-) (Р.: наклоняться; И.: bend; T.: eğilmek) ҡ.
1. Бер яҡҡа ауышыу, ығыу. □ Наклоняться, накреняться. Ҡайһы бер ихатаға инер юлда ығышып бөткән ҡапҡа куренә, икенселәрендә уныһы ла юҡ. Н. Мусин. Ал яҡтан — яр, арт яҡтан кабинаға килеп ығышҡан утын өйөмө тракторҙы бөтөнләй әсир иткән. И. Ғиззәтуллин.
2. Тотош бер яҡҡа ауыу, ығыу (улән, иген культуралары тураһында). □ Полечь, пригнуться (о злаках, траве). Сабынлыҡтағы улән ығышҡан. ■ Совхоз баҫыуҙары .. игендәре ығышып ултыра. Б. Бикбай.
3. ҡар. ығыу I, 3. ■ Төнгө йылғаның ҡараһыу йоҡоло тулҡындары көнсығышҡа, билдәһеҙ киңлеккә нисек ығышҡан, шулай ығышыу ын белде. Т. Ғарипова. [Кул уртаһындағы утрауҙа] бер ҡайын уҫеп ултыра ине. Ул утрау шул ҡайын менән бер яҡтан икенсе яҡҡа ығышыр, кусеп йөрөр ине. Легенданан.
4. Күмәк, күп, ҡуйы булыу. □ Быть густым, в большом количестве. ■ Шундай йыуа куп бында [йыуалы уҙән тамағында]— һайлап ултыртҡанмы ни, һуған ҡыяғындай, ығышып уҫкән. Б. Бикбай.
ЫҒЫШЫУ III (ығыш-) (Р.: настаивать; И.: insist; T.: ısrar etmek) ҡ. диал. ҡар. ныҡышыу.
1. Нимәнелер талап итеү, үҙһүҙләнеп ҡабат-ҡабат һорау. □ Настаивать, упорствовать. Ығыша башлау. Баланы ҡалдырып китәм тип ығыша.
2. диал. ҡар. ығыу I, 6. Яҡты тормошҡа ығышыу. ■ Шомланып, һағайып торған өйөр, тыу бейәләр йәш айғыр тирәһенә ығышҡан. Ғ. Хөсәйенов.
3. диал. Үҙ-ара дәғүәләшеп талашыу; тартышыу, даулашыу. □ Конфликтовать, скандалить. Оҙаҡ ығышыу. Туғандар менән ығышыу. ■ Халыҡ тулҡыны ығышып ҡырым сиреуе шикелле ҡорал склады яғына ағылды. Ж. Кейекбаев.
ЫҘА I (Р.: мучение; И.: torment; Т.: ıstırap) и.
1. Эш-тормоштағы төрлө ауырлыҡ; яфа. □ Мучение, страдание. Ыҙа курһәтеу. ■ Быға тиклем мин [Булат] һуғышта кургән ыҙаларҙы хатымда һис тә курһәтмәҫкә тырыша инем. Д. Юлтый. Шырлыҡ ботағандар, ағас уртәгәндәр, ыҙма бурағандар, һөргәндәр, сәскәндәр. Куп кургәндәр ыҙаны [хохолдар]. С. Шәрипов. Юлайҙың донъя ҡуйыуы ла бар — ыҙаһын кутәрһә лә, ҡартлығы туҙҙермәҫ. Б. Рафиҡов. [Йософ:]Исра-ил, әҙерәк яңылышҡанһың, Мәулә ыҙа ебәргәнен ят ҡылғанһың, һуңынан рәхәт бирәсәген онотҡанһың. «Ҡиссаи Йософ».
2. Ниндәйҙер эш-хәлгә бәйле мәшәҡәт, ҡыйынлыҡ. □ Тяготы, трудности. Тормош ыҙаһы. К Атайым менән өләсәйем өсөн инде мин генә тугел, әсәйем дә ыҙаға әйләнде.
з. Биишева. Йәйгеһен ваҡ мал көтөуҙең артыҡ ыҙаһы юҡ. Л. Яҡшыбаева.
ЫҘА II (Р.: привычка; И.: habit; T.: huy)
и. диал. ҡар. ғәҙәт.
Кешенең булмышында тәбиғигә әйләнгән сифат; холоҡ үҙенсәлеге; ҡылыҡ. □ Привычка. Шул ыҙаң әле лә бар. Яҡшы ыҙа.
ЫҘА III (Р.: забава; И.: fun; T.: eğlence) и. диал. ҡар. мәрәкә.
Көлкө килтергес эш-хәл, ҡыҙыҡлы күренеш, ҡыҙыҡ. □ Забава, потеха, шутка. Эй, ыҙа, көлдөрөп бөттө. Юҡтан ыҙа табыу.
59