Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 61


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫҘҒАР
ЫҘАН I (Р.: межа; И.: boundary; T.: tarla sınırı) и.
1. Ерҙе, баҫыуҙы бүлгән сик. □ Межа, граница, линия. Ыҙан буйындағы уләндәр. ■ Ҡара тиргә батҡан Юламанов, трактор кабинаһын ҡалдырып, төрәндәр араһына ҡыҫылған таштарҙы лом менән ҡайырып алды ла ыҙанға ташыны. Ғ. Аллаяров. Ҡый баҫҡан ыҙандар менән булгеләнгәнлектән, был баҫыуҙар, алыҫтан ҡарағанда, төрлө йәшеллектәге һәм ҙурлыҡтағы ҡорамаларҙан тегелгән бик ҙур юрғанды хәтерләтә. Ә. Вәли. Ыҙан буйлап һалмаҡ ҡына атлап, Аҡйондоҙ ҡаршыһына Мәрәһим килеп баҫты. М. Кәрим. • Бай барҙа ыҙан һыҙма, турә барҙа тургә уҙма. Мәҡәл.
2. Сик менән бүленгән баҫыу ере. □ Межа, участок. М Диңгеҙхан заманында бик иркен урынлашҡан икән шул: өс ыҙан картуф сәселгән, умарталар ултырған сиҙәм, емеш-еләк ағастары. Т. Ғарипова. Уларҙан [Айбу-латтарҙан] өсөнсө ыҙанда - Тимерғәле ашлығы. Һ. Дәүләтшина. Бикбулат, байтаҡ ерҙәр утеп, уҙҙәренең ыҙанына яҡынлашҡас, арттан машина тауышы ишетте. Р. Низамов. • Һәр бер эш план менән, ат һуҡалай ыҙан менән. Әйтем.
3. Түтәл араһы. □ Межгрядье. Ыҙанды кесерткән баҫҡан. Ҡишер ыҙаны.
ЫҘАН II (Р.: обычай; И.: habit; T.: ayin) и. диал.
Билдәле бер йола, ғөрөф-ғәҙәт тәртибе. □ Обычай, обряд. Туй ыҙаны. Борондан килгән ыҙан. ■ [Ҡаныш:] Берук боҙолошмағыҙ, татыулыҡ менән башҡарығыҙ изге эштең изге ыҙанын. X. Ғәбитов.
ЫҘАН III (Р.: тетерев-косач; И.: grouse; T.: çalı horozu) и. диал. ҡар. оҙан.
Ата ҡор. □ Тетерев-косач (лат. Lyrurus tetrix). Ыҙан тауышы. Ыҙан аулау.
ЫҘАНДАШ (Р.: сосед по меже; И.: stable companion; T.: tarla komşusu) и.
Ыҙандары күрше, сиктәш булған. □ Сосед по меже. Ыҙандаш булыу. ■ [Ҡәҫтәрән:] Баҫыуың эргәһендә ыҙандаш кеше эшләһә, әҙәмдә эш ҡомары, кәсеп сәме арта. Р. Өмөтбаев.
ЫҘАН-ЙОЛА (Р.: нравы и обычаи; И.: manners and morals; T.: tören) и. йыйн.
Төрлө ғөрөф-ғәҙәт, йолалар тәртибе. □ Нравы и обычаи. Ыҙан-йоланы өйрәнеу. Ыҙан-йолаларҙы аңлатыу. Туғанлашыу, дуҫлашыу менән бәйле ыҙан-йолалар. Я Ыҙан-йолаһына килтереп, ике кон һырға туйын туйланылар ҙа ҡоҙа-ҡунаҡтар ҡайтырға таярланды. Ғ. Хөсәйенов. Илдә ҡабул ителгән тәртип-ҡанунға, ыҙан-йолаларға таянып, Сәйф уларҙы [рәсми ҡағыҙҙарҙы] уҡый, төҙәтә, яңынан кусертә лә хәҙрәткә кур-һәтә. Ә. Хәкимов.
ЫҘАНЛАУ (ыҙанла-) (Р.: межевать; И.: measure land; T.: arazide sınır çekmek) ҡ.
Ерҙе ыҙан менән бүлеү; ыҙан ярыу. □ Межевать. Ыҙанлап ҡуйыу. ■ Ырымбур межовой кәнсәһе ерҙәрҙе ыҙанлауға, ер кенәгәһе эшләугә һәм ҡағыҙға киткән сығымдарҙы дәғуәселәрҙән туләтергә тигән ҡарар сығара. М. Ямалетдинов.
ЫҘА СИГЕҮ (ыҙа сик-) ҡ. ҡар. ыҙаланыу 1, 2. Имтихан тапшыра алмай ыҙа сигеу. Я Һуғыш йылдарында ауылда татыған аслыҡ, яланғаслыҡ, яландан ҡайтып килмәйенсә иҫке генә тракторҙа ыҙа сигеу Миңнеғәленең куңелен шул тиклем биҙҙергәйне. Ш. Янбаев. Завод хужаларының аҙа барған нәпселәренән ыҙа сиккән Ҡарағужалар .. дәғуәне уҙҙәре башлап белдергәндер. М. Ямалетдинов.
ЫҘА-ЯФА (Р.: мучение; И.: anguish; torment; T.: azap) и.
Эш-тормоштағы төрлө ауырлыҡ, ауыр кисереш. □ Мучение. Ыҙа-яфа сигеу. Ыҙа-яфа курмәу. Я [Абрам-Ибраһим:] Гел генә ғәҙеллекте яҡлап һуғышҡан, шул арҡала уҙе куп ыҙа-яфа кургән Ҡараһаҡал батыр ошо булыр. Б. Рафиҡов. Бригадаһына эшкә алған башҡорттарға [Брагин]ыҙа-яфа курһәтте. Ғ. Хөсәйенов.
ЫҘҒАР I (Р: мороз, холод; И.: frost; T.: soğuk) и.
1. Бик ҡаты, әсе һыуыҡ. □ Мороз, стужа. / Морозный. Ыҙғар осоро. ■ Ике-өс йыллыҡ ҡар былай ғына яуһа бер хәл — уның артынан бар халыҡтың теңкәһен ҡоротҡан
61