Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 60


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫҘАКҮРЕҮ
ЫҘА КҮРЕҮ (ыҙа күр-) ҡ. ҡар. ыҙаланыу 1, 2. Ыҙа күргән кешеләр. ■ Анау игеҙәктәрсе, .. аңламайҙар әсәйемдең балалары өсөн ошондай ыҙалар күреп йөрөүен. Г. Яҡупова.
ЫҘАЛАНЫУ (ыҙалан-) (Р.: мучиться; И.: suffer torments; T.: ıstırap çekmek) ҡ.
1. Ыҙа, яфа кисереү; яфаланыу, интегеү.
□ Мучиться, страдать. // Мучение, страдание. Һыҙланып ыҙаланыу. ■ Көндөң үткәне һиҙелмәй ҡалһа ла, ул [Гөлсөм] бит төндәрен йыш ҡына йүнләп йоҡлай алмай ыҙалана. Н. Мусин. Ә кешеләр һаман ыҙалана, һаман рәхәтләнеп йәшәй алмай, — тип әрнеп уйланы [Йыһанша ағай]. Р. Ғабдрахманов.
2. Берәй эште башҡара, хәл итә алмай аптырау; йөҙәү. □ Мучиться, изнуриться. // Мучение, изнурение. Балды тәпәндән сығара алмай ыҙаланыу. М Серемгә лә китер ине, һул ҡулын ҡайҙа ҡуйырға белмәй ыҙаланды [Ялҡынбай]. Б. Рафиҡов. Нисә ҡабат ынтылып та, иҫкә төшөрә алмай ыҙаланғайным, — тине Батыр, асыш яһағандай. И. Ғиззәтуллин.
ЫҘАЛАНЫУ-МЫҘАЛАНЫУ (ыҙалан-мыҙалан-) ҡ. диал. ҡар. ыҙаланыу. Өлгөрә алмай ыҙаланып-мыҙаланыу. Ауыр эштә ыҙаланып -мыҙаланыу.
ЫҘАЛАТЫУ (ыҙалат ) (Р.: мучить; И.: torment; T.: acı çektirmek) ҡ.
1. Ыҙаға, яфаға дусар итеү; яфалау, интектереү; ыҙаландырыу. □ Мучить, причинять страдания, терзать. Ыҙалатып бөтөрөү. ■ Гелән беҙҙе ыҙалатҡан Даян да күптән балалар йортонан сығып китте. А. Баймөхәмәтов. Быйыл да килмәҫ ине әле [Тимерйән ағай], уйламағанда биле биртенеп, шул ыҙалатты бит. Н. Мусин.
2. Тынғы бирмәй аптыратыу; йөҙәтеү.
□ Мучить, донимать кого. Серәкәйҙәр ыҙалата. Юл бирмәй ыҙалатыу. Я Ерән ат, ҡорһағына ҡунып ыҙалатҡан күгәүендәрҙе арт аяғы менән тибенеп ҡыуа-ҡыуа, ҡабаланмай ғына барҙы. Й. Мостафин. Атаһы Тажик-стандан алып ҡайтҡан ебәк күлдәкте, оҙон суҡлы, баштан шыуып ыҙалатҡан ебәк шәлде Рауза әле булһа хәтерләй. Ш. Янбаев. Үҫә төшкәс, Сәлим атаһын таптырып ыҙалатты. Ғ. Аллаяров.
ЫҘАЛАУ (ыҙала-) (Р.: причинять страдания; И.: excruciate; T.: acı çektirmek) ҡ.
1. Ыҙа сиктереү, яфалап интектереү; ыҙалатыу. □ Причинять страдания, мучить. М Атайымдар мине һау түгел тип юҡҡа ғына йыл һайын санаторийға ебәреп ыҙалағандар. 3. Биишева. Юлдыбаевтың улай, оҙаҡ шаярып, кешене ыҙалай торған ғәҙәте юҡ ине. Ә. Вәли. Ярты ай буйы ҡара һыуыҡ ыҙалап алды ла, бөгөн иртәнсәк ҡар яуа башланы. Б. Рафиҡов.
2. Тынғы бирмәй аптыратыу; ыҙалатыу, йөҙәтеү. □ Донимать кого-л. Аттар тоттормай ыҙалай. К Ирдәүләт тә тынғы бирмәй, төштәргә инеп ыҙалай [Ғәлиәхмәттең]. Р. Байымов. Йомшағыраҡ уҡытыусыларҙы ул [Исмәғил] шулай дәрес ваҡытында үҙен бәйһеҙ, тупаҫыраҡ тотоуы менән ыҙалап килә ине. Яр. Вәлиев.
3. диал. ҡар. ыҙаланыу. Һыуыҡтан ыҙалау. Ауырыуҙан ыҙалау. Баш өйәнәге менән ыҙалай. ■ Ниңә юҡҡа ыҙалайһың, Ғәфифә апай? — тип ҡысҡырҙы Салих, ҡапҡалағы ек үтә ҡарап. X. Мохтар.
ЫҘАЛЫ (Р.: мучительный; И.: painful; T.: acılı) с.
Ыҙа менән бәйле; яфалы, интектергес. □ Мучительный. Ыҙалы юл. Ыҙалы эш. ■ Садиҡаның ғына ошо көндән һуң ыҙалы тормошо башланды. Ә. Әһлиуллин. Ҡалала саҡта үҙенең дә .. ҡаңғырып йөрөгән ыҙалы ваҡытын хәтерләне Шәрғиә бер көн. Ә. Хәкимов. Бер табаҡ тары уның [Йәнеш] өсөн көнө буйына етерлек ыҙалы эш ине. 3. Биишева.
ЫҘАЛЫҠ (ыҙалығы) и. ҡар. ыҙа I. Ыҙалыҡ менән үҫеү. ■ Һаман да туҡталмаған һуғыш күпме ыҙалыҡтар, ҡайғы-хәсрәт килтерҙе. Я. Хамматов. Бына яурынына ҡара йылан ҡабығындай йылтлап торған плащ һалған унтер ыҙалыҡ менән русса ниҙер екеренеп һөйләне лә ҡулын һелтәне. С. Шәрипов. Етешһеҙлек, ыҙалыҡ менән аҫрап килгән ете баланың дүртәүһен яҡты донъянан алып китә егерме беренсе йылдағы йотлоҡ. Ш. Янбаев.
60