Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 62


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫҘҒАР
ыҙғар ябырылды. М. Ямалетдинов. Ыҙғар сәсеп торған һыуыҡ ҡыштар утеп, коләс йөҙлө яҙ килер. X. Ғәбитов. Ни саҡлы ғына ыҙғар килһә лә, ту ңдырғыс-төңөлдөргәс ҡыш көндәре барыбер һанаулы. Яр. Вәлиев.
2. кусм. Әсе михнәт, ғазап. □ Страдание. Куңел ыҙғары. Һуғыш ыҙғары. ■ Иҫке көндөң беҙ ыҙғарын куреп, уҡый алмай наҙан уҫкән-беҙ. Т. Йәнәби.
3. диал. Киҙеү ауырыуы, эндәт. □ Эпидемия, повальная болезнь. ■ Ыҙғар менән йә һыҙланып ауырыусылар шунда [Котойташ-ҡа] ултырып йыуынһа, йунәлә ине. «Киске Өфө», № 26, 2009.
4. диал. Ауырыуҙың ҡалдығы. □ Осложнение после болезни. Һыуыҡ тейгәндең ыҙғары. Киҙеу ыҙғары.
5. диал. Танау ҡыуышлығының лайлалы шекәрәһе елһенеүенән ныҡ ауырлашып, сөскөрткән ауырыу, тымау. □ Насморк. Ыҙғар тейеу. Ыҙғарҙан йонсоу. Ыҙғар тип шул тымаулап ауырыуға әйтәләр инде.
ЫҘҒАР II (Р.: морозный; И.: frosty; T.: çok soğuk) с.
1. Үтә һыуыҡ, һалҡын. □ Морозный, студёный. Ыҙғар төн. Ыҙғар ел. В Әкрәм, ыҙғар буран ярып сабып барған аттай, башын сайҡап-һелкеп алды. Й. Солтанов. Ыҙғар ғинуар һыуыҡтарына ҡарамай, бөйөк композиторыбыҙ Заһир Исмәғилевте етмеш бише менән ҡайнар тәбрикләнек. М. Ҡотло-ғәлләмов.
2. Ҡояшһыҙ, һалҡын. □ Прохладный, пасмурный. Ыҙғар көн. ■ Аҡпан — ҡыштың иң һалҡын көндәре, ел-дауылдар ҡуптарып, ҡар бурандарын осора торған селләнең иң ыҙғар ваҡыты. Ғ. Ибраһимов.
3. кусм. Михнәтле, ғазаплы. □ Мучительный, трудный. Ыҙғарлы осор. ■ Сәғиҙә барыһына ла етешергә, өлгөрөргә тырышты, ҡырыҫ ыҙғар көндәрҙең утеп киткәне лә һиҙелмәне. М. Тажи.
ЫҘҒАРЛАУ (ыҙғарла-) (Р.: страдать насморком; И.: have runny nose; T.: nezle olmak) ҡ. диал.
1. Тымау тейеп ауырыу, тымаулау. □ Страдать насморком. Һыуыҡ тейҙереп ыҙғарлау.
2. Киҙеү менән ауырыу, киҙеүләү. □ Болеть гриппом. Ауыл менән ыҙғарлау. Бөтә мәктәп ыҙғарлаған.
3. Ауырыңҡырап тороу, ауырыҡһыныу, сырхау. □ Нездоровиться, недомогать. Бер аҙ ыҙғарлау. Йыш ыҙғарлау. Тамаҡ әсетеп ыҙғарлап тороу. ■ [Хажғәли ҡарт — Әхмә-дигә:] Ауырып, ыҙғарлап торһам да, һин ҡайтҡанды ишеткәс, килдем әле. Ж. Кейекбаев.
ЫҘҒАРЛЫ (Р.: морозный; И.: frosty; T.: çok soğuk) с.
1. Әсе һыуыҡ булған. □ Морозный, холодный, студёный. Ыҙғарлы көн. Ыҙғарлы осор.
2. кусм. Михнәтле, ғазаплы. □ Тяжёлый, тяжкий, трудный, мучительный. Ыҙғарлы ваҡыт. ■ Ыҙғарлы ул көндәрҙәге ҡот осҡос хәлдәрҙең береһе Бөрө өйәҙенең Киҙгәнбаш менән Новотроицк ауылдарында булды.
В. Исхаҡов. Взвод һәм расчёт командирҙары ыҙғарлы ауыр мәлдә аптыранылар ҙа ҡалдылар. С. Поварисов. Баяғы ептәрҙең иң ныҡлыһы, иң сағыу төҫлөһө ыҙғарлы һуғыш иҫтәлектәренә барып ялғана. Ә. Хәкимов.
ЫҘҒЫР (Р : очень сильный; И.: very heavy; biting; T.: çok soğuk) с.
Үҙәккә үтерлек әсе, бик ҡаты (һыуыҡҡа, елгә ҡарата). □ Пронзительный, очень сильный, студёный, жгучий (о морозе, ветре). Ыҙғыр һыуыҡ. М Ҡышҡы ыҙғыр елдәр, сасҡау һыуыҡтар онотолған, ҡара ергә ныҡлап аяҡ баҫҡас, йот яфаһы уткән төҫлө. Ғ. Ибраһимов. Тауға менгән һайын ыҙғыр ел көсәйә, быуаттар буйына иремәй ятҡан ҡарҙарҙың яҡын булыуы тураһында һөйләй. Б. Хәсән. Ҡарағай ғына ағас, йәмле ағас, ыҙғыр елдәргә лә бирешмәй. Халыҡ йырынан.
ЫҘҒЫР Л АШЫУ (ыҙғырлаш-) (Р.: ругаться; И.: wrangle; let rip; T.: kavga etmek) ҡ. диал. ҡар. әрләшеү.
Асыуланып, ауыр һүҙҙәр әйтешеү; тиргәшеү. □ Ругаться, скандалить. Курше менән ыҙғырлашыу. Юҡҡа-барға ыҙғырлашыу.
62