Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 63


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫҘМА
ЫҘҒЫРЫҠ с. диал. ҡар. ыҙғыр II, 1.
■ Ыҙғырыҡ елле, ҡара төнлө көҙ килде. И. Көҫәпҡол.
ЫҘҒЫРЫУ (ыҙғыр-) (Р.: разъяряться; И.: become furious; T.: kızgın olmak) ҡ. диал.
1. Зәһәр сәсеп, ярһып екереү, ҡурҡыныс итеп ҡысҡырыу; ажғырыу. □ Разъяряться, кричать неистово. Бушҡа ыҙғырыу. Мәғәнәһеҙ итеп ыҙғырыу.
2. Ярһып илау. □ Плакать навзрыд. Бала ыҙғыра. Ҡайғынан ыҙғырыу.
ЫҘҒЫТЫУ (ыҙғыт-) (Р.: возбуждать, волновать; И.: stir up; T.: coşturmak) ҡ. диал.
1. Берәй төрлө тәьҫир яһап борсоу, тынысһыҙлау, ҡуҙғытыу. □ Возбуждать, волновать. Ауылды ыҙғышыу. ■ [Рәхимә — Айбулатҡа:] Анауы бола сыҡҡан замандарҙа әллә ниндәй урыҫ-улаҡҡа эйәреп, бөтә ауылды беҙгә ҡаршы ыҙғытып йөрөнөң, йә унан ни таптың? һ. Дәүләтшина.
2. диал. Зыҡ ҡуптарып илатыу. □ Заставить неистово, безудержно рыдать; доводить до слёз. Баланы ыҙғышыу.
ЫҘҒЫУ (ыҙғы-) (Р.: мычать; И.: bellow; T.: böğürmek) ҡ. диал. ҡар. мөңрәү.
Бик үк ныҡ ҡысҡырмай баҡырыу (һыйыр малына ҡарата). □ Мычать. Күрше малы ыҙғый. Ыҙғып тороу.
ЫҘҒЫШ (Р.: ссора; И.: quarrel; T.: kavga) и.
Кешеләр араһындағы янъял; талаш. □ Ссора, распря. Ыҙғыш башлау. Ыҙғыш сығыу. ■ Түшәгенән тороп йөрөмәгән фрау фон Миттельдорф менән улы араһында йәнә ҡаты ыҙғыш ҡупты. Ә. Байрамов. Ғаиләләге ыҙғыш та йыш ҡына Аманаттың күҙ алдында үтә. Р. Байымов. Ыҙғыштан һуң була торған тынлыҡ бер генә минутҡа һуҙылды. Ә. Бикчәнтәев. • Ыҙғыш бар өйҙә тормош булмаҫ, талаш бар өйҙә аш булмаҫ. Мәҡәл. Ыҙғыш төбө урын тарлыҡтан түгел, күңел тарлыҡтан. Мәҡәл. Байҙың ыҙғышы, батшаның һуғышы бөтмәҫ. Мәҡәл.
ЫҘҒЫШЛЫ (Р.: скандальный; И.: scandalous; T.: kavgalı) с.
Янъял сыҡҡан, талашлы. □ Скандальный, вызывающий ссоры; склочный. Ыҙғышлы хәл. ■ Уға [атайыма] беҙҙең ыҙғышлы тор
мош хаҡындағы зарлы хәбәрҙәребеҙ бик ауыр тәьҫир итте. М. Садиҡова. • Ыҙғышлы өйгә ут төшөр. Мәҡәл.
ЫҘҒЫШТЫРЫУ (ыҙғыштыр ) (Р.: ссорить; И.: cause to fall out; T.: bozuşturmak) ҡ.
Үҙ-ара әрләштереү, талаштырыу. □ Ссорить, рассорить, поссорить кого с кем. Күршеләрҙе ыҙғыштырыу. Ш Батшалар, королдәр донъяны ҡабат-ҡабат бүлешеү, ҙурыраҡ ҡалъя эләктереү өсөн халыҡтарҙы үҙ-ара ыҙғыштыралар. М. Ғиләжев.
ЫҘҒЫШЫУ (ыҙғыш ) (Р.: ссориться; И.: wrangle; mix it up; T.: bozuşmak) ҡ.
Үҙ-ара асыуланышып, нимәгәлер дәғүәләшеү, ныҡ әйтешеү; талашыу. □ Ссориться, поссориться. // Ссора, раздор. Күрше менән ыҙғышыу. Юҡтан ыҙғышыу. ■ Француздар үксәгә баҫып килә ята, ә беҙ, беткә үс итеп тун яҡҡан кешеләй, бер ҙә юҡҡа ыҙғышабыҙ, — тине яңыраҡ ҡайҙалыр йөрөп килгән Карағош мулла. Я. Хамматов. [Ике ҡәүем] өҙөшәләр, ыҙғышалар, ҡайһы сағында ҡан ҡойошҡа барып етәләр. Ғ. Ибраһимов. Әммә Куҙыйкүрпәс, бының өсөн ханға рәхмәт әйтеп, миңә ҡыҙын биреүҙән баш тартҡас, Сарыбай менән дуҫлашыуҙың да, ыҙғышыуҙың да кәрәге юҡ, тип яуап ҡайтара. «Ҡу-ҙыйкүрпәс». • Күршем менән ыҙғышһам, өйгә керермен, өйөм менән ыҙғышһам, ҡайҙа керермен? Әйтем.
ЫҘМА I [рус. изба} (Р.: зимовка, зимовье; И.: wintering; T.: kışlak) и.
1. Ҡыш тора торған урын; ҡышлау. □ Зимовка, зимовье. Йәйләүҙән ыҙмаға ҡайтыу. ■ Унда [умарта баҡсаһында] аласыҡ — йәйләү өйө һәм ҡышын умарталар һаҡлау өсөн ыҙма бар ине. С. Бәҙретдинов. Йәрмөхәмәт оло бисәһе Фәрхинур торған ҡышлау ыҙманы уның улы Сәғиткә яҙҙырып, ул Сәғит ыҙмаһы Сәғит ауылы исемен алды.
С. Ильясов. Кыш еткәс, былар [Тайып менән улы] бай менән Төркөстанға — бейек, үтә күренмәҫлек дувалдар менән уратып алынған ҡышҡы йортҡа — ыҙмаға ҡайтып төшәләр. Р. Өмөтбаев.
2. диал. Кеше торор өсөн һалынған бина; өй. □ Дөм. ■ Шырлыҡ ботағандар, ағас үртәгәндәр, ыҙма бурағандар, һөргәндәр,
63